6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Ҡан баҫымыңды һәм ауырлығыңды бушлай тикшерт!
23.05.08


       Өфөләр өсөн уникаль акция: беҙҙең барыбыҙға ла ҡан баҫымын һәм ауырлыҡты бушлай үлсәтеү мөмкинлеге бирелә.
       Бөгөн рәсәйҙәрҙең 40 проценты тирәһе артериаль гипертония менән яфалана. Был сир йөрәк ишемияһы үҫешеүенең төп факторҙарының береһе һәм мейе ҡан тамырҙары ауырыуҙарының төп сәбәбе булып тора.
       Шуға күрә гипертонияны асыҡлау - кеше өсөн бик етди эҙемтәләргә килтереүсе ауырыуға ҡаршы көрәш юлында тәүге аҙым. Диагностика менән солғап алыу проблемаһын хәл итеү юлдарының береһе - тап кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа: сауҙа комплекстарында, мәктәптәрҙә һәм башҡа урындарҙа граждандарҙың артериаль баҫымын үлсәү. Бөтә донъя артериаль гипертонияға ҡаршы көрәш көнөнә ярашлы, Республика кардиодиспансеры тап шулай эшләргә ҡарар итте лә.
       Бөгөн һәм иртәгә, 23-24 майҙа, РКД "Үҙ артериаль баҫымыңды һәм ауырлығыңды тикшер" акцияһын үткәрә. Бының өсөн был ике көндә поликлиникаға йүгерергә йәки ашығыс рәүештә аптеканан тонометр һатып алырға тура килмәйәсәк. Ҡала кардиологтары һеҙгә бушлай консультация үткәрәсәк һәм тикшерәсәк.
       Акцияның маҡсаты - һеҙгә йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарының мөһимлеге һәм уларҙың етди эҙемтәләре тураһында иҫкәртеү. Ҡан баҫымын үлсәткәндән һуң ауырлығыңды ла белергә мөмкин буласаҡ: артыҡ ауырлыҡ артериаль гипертония барлыҡҡа килеү сәбәптәренең береһе булыуы бер кемгә лә сер түгел бит.
       Үҙ ҡан баҫымыңды һәм ауырлығыңды түбәндәге нөктәләрҙә тикшертергә мөмкин: Республика кардиология диспансерының төп корпусы, сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем С. Кувыкин урамы, 96 адресы буйынса; шул уҡ ваҡытта С.Агиш урамы, 2/1, С.Кувыкин урамы, 16, Ферин урамы, 8, Королев урамы, 14 адрестары буйынса "Матрица" селтәре магазиндарында; 13 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем Цюрупа урамы, 93, Октябрь проспекты, 60, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 8, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 43, Октябрь проспекты, 178, Батыр урамы, 8, Комсомол урамы, 27 адрестары буйынса "Башфармация" селтәре аптекаларында.
       Онотмағыҙ, акция ике көн генә, 23 һәм 24 майҙа, барасаҡ. Иҫән-һау булығыҙ!

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал