6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Музыка тураһында яңы журнал Өфөлә сығарыла
23.05.08


       "Проблемы музыкальной науки" Рәсәй махсуслаштырылған яңы фәнни журналын презентациялау үткәрелде. Был ваҡиға менән бәйле һорауҙар күп булды: ни өсөн журнал редакцияһы тап Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында урынлашҡан һәм ни өсөн тап Өфөлә сығарыла, унда ниндәй авторҙарҙың мәҡәләләре баҫтырыласаҡ һәм ниндәй уҡыусылар аудиторияһына иҫәпләнгән? Бөтә ҡыҙыҡһындырған темаларға Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, "Проблемы музыкальной науки" журналының баш мөхәррире Людмила Шәймөхәмәтова һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ғилми эш буйынса проректоры Виталий Шуранов тулы аңлатма бирҙе.
       2006 йылдың ноябрендә үк Астрахань дәүләт консерваторияһы тарафынан ойошторолған "Музыкаль семантика: перспективалар һәм үҫеш юлдары" Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында Рәсәйҙә яңы махсуслаштырылған фәнни журнал асырға ҡарар ителгәйне. Ул беренсе һәм бөгөнгө көнгә теоретик музыка ғилеме өлкәһендә берҙән-бер баҫма булды. Журналды ойоштороусылар булып Рәсәйҙең 12 музыка һәм сәнғәт вуздары тора. Улар араһында Астрахань, Дондағы Ростов, Түбәнге Новгород, Тамбов, Новосибирск һәм башҡа юғары уҡыу йорттары. ӨДСА ректоры Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов әйтеүенсә, бындай журналды ойоштороу үҙәге итеп Өфө осраҡлы рәүештә һайланмаған. Өфө сәнғәт академияһында Рәсәйҙең төп консерваторияларында белем алған белгестәр эшләй, шулай уҡ юғары уҡыу йорто базаһында фәнни мәктәп һәм бөтә Рәсәй Федерацияһына берҙән-бер музыкаль семантика лабораторияһы эшләп килә.
       "Проблемы музыкальной науки" журналын булдырыу тарихы тураһында үҙ фекерен сәнғәт фәндәре докторы, профессор Людмила Шәймөхәмәтова әйтеп үтте.
       - Музыка фәнендә үҙемде белгәндән алып, ә был кәмендә 40 йыл тирәһе, беҙҙең профессиональ цех проблемалы фәнни махсуслаштырылған журнал булмауҙан яфа сикте, - тине Людмила Николаевна. - Уны булдырыу кәрәклеге тураһында музыка фәне өлкәһендәге күренекле Рәсәй ғалимдары күп тапҡырҙар телгә алды, был мәсьәлә бөтә конференцияларҙа тиерлек һәм "Музыкальная академия" кеүек элиталы журналдарыбыҙ биттәрендә күтәрелде. Бындай журнал булдырыу минең дә хыялым ине, тип әйтә алам, һәм был, ахыр килеп, тормошҡа ашты, һәм миңә баш мөхәррир вазифаһын йөкмәттеләр.
       Людмила Шәймөхәмәтованың әйтеүенә ҡарағанда, журнал бәхетле йондоҙ аҫтында тыуҙы. Ул шунда уҡ талап ителгән баҫмаға әйләнде. Ғәҙәттә, журнал ихтирам яулауға һәм популярға әйләнеүгә күпмелер ваҡыт талап ителә. Әммә 2007 йылдың ноябрендә сыҡҡан уның тәүге һанына уҡ һорау ҙур булды. Баҫма Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы тарафынан рецензияланған журналдар исемлегенә индерелде.
       "Проблемы музыкальной науки" журналының исеме бер ни тиклем парадоксаль яңғырай һәм шуға күрә ҡайһы бер аңлатмалар биреүҙе талап итә. Музыка фәне - ул гуманитар белем образы, ул күп яҡтан тел проблемалары ҡаралған классик филологияға оҡшаш.
       - Рәсәй берләшмәһенең фәнни донъяһы, ахыр килеп, ысын мәғәнәһендә махсуслаштырылған журнал алды, - ти Людмила Шәймөхәмәтова. - Уны музыка тураһында публицистик мәҡәләләр баҫылған "Музыкальная жизнь", "Музыка и время", "Музыкальная академия" кеүек абруйлы һәм мәртәбәле журналдарға ҡаршы ҡуйырға теләмәйем. Улар ҡыҙыҡлы һәм күмәк уҡыусыға иҫәпләнгән. Беҙҙең журналдың иһә башҡа жанр.
       Проектты ойоштороусылар үҙ бурыстарын ғалим-профессионалды яҡтыртыуҙа күрә. Һуңғы ваҡытта ул йәмғиәт тарафынан ниндәйҙер бер шоумен булараҡ ҡабул ителә. Ҡайһы берәүҙәр хатта журналды булдырыу идеяһын аспиранттарҙың, студенттарҙың мәҡәләләрен баҫтырыу һылтауы булараҡ ҡабул итте. Ләкин был журналда танылыу һәм ихтирам яулаған авторҙарҙың ғына етди ғилми эштәре баҫыласаҡ. Журналдың мөхәрририәт төркөмө ҡулъяҙмаларға юғары талаптар ҡуя, сөнки академик баҫма өсөн билдәле бер сифатлы текст ҡына ярай. Мәҡәлә үҙенсәлекле, унда ниндәйҙер бер яңылыҡ булырға тейеш.
       Музыка фәне Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән генә сикләнмәй, периферияла ла бик күп эштәр башҡарыла, ти мөхәррир. Новосибирскиҙа ҡеүәтле ғилми мәктәп эшләп килә, Дондағы Ростовта үҙҙәренең көслө ижади үҙәге бар. "Журнал - ул баҫма ғына түгел, ә фәнни хәрәкәт тә", тип раҫлай ойоштороусылар һәм, әле төҙөгән өсөнсө сығарылышҡа (журналдың икенсе һаны баҫыуға тапшырылған да инде) Япониянан, Аргентинанан, Американан, Көньяҡ Кореянан һәм Испаниянан ғалимдарҙың мәҡәләләре инәсәк, тиҙәр.
       Презентация һуңында, "Проблемы музыкальной науки" журналына яҙылыу иғлан ителәсәк, тип белдерҙеләр. Ул юғары уҡыу йорттары араһында таратыла, шулай уҡ уны профессиональ музыканттар яҙҙырып алдыра аласаҡ. Журнал ярты йылға бер тапҡыр сыға, ә уға "Креативное обучение - ХХI век" ҡушымтаһы - квартал һайын.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал