6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ринат Харисов тыуҙырған матурлыҡ күҙҙе ҡамаштыра
11.03.04


       Төҫлө быяла ярсыҡтары аша ҡараһаң, был фани донья нисек күренә икән моғайын, ул яғымлы ла, һалҡын да булып тойолалы р ул. Сәнғәт тигән илаһи донья беҙҙе уратып алған мөхиткә си т күҙҙәр менән ҡарау мөмкинлеге бирер өсөн хеҙмәт итәлер, кү рәһең.
       Ринат Зөфәр улы Харисов - картиналарын Ғүмәр Хәйәмдең шиғриәте, Марк Шагалдың һынлы сәнғәте менән сағыштырырлыҡ үҙ енсәлекле рәссамдарыбыҙҙың береһе ул. Уның эштәренең күргәҙм әһе күптән түгел Нестеров исемендәге Башҡорт дәүәлт художест во музейында асылды. Был сараға рәссамдың картиналары католо гы ла сығарылды.
       Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, 1989 йылд ан бирле Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, "Инйәр" исемле Өфө и жади төркөмө, "Сыңғыҙхан" ижади берекмәһе ағзаһы бөгөн Өфө ҡ алаһында йәшәй һәм эшләй. Башҡорт дәүләт университетының худ ожество -графика факультетында уҡыта.
       Ринат Харисовтың картиналары Рәсәйҙең байтаҡ музейҙар ында, Рус сәнғәте музейында ( Джерси - Сити, АҠШ, Париж, Фра нция) һаҡлана.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның эштәрендә халыҡсанлыҡ яры лып ята. Сөнки ул үҙе ауыл малайы. Бәләкәй саҡтан ябай халыҡ тың аҡылын йырҙар, мәҡәләләр аша мейеһенә һеңдергән. Өләсәһе
       менән олатаһы ҡанына һеңдергән уға ауыл матурлығын, халыҡ а ҡылын. Иҫке һандыҡтан сығарылған сигеүҙәр, сағыу юрғандар, ҡ омған һәм көйәнтәләр менән ул әле булһа һоҡлана. Уның һәр бе р картинаһында үҙенә күрә бер сер бар, шул уҡ ваҡытта рәссам
       уны сисеү өсөн төрлө билдәләр ҙә күрһәтә. Уларҙы яҙыуҙар ме нән аңлатып та китә. Ә инде татар, ғәрәп телдәрен белмәгән к еше өсөн сер сер булып ҡала.
       Мәҫәлән, "Аҡ ҡалпаҡ. Ғ. Туҡайға бағышлау" картинаһы. Унд а ҡыҙыл күлдәк, йәшел камзол кейгән, муйынына мәрйен таҡҡан
       башҡорт һылыуы һүрәтләнгән. Тамашасыға ул йөҙө менән боролғ ан, артҡы планда ҡара фонға туҙҙан эшләнгән сәскәләр һәм ел әктәр төшөрөлгән. Зәңгәр һауала Ринат Харисов һүрәтләргә яра тҡан йондоҙҙар һәм ай. Әлбиттә, минең өсөн картина мөйөшөндә ге яҙыу бер нәмә лә һөйләмәй ине. Музейҙы ҡараусы картинаның
       байрамса түгел икәнлеген, киреһенсә, аҡ ҡалпаҡ... ҡыҙҙың ҡә бер ташы икәнлеген аңлатты. Үҙе ул йондоҙҙар һибелгән ерҙә я та икән. Әммә уның картиналарын ҡурҡыныс, ҡара тондарҙа я ҙылған тип аңларға ярамай. Аҡ, зәңгәр, һары һәм алһыу төҫтәр гә лә өҫөнлөк бирә ул. "Аҡ ат", "Шишмә юлы", " Өс еләк", "Ал һыу ат", "Аҡ күгәрсен" кеүек картиналарында тормош яратыусан лығы ярылып ята.
       БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Эвелина Фенина рәссам тура һында былай ти:" Республика сәнғәтендә, ә ,бәлки, бөтә Рәсәй
       сәнғәтендә лә, Ринат Харисов айырым урын тоа. Уның ижады за ман сәнғәтенең дөйөм күренешенә саф шишмәләй.Халыҡсанлыҡ, та рихи дөрөҫлөккә нигеҙләнеп яҙылған картиналары мин ихтирам и ткән рәссамды тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрә".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал