6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Төрмә казематтарында маттар күп
23.05.08


       Башҡортостандан 26 йәшлек егет донъяның иң яҡшы шахматсыларының береһе Анатолий Карпов менән уйнаны, һәм уйын бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланды. Бер үк ваҡытта уйнау сеансын гроссмейстер Өфөнөң 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрҙе, ә уның менән ярышта бирешмәүсе Эдуард Ғәлиев - тотҡон, әлеге ваҡытта ул Мәләүез ҡалаһының 7-се ҡаты режимлы колонияһында ултыра.
       Анатолий Карпов енәйәт-башҡарыу системаһының дөйөм Рәсәй Попечителлек советы президиумы составына инә һәм бындай турнирҙарҙы даими ойоштора.
       - Холоҡ төҙәтеү учреждениеларындағы беҙҙең был эшебеҙ, иң элек, хөкөм ителеүселәр өсөн бик мөһим, - тине ул 13-сө колония клубында үткәрелгән матбуғат конференцияһында.
       Карпов матчтарҙы совет эшмәкәрлеге башланғандан алып үткәрә, ул 2009 йылда үҙенең 10 йыллығын билдәләйәсәк. Йылына ике-өс тапҡыр ул махсус контингент менән уйнай, бөгөнгө көнгә ул бөтә ил буйлап 20-ләп колонияла булды: Дондағы-Ростовта, Красноярскиҙа, Силәбелә, Пермдә һәм, ахыр килеп, Өфөлә.
       - Рәшәткә артындағы уйын иректәге уйындан бер нимәһе менән дә айырылмай, - тип билдәләне маэстро. - Бында ла бик көслө ярышташтар осрай, ҡайһы берҙәре теорияла шахматты минән яҡшыраҡ белә.
       Турнир ысынлап та мауыҡтырғыс булды, планлаштырылған ике сәғәт урынына ул ике сәғәт ярым барҙы. Карпов былтыр Пермдә 12 тотҡон менән үткәргән бер үк ваҡытта уйнауҙың һуңғы сеансы 40 минуттан һуң уҡ тамамланғайны. Ә Өфөлә гроссмейстерға беренсе ярышташы менән уйынды тамамлауға шул тиклем ваҡыт кәрәк булды. 13-сө колония тотҡоно Артур Гузин 14-се йөрөштә бирелде.
       Күп тапҡырҙар донъя чемпионы менән турнирҙа 22 йәштән 53 йәшкә тиклемге төрлө енәйәттәре өсөн хөкөм ителгән бөтәһе 15 тотҡон ҡатнашты. Уларҙың барыһын да шахматҡа һөйөү һәм оҫталыҡ берләштерә: Карповтың ярышташтары араһында шахмат буйынса спорт мастерлығына өс кандидат һәм ике разрядсы бар ине.
       Өфөлә үткәрелгән сеанста һәр ҡатнашыусы республиканың бөтә колонияларында үткән һәм унда 800-ҙән ашыу хөкөм ителеүсе ҡатнашҡан һайлап алыу турында еңеүсе булды. Колонияларҙа шахмат таҡталары етерлек һәм күнекмәгә лә ваҡыт күп. Шахматтарҙы тотҡондар үҙ ҡулдары менән әҙерләй, ә уйнауға ваҡыт төрмәләге "эшһеҙлек" арҡаһында етерлек.
       Матбуғат конференцияһында енәйәт-башҡарыу системаһының дөйөм Рәсәй Попечителлек советының башҡарыусы директоры Борис Сушков билдәләгәнсә, дөйөм алғанда, Рәсәй тотҡондарының 30 проценты ғына түләүле эш менән тәьмин ителгән:
       - Рәсәйҙә бөгөн тотҡондарҙы аҫырау менән артыҡ проблемалар юҡ: көнкүреш, санитария шарттары, ашатыу нормаға тап килә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе бик киҫкен тора, шуға күрә хөкөм ителеүселәрҙең буш ваҡытын ойоштороу бик мөһим. Холоҡ төҙәтеү учреждениеларында даими рәүештә төрлө конкурстар, ярыштар, шул иҫәптән ошондай шахмат турнирҙары үткәрелеп тора.
       Мәләүез колонияһынан ярышташына Карпов ярыш башланғандан һуң ике сәғәт үткәс уйынды бер яҡтың да еңмәүе менән тамамларға тәҡдим итте. Хөкөм ителеүселәр араһында иң яҡшы һөҙөмтәне тап Эдуард Ғәлиев күрһәтте. Ул ете йыл шахмат менән етди шөғөлләнгән, хатта спорт мастерлығына кандидат булып тора.
       - Уйын бик ҡыҙыҡ барҙы, мин артабан да уйнай ала инем. Анатолий Карпов, еңелеү ихтималлығын аңлағас, үҙе уйынды бер яҡтың да еңмәүе менән тамамларға тәҡдим итте, - тине Ғәлиев журналистарға. - Һәр хәлдә, донъя чемпионы менән шахмат уйнарға тура килеүенә мин бик шатмын. Мәләүезгә ҡайтҡас, иң элек, был турала ҡатыныма һәм әсәйемә әйтәсәкмен.
       Бынан һуң уйын өс таҡтала дауам итте һәм ярты сәғәт эсендә Карповтың еңеүе менән тамамланды. Барыһынан да оҙағыраҡ 13-сө колония тотҡоно Валерий Исламов уйнаны, әйткәндәй, ул шахмат буйынса беренсе разрядҡа эйә. Ул 50-гә яҡын йөрөш яһаны.
       Шахмат баталияларында 13-сө колониянан бөтәһе алты тотҡон ҡатнашты. Ҡалғандары ярыш барышын телевизор аша күҙәтә алды: колонияла үҙ телестудияһы бар, һәм хөкөм ителеүселәр иҫәбенән операторҙар туранан-тура трансляция ойошторҙо. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, 13-сө колония начальнигы урынбаҫары Николай Бардуков әйтеүенсә, учреждение хакимиәте тарафынан дәртләндереләсәк:
       - Был шәхси эшендә рәхмәт белдереү булырмы, ә ул ваҡытынан алда шартлы рәүештә иреккә сығарыу мөмкинлеген арттыра, йә булмаһа, туғандары менән өҫтәмә күрешеү, - тип аңлатты ул.
       13-сө колонияла ултырыусыларҙың барыһы ла, ҡалған колониялар тотҡондары кеүек үк, мөһим ярыш алдынан ныҡышмалы күнекмә яһаны. Карпов иһә, үҙе әйтеүенсә, был уйынға бөтөнләй әҙерләнмәгән: уның күп йыллыҡ практикаһы менән, әлбиттә, әҙерләнеүҙең кәрәге лә юҡ.
       Тотҡондар менән ярыштан һуң исемле шахматсы Рәсәй Федераль хөкөмдө үтәү хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән ярышты. Уйын 12 таҡтала барҙы. Бында ла бер кеше - Салауат ҡалаһындағы 4-се айырым режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһынан өлкән лейтенант менән уйын бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланды.
       Башҡортостан тураһында иҫтәлек итеп гроссмейстер 13-сө колония оҫталары әҙерләгән шахматтар, ошо уҡ учреждение тотҡондары эшләгән мискәләрҙә бал, шулай уҡ ҡурай һәм башҡорттарҙың милли баш кейеме - төлкө бүрек алып ҡайтып китте. Ә һәр тотҡонға Карповтың ҡултамғаһы менән шахмат тапшырҙылар. "Улар уны иреккә сығарғандан һуң үҙҙәре менән ала аласаҡ", - тип ышандырҙы Рәсәй Федераль хөкөмдө үтәү хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Аптус.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал