6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ҡаһарман разведчик
22.05.08


       "Батырлыҡтары - үлемһеҙ" ("Подвиги их - бессмертны") капиталь белешмәһендә биографиялары Башҡортостан менән бәйле 279 Советтар Союзы Геройы тураһында һөйләнелә.
       Улар араһында Николай Феоктистович Обухов та бар. Ул 1921 йылдың 22 майында Киров өлкәһе Богородский районының Власово ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белем алып, ата-әсәһе юлынан китә, Ижевскиҙа машиналар эшләү заводында слесарь булып эшләй башлай. 1940 йылда уны ошонан Ҡыҙыл Армияға саҡыралар ҙа инде.
       Күреүегеҙсә, Башҡортостан менән уны әлегә бер нәмә лә бәйләмәй. Был һуңыраҡ, 1943-1944 йылдарҙа Николай Обухов республикала йәшәйәсәк һәм уҡыясаҡ. Бәләбәйҙә Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияның беренсе курсын һәм Юғары хәрби-сәйәси курстар тамамлаясаҡ.
       Ләкин быға тиклем рядовой Н.Ф. Обуховҡа Бөйөк Ватан һуғышының фронт юлдары буйлап атларға тура килә. Дөрөҫ, оҙаҡ түгел. 1941 йылдың июнендә ул фашистар менән тәүге һуғышҡа инә, ә шул уҡ йылдың сентябрендә инде - һуңғы, йондоҙло алыш.
       Был Киев эргәһендә була. Ауыр ваҡыт. Совет информбюроһы хәбәрҙәре, ғәҙәттә, "Ғәскәрҙәребеҙ үҙенән күпкә өҫтөн булған дошман көстәренә ҡаршы ауыр оборона һуғыштары алып бара..." тигән һүҙҙәр менән башланa. Ҡыҙылармеец Николай Обухов ул көндәрҙә һауа-десант бригадаһы уҡсыһы була. Командованиеға яҡындағы Любитово ауылына (Сум өлкәһе) фашист танкылары тартылыуы, беҙҙең ғәскәрҙәребеҙгә һөжүм итергә әҙерләнеүе хаҡында билдәле була. Ләкин мәғлүмәттәр аныҡ булмай. Шул саҡ рядовой Обухов разведкаға юл ала. Ҡыйыу разведчик бурысты үтәй. Дошман группировкаһы, танкыларҙың ҡайҙа урынлашыуы тураһында мәғлүмәттәр алына. Әммә кире ҡайтҡанда Николай Обухов гитлерсылар ҡамауына эләгә. Тотанаҡлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, ул граната менән бер төркөм фашистарҙы юҡ итә һәм, пистолетынан ата-ата, эҙәрлекләүҙән ҡасып ҡотола.
       Обухов килтергән мәғлүмәттәр бик тә яраҡлы була. Любитово ауылындағы дошман группировкаһын юҡ итеү өсөн оператив төркөм ойошторола. Николай Феоктистович, заданиенан һуң ял итергә хоҡуғы булһа ла, был төркөмгә алыуҙарын һорай.
       1941 йылдың 9 сентябрендә гранаталар һәм шартлатҡыс шыйыҡса тултырылған шешәләр менән ҡоралланған ҡыҙылармеецтар төн ҡараңғылығында ауылға юллана. Урын Обуховҡа таныш була. Ул асыҡлаған территорияла шартлауҙар яңғырай, фашист танкыларын ут ялҡындары ялмап ала. Николай Обухов үҙе ике танкты юҡ итә.
       Уның батырлығы тураһында ғәскәр командующийына еткерелә. Маршал Тимошенко 212-се һауа-десант бригадаһынан ҡыҙылармеец Николай Феоктистович Обуховты наградлау тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуя. "Советтар Союзы Геройы исеме биреүгә лайыҡ", - тиелә унда. 1941 йылдың 20 ноябрендә Н.Ф. Обухов Герой була.
       1941 йылдың аҙағында Николай Обухов һуғышта ауыр яралана. Бер нисә ай Старый Осколда госпиталдә ята. 1942 йылда уға политрук званиеһы бирелә һәм ул ваҡытта Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияға уҡырға ебәрелә. 1944 йылда ошонда уҡ Юғары хәрби-сәйәси курстарҙы тамамлай һәм, ахыр килеп, тағы ла фронтҡа ысҡына. Һуғыш аҙағында танк бригадаһы командиры урынбаҫары өлкән лейтенант Н.Ф. Обухов яңынан ауыр яралана.
       Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Николай Феоктистович Совет Армияһында хеҙмәт итеүен дауам итә, ләкин 1953 йылда I төркөм инвалиды булып запасҡа сыға. Украинала Черновцы ҡалаһында төйәкләнә. Һуңғы ваҡытта уның тураһында бер нәмә лә ишетелмәй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал