6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Микеланджело менән эшләйәсәкбеҙ
22.05.08


       Ҡуңыр йөҙлө, бик күркәм, ап-аҡ тештәрен йылтыратып йылмайыусы Трепиччоне Паоло, Маринелли Микеланджело, Мадзаротто Адриано - былар барыһы ла "Хеҙмәттәшлек һәм инвестициялар" Башҡортостан-Италия форумында ҡатнашыусы итальян делегацияһы ағзалары. Форум БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында үтте. Микеланджело һәм башҡа синьорҙар Адриатика ярҙарынан беҙҙең яҡтарға эшлекле партнерҙар табыу, бергә инвестиция һәм производство эшмәкәрлеге ойоштороу маҡсаттары менән килгән. Хеҙмәттәшлек һәм инвестициялар буйынса һөйләшеү был көндәрҙә Өфөлә барған "Газ. Нефть. Технологиялар-2008" ХIV Халыҡ-ара күргәҙмәһенең эшлекле программаһына ярашлы алып барылды.
       Форумда БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин һәм Италияның Рәсәйҙәге Илселегенең беренсе сауҙа советнигы Марко Риччи сығыш яһаны.
       Колбин Башҡортостанды сит ил партнерҙарын йәлеп итеүсе төбәк булараҡ һүрәтләне.
       - Уңайлы географик урыны, бай тәбиғи һәм производство потенциалы, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоғо - былар барыһы ла һәр яҡлап хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яҡшы база. Башҡортостан, донъяның 90-дан ашыу иле, БДБ, ЮНИДО, ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеп, тышҡы бәйләнештәрен әүҙем киңәйтә.
       - 2007 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың һәм Италияның тышҡы сауҙа әйләнеше 242 миллион доллар тәшкил итте, - тине Борис Колбин. - Был сумма ҙур түгел, һәм беҙ бөгөнгө осрашыуыбыҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк яңы йүнәлештәр табырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
       Бөгөн Италияға Башҡортостан экспортының нигеҙе - нефть продукттары. Импорттың күп өлөшөн машиналар эшләү продукцияһы тәшкил итә.
       Башҡортостандың Италия менән хеҙмәттәшлеге 40 йылдан ашыу элек, 1967 йылда, башланды. Бергәләп тәүге проект Стәрлетамаҡ "Сода" предприятиеһында бойомға ашырылды. Саҡ ҡына һуңыраҡ ошонда уҡ, Стәрлетамаҡта, тоҙҙо кристаллаштырыу цехы сафҡа индерелде. 1987 йылда Өфөлә поликарбонаттар етештереү ойошторолдо. 1997 йылда итальян белгестәрен "Өфөоргсинтез"ға йылына 100 мең тонна етештереүсәнлек менән полипропилен сығарыу буйынса завод төҙөлөшөндә ҡатнашыу өсөн саҡырҙылар. Хәҙер "Салауатнефтеоргсинтез"да полиэтилен етештерелә.
       Проектта - бәләкәй һәм урта диаметрлы иретеп йәбештерелгән торбалар сығарыу буйынса завод, Яңауылда ҡорос прокат етештереү заводы төҙөү.
       Колбин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2006 йылда Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Италияның Сауҙа, сәнәғәт, һөнәрселек һәм ауыл хужалығы палаталары союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендәге эш, ғәмәлдә, туҡтаны, тип билдәләне.
       - Был йүнәлештәге эште йәнләндерергә һәм хеҙмәттәшлекте дауам иттерергә ине, - тине тышҡы иҡтисад ведомствоһы башлығы.
       Итальяндар Өфө дәүләт нефть техник университетында ла булырға өлгөрҙө.
       - Университетығыҙ хайран итте, - тине һоҡланыуын йәшермәйенсә ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәре буйынса директоры, ЮНЕСКО-Италия халыҡ-ара гидрологик программа президенты Лучио Убертини, ӨДНТУ-ны күҙ уңында тотоп. - Был нефть һәм газ өлкәһендә эшләүсе уникаль белем биреү учреждениеһы. Мин күп университеттарҙа булдым, ләкин донъяла бындайҙы күргәнем юҡ ине. Һеҙ үҙ университетығыҙ менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ.
       Убертини, миндә ӨДНТУ менән мәғариф, сәнәғәт, фундаменталь фәндәр буйынса белгестәр әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында күп идеялар тыуҙы, тине.
       - Беҙ, мәҫәлән, ӨДНТУ менән берләшкән предприятие ойоштора, Римдағы университет менән бергә фәнни кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнә алабыҙ, - тип үҙ пландары менән уртаҡлашты Убертини. - Илселек берләшкән предприятие төҙөү мәсьәләһе менән шөғөлләнер, тип уйлайым.
       Форумда ҡатнашыусылар вәкилдәре Өфөгә килгән итальян фирмалары менән танышты. Улар араһында нефть һәм газ сәнәғәте, энергетика, хәүефһеҙлек өлкәһендә махсуслашыусылар, шулай уҡ экологтар, рекламасылар һәм хатта заказға өҫ кейеме етештереүселәр ҙә булды. Башҡорт һәм итальян бизнесмендары эшлекле бәйләнештәр биржаһында аралашты. Билдәле бер килешеүҙәргә өлгәшелде. Был аралашыу һөҙөмтәләрен Башҡортостан халҡы яҡын киләсәктә күрә аласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал