6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Хыялдағы ҡала
21.05.08


       Өфөлә өмәләр үткәрелеп тороуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙҙың бөтә парктарында ла һәм урман массивтарында әлегә таҙа түгел. Ә бит ҡаланың таҙалығы һеҙҙең менән беҙгә бәйле. Килешегеҙ, буш шешәләр аша атлап, тәмәке төпсөктәрен тапап йөрөүгә, һауала осоусы полиэтилен пакеттарҙы күҙәтеүгә ҡарағанда таҙа урам буйлап уҙыу күпкә күңеллерәк булыр ине.
       Әлбиттә, ҡаланы таҙа тотоуҙың иң йоғонтоло ысулы - сүпләүҙән туҡтау. Әммә әлегә быны баш ҡалала йәшәүсе һәр кешенең аңына еткереп булмай. Шуға күрә өмәләр үткәрелә лә.
       - Өмәләр өфөләрҙең, бергә йыйылып, үҙ ҡалаһын төҙөкләндерә һәм сүп-сарҙан таҙарта алыуын күрһәтте, - ти Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Федоров. - Быйыл баш ҡала халҡы көсө менән йөҙ мең кубометрҙан ашыу ҡалдыҡтар йыйып сығарылды һәм эшкәртелде.
       Бөгөн ҡалабыҙҙа 17 парк, биш баҡса һәм 93 сквер. Уларҙың һәр береһендә таҙалыҡты билдәле бер хеҙмәттәр күҙәтә. Экологик өмәләр ваҡытында был урман-парк зоналары территорияларын таҙартыу өсөн студенттар, уҡыусылар, тотош студенттар отрядтары, төрлө предприятиелар хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.
       - Ләкин ҡала территорияһын таҙартыу бының менән генә тамамланмай, ул йыл буйына дауам иттерелә, - тип дауам итте Владимир Федоров. - Шул саҡта ғына ҡала ысынлап та таҙа буласаҡ.
       Әммә ҡаланың таҙалығы һәм матурлығы башҡа факторҙарға ла бәйле. Шуларҙың береһе - атмосфера һауаһы торошо.
       - Һуңғы биш йылда Өфөлә стационар сығанаҡтарҙан (төрлө предприятиелар, заводтар, яғыулыҡ-энергетика үҙәктәре) ташлауҙар 37 мең тоннанан ашыуға кәмене, - ти Владимир Федоров. - Быға ҡала сәнәғәт предприятиеларының профилактик саралар үткәреүе булышлыҡ итә. Әммә күсмә сығанаҡтарҙан (башлыса, был автотранспорт) ташлауҙар өлөшө, киреһенсә, артҡандан-арта, йылына алты процентҡа тирәһе.
       Ә был ҡала халҡы һатып алған автомобилдәрҙең бик күп булыуы менән бәйләнгән. Хәҙер мең өфөлөгә 280-ләп автомобиль тура килә. Һәм был һан даими үҫә бара. Йыл һайын Өфө халҡы 30 меңгә яҡын автотранспорт һатып ала.
       - Атмосфера һауаһын бысратыу сығанағы булараҡ, автотранспорт бөгөн беренсе позицияға сыҡты, - ти Владимир Федоров. - Автотранспорттың кире йоғонтоһон кәметеү өсөн күп нәмәләр эшләнә. Мәҫәлән, яңы юл үткәргестәр, урап үтеү автомобиль юлдары файҙаланыуға тапшырылды, булғандары реконструкцияланды һәм киңәйтелде. Автотранспорттан зарарлы ташлауҙарҙы кәметеүгә шулай уҡ автомобиль паркын шыйыҡландырылған газға күсереү булышлыҡ итә.
       - Владимир Валентинович, һеҙ Өфөләге экологик күҙлектән иң зарарлы урындарҙы әйтә алаһығыҙмы?
       - Бындай урындар хәҙер ҡалманы тиерлек. Берҙән-бер урын, моғайын, пик сәғәттәрендә Һалле округы урамы менән Октябрь проспекты сатылыр. Салауат Юлаев проспектын файҙаланыуға тапшырыу менән бәйле, ҡалабыҙҙа экологик хәл һиҙелерлек яҡшырҙы.
       - Билдәле булыуынса, зарарлы ташлауҙар менән көрәшеүгә ағастар ныҡ булышлыҡ итә. Был планда Өфөлә ниҙәр эшләнә?
       Йәшел үҫентеләр ҡалабыҙ территорияһының 30 процентын биләй. Өҫтәүенә, йыл һайын Өфөлә 60 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла. Шуның һөҙөмтәһендә ҡалабыҙ илдә иң йәшел ҡалаларҙың береһе булып танылды.
       - Йәй яҡынлаша, һәм Өфө халҡы пляжға барып, һыу инеп ял итергә теләйәсәк. Өфөлә бындай шарттар бармы?
       - Ҡала һыҙығында Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары һыуының сифаты һуңғы йылдарҙа ҡәнәғәтләнерлек булып ҡала. Шулай ҙа әле булһа ҡала предприятиелары үҙҙәренең бысраҡ һыуҙарын был йылғаларға ташлауын дауам итә. Ағиҙелдә һыу сифатын яҡшыртыу өсөн "Өфөһыуканал" предприятиеһы ҡала таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялай.
       - Ҡалабыҙҙа рәсми рәүештә ике пляж теркәлгән: "Солнечный" һәм "Ҡашҡаҙан", - тип дауам итә Өфө ҡала округы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Михаил Давыдов. - Ҡалған 17-һе - һыу буйында күмәкләп ял итеү урындары. Пляж миҙгеле башланыр алдынан беҙ һыулыҡтарҙың төбөн һәм уның эргәһендәге территорияны таҙартып сығабыҙ. Быйыл бер яңы рәсми пляж да һәм һыу буйында ял итеү урыны ла индерелмәйәсәк.
       Әйткәндәй, күптән түгел генә сираттағы экологик өмә үткәрелде, шул ваҡытта уҡыусылар, студенттар һәм ҡала сәнәғәт предприятиелары һыу эргәһендәге территорияларҙы таҙартты ла инде.
       - Михаил Владимирович, беҙ барыбыҙ ҙа таҙа ҡала тураһында хыялланабыҙ, ләкин ҡайһы берҙә сүп-сарҙы сығарып түгер урын да юҡ бит...
       - Хәҙер ҡалала туғыҙ меңдән ашыу урна ҡуйылған. Өфө хакимиәте тағы ла ике меңгә яҡын урна һатып алырға планлаштыра. Урамдарҙа урналар һәр 50 метр аша торорға тейеш. Өҫтәүенә, улар һәр магазин, салон, киоск, туҡталыш пункты эргәһендә ҡуйылырға тейеш. Бөгөнгә был талаптар 70 процентҡа ғына күҙәтелгән.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал