6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Акция һәм форумдар

Хәбәрһеҙ юғалғандар аҙая бара
21.05.08


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә. Уларҙың өстән бер өлөшө генә - 230 меңгә яҡыны - яу яланынан әйләнеп ҡайта. 127 мең ярымы хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнә. Уларҙың яҙмышын, һәләк булыу шарттарын асыҡлау - эҙләнеү отрядтарының бурысы. Һәр йыл һайын хәрәкәттә ҡатнашыусылар "Хәтер вахтаһы"на сыға: алыштар урынына барып, һалдат һөлдәләрен эҙләйҙәр һәм уларҙың яҙмыштарын аҙ ғына булһа ла билдәләрлек мәғлүмәттәр асыҡлайҙар, бынан һуң уларҙың туғандарын табырға маташалар.
       Ошо көндәрҙә Башҡортостан эҙәрмәндәре яҙғы экспедицияны тамамланы. Ҡайтҡас та улар журналистарға үҙ эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Быйыл яҙ БР эҙәрмәндәр отрядтарының Төбәк йәмәғәт фонды ағзалары биш экспедиция ойошторҙо. Ленинград өлкәһенең Киров районы территорияһында Вороново тәбиғи ыҙанында һәм Тишинец йылғаһынан алыҫ түгел Макарьевский Пустынь монастыры эргәһендә, Ленинград өлкәһе Выборг районының Тиенхара урыны районында, шулай уҡ Новгород һәм Смоленск өлкәләре территорияһында эшләнеләр.
       Вороново тәбиғи ыҙанында СССР-ҙың 57 яугиры һөлдәһе табылды. Мәҫәлән, 1907 йылда Вологда өлкәһе Лодейка ауылында тыуған, Велико-Устюг хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған разведчик, өлкән сержант Тимофей Нилович Рыковтың фамилияһы һәм яҙмышы билдәләнде. Ул 1943 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғалған, Башҡорт дәүләт университетының "Ватан" эҙләнеү отряды тарафынан табылған. Медальонлы алты һалдат табыла, медальондарҙың алтауһы уҡыла, ә береһе экспертизаға ебәрелә. Исемле әйберҙәре менән ике һалдат табыла: ҡалаҡҡа П.И.Х. инициалдары, ә көрөшкәгә әллә Б.С.В., әллә Е.С.В. тип яҙылған булған. Эҙәрмәндәр фронт өсөн Өфө моторҙар эшләү заводында етештерелгән ЛАГГ-3 самолеты двигателен Өфөгә ебәрәләр. Двигатель Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә тапшырыла, киләсәктә ул, предприятие етәкселеге әйтеүенсә, Михаил Ферин исемендәге скверҙа постаментҡа ҡуйыласаҡ. Немец һалдаттары һөлдәләре лә табыла, улар Германияның яугирҙар ҡәберҙәрен тәрбиәләү буйынса Халыҡ союзы вәкилдәренә тапшырыла.
       Макарьевский Пустынь монастыры эргәһендә биш кешенең һөлдәһе, шулай уҡ ике медальон табыла, уларҙың береһе ҡушымта менән була, ул экспертизаға ебәрелә, ә икенсеһе - "блокадник" тип аталғаны - буш була. Бынан тыш, ике яҙылған котелок табыла.
       Новгород өлкәһендә 10 һалдат һөлдәһе, ике медальон табып алына, береһендә, Алтай крайынан Кацаман Яков Андреевич, тип яҙылған. Туғандары табылған. Смоленск өлкәһендә снаряд соҡоронан 14 һалдаттың һөлдәһе күтәрелә. Табып алынған котелокта "Каписов, С" тигән яҙыуҙы уҡыйҙар.
       Ленинград өлкәһе Выборг районының Тиенхара, хәҙерге Брусничный, районында ҙур эш башҡарыла. Унда эҙәрмәндәр 1944 йылдың 23 июнендә дошман бәреп төшөргән Ил-2 самолетының төшкән урынын тикшерәләр. Самолет экипажы составында Башҡортостандан 1925 йылда Мишкә районының Иҫке Мокрушин ауылында тыуған Виктор Андреевич Деньгин һуғышҡан, рядовой, һауа уҡсыһы. Туғандары әле табылмаған. Эҙләнеү отрядтары вәкилдәре самолеттың төшкән урынан ентекләп тикшерәләр, 20 квадрат метрҙан ашыу майҙанда уның һыныҡтарын күтәрәләр һәм шунда һауа уҡсыһы, шулай уҡ Краснодар крайында 1922 йылда тыуған летчик Иван Васильевич Якимченконың һөлдәһенә юлығалар, уның туғандары табылған да инде.
       - Дөйөм алғанда, эш уңышлы булды, - тип һөйләй Башҡортостан Республикаһы эҙләнеү отрядтарының Төбәк йәмәғәт фонды рәйесе Илдар Бикбаев. - Уның төп һөҙөмтәһе тип беҙҙең ижтимағи хәрәкәт тарихында тәүге тапҡыр экспедицияла ҡатнашыусылар һаны күберәк булыуын иҫәпләйем. Алыштар урынына бер үк ваҡытта 85 кеше сыҡты. Фонд ойошторолғандан алып эҙләнеү эштәрендә 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
       Эҙәрмәндәр - башлыса, уҡыусылар һәм студенттар. Быйылғы 85 кеше иҫәбендә 49 уҡыусы һәм 18 студент. Илдар Бикбаев күп йылдар экспедицияға етәкселек итә һәм ул шул тиклем үҫмерҙәр төркөмөн республиканан ситкә алып сығып, үҙенә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алыуын яҡшы аңлай. Бер күсенеү генә ни тора, эҙләнеү эштәре барышында балалар ялан шарттарында йәшәй, ә уларҙың табыштары араһында йыш ҡына шартлау хәүефлелеге менән янаған миналар, гранаталар, снарядтар осрай.
       - Беҙ ысын мәғәнәһендә йәшәү һәм үлем сигендә йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, - ти Бикбаев. - Шуға күрә беҙҙә дисциплина бик ҡаты - башҡаса ярамай ҙа.
       Республиканың төп эҙәрмәне бындай экспедицияларҙың тәрбиәүи моментына ҙур иғтибар бирә.
       - Ҡаҙыу эштәрендә булып, балалар ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлай. Уларҙың аңында һынылыш була. Хатта экспедицияларҙан һуң "ауыр" үҫмерҙәрҙе милициянан иҫәптән алған осраҡтар ҙа булды. Мәктәптәрҙә тәүҙә был сәфәрҙәргә шикләнеберәк ҡарағайнылар, ә бөгөн мөмкин тиклем күберәк балаларҙы ебәрергә тырышалар. Уҡыусылар араһында хатта алыш урындарына эләгеү хоҡуғы өсөн конкуренция ла бар, ә беҙҙә һайлап алыу бик етди.
       Эҙләнеү экспедицияһына китергә теләүселәргә, Өфө, Карл Маркс урамы, 63/1, 77210-сы хәрби часть адресы буйынса хат яҙып, туранан-тура Бикбаевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған туғандарын һәм яҡындарын эҙләүселәргә лә ошо адресҡа яҙып ебәрергә мөмкин.
       Эҙләнеү отрядтарының эше дәүләт ярҙамында һәм, нигеҙҙә, бюджет средстволары иҫәбенә үткәрелә. Эҙәрмәндәр экспедицияларын финанслау "2006-2010 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү" федераль программаһында һалынған, эҙләнеү саралары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек планына индерелгән. Был ваҡытҡа эҙәрмәндәр Башҡортостандың Хәтер китабына үҙгәрештәр индерергә иҫәп тота: ул баҫылып сыҡҡан мәлдән алып хәберһеҙ юғалған һәм әлегә тиклем табылмаған яугирҙар исемлеге кәмене.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал