6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Терещенко кеүек тырыш, Ковальчук кеүек ташла
20.05.08


       "Салауат Юлаев"тың ике уйынсыһы (Алексей Терещенко һәм Виталий Прошкин) ҡатнашлығында Рәсәй йыйылма командаһы донъя чемпионаты финалында Канада территорияһында уның йыйылма командаһы өҫтөнән фантастик еңеү яуланы. "Саған япраҡтары" осрашыу барышында 3:1 һәм 4:2 иҫәбе менән барҙы, ләкин һөҙөмтәлә овертаймда 4:5 иҫәбе менән ҡыйратылды.
       Швейцарияны (6:0) һәм Финляндияны (4:0) ышаныслы еңгәндән һуң рәсәйҙәр бик дәһшәтле күренде. Канаданың кәңәшсе-тәрбиәселәре беҙҙең йыйылма команданың һөжүм итеү ҡеүәтен мөмкин тиклем кәметеү һәм ике тапҡыр рәттән "ҡоро сыҡҡан" Евгений Набоковтың ҡапҡаһына асҡыс табыу өсөн уның уйынын ентекле тикшерҙе.
       Ләкин матч башында уҡ иҫәп Рәсәй йыйылма командаһы файҙаһына 1:0 булғас, бер ниндәй әҙерлек тә, характер ҙа, оҫталыҡ та ярҙам итмәне.
       Шунда уҡ тиерлек сәкәне менән саҡ ҡына тейеп киткән өсөн "юлаевсы" Виталий Прошкин уйындан сығарылды. Рәсәйҙә бының өсөн яза бирмәйҙәр, тик Рәсәйҙә хоккей ҙа "бысраҡ" шул, быға барыһы ла күнегеп бөткән, ваҡ эләгеүҙәргә ҡаршы көрәшергә теләмәйҙәр. Ә кәрәк ине - матурлыҡ өсөн булһа ла.
       Прошкинды уйындан сығарыуҙы Брэнт Бернс файҙалана, 1:1. Виталий майҙансыҡҡа сығып өлгөрә, һөжүм итеүсе позицияһын биләй, әммә канадалының ташлауына ҡамасаулай алмай ҡала.
       Артабан тағы ла насарыраҡ - Максим Сушинский зонанан сыҡҡанда йығыла һәм шайбаны юғалта. Ҡайһы берәүҙәр, ҡабаттан ҡарағандан һуң, Сушинскийҙы Эрик Стаал аяғынан эләктерҙе, тип иҫәпләй.
       Шайбаны зонаға елеп килеп ингән Крис Кунитц эләктереп ала һәм өҫкө мөйөшкә бәреп индерә. Евгений Набоков ҡотҡара алмай, донъя чемпионаты хужалары файҙаһына иҫәп 2:1.
       Өсөнсө гол уйындан сығарыуҙар ваҡытында арта, ярай әле берәүгә генә. Башта тәжрибәле Сергей Федоров үҙ зонаһында саҡта щайбаны трибунаға ташлай һәм штраф эскәмйәһенә оҙатыла. Шунда уҡ Виталий Прошкин арттан сәкәне менән Рик Нэштың эйәгенә эләктерә. Сыйылған урындан саҡ ҡына ҡан сыға, һәм бәһлеүән Нэш уны арбитрға күрһәтеп, хулиган-рәсәйленең штраф ваҡытын ике минуттан дүртәүгә оҙайттыра. Канадалылар был ваҡыт эсендә бер генә шайба ташлай, 3:1.
       Судьялыҡ итеү канадалылар өсөн өйҙәгесә булыуын яҙып тормайыҡ. Нимә һуң ул "өйҙәгесә"? Был команда-хужаның ҡайһы бер ҡағиҙә боҙоуҙарына күҙ йомоу, ә ҡунаҡтарға бер нәмәне лә кисермәү.
       Рәсәйҙәр өсөн еңеү финалында судьялар беҙҙең уйынсылар яғынан да фолдарҙы язаһыҙ ҡалдырған эпизодтар булды. Овертаймда еңеү шайбаһы нисек ташланды һуң? Оборона зонаһынан шайбаны майҙансыҡтан ситкә ташлаған өсөн яза бирелгән Рик Нэшты уйындан сығарғандан һуң. Айырып билдәләп үтәм, баш арбитр был эпизодта, шайба юлында рәсәйҙәрҙең берәүһенә тейҙе, тип һылтанып, уйындан сығарыуҙы кире алырға теләгән лайнсменды тыңламаны.
       Рефери барыһын да дөрөҫ эшләне - ҡабаттан күрһәтеүҙә шайбаның бер кемгә лә теймәүе күренде. Ә бит судья лайнсменды тыңлауы ла мөмкин ине - ул саҡта Илья Ковальчуктың бер ниндәй еңеү һәм алтын шайбаһы булмаҫ ине.
       Шулай булғас, туғандар, судьяларға бер ниндәй дәғүә юҡ - улар ҙа бит кешеләр, хаталаныу була инде ул.
       Ҡапҡа һаҡсыһы Евгений Набоков бигүк уңышлы уйнаманы. Ул команданы күп тапҡырҙар ҡотҡарҙы-ҡотҡарыуын. Ләкин шул уҡ ваҡытта үткәрелгән дүрт шайбаның кәмендә икәүһен тотоп ҡала ала ине. Рәсәйгә ҡапҡала мөғжизә кәрәк ине, ләкин финалда беҙ Евгений Набоков йөҙөндә был мөғжизәне күрмәнек. Нимә ҡотҡара ала ине һуң? Матч барышын нимә үҙгәртә ала ине?
       Бына рәсәйҙәрҙең һаҡсыһы Андрей Марков буш ҡапҡаға индерә алмай. Ахыры шул булыр микән ни, өсөнсө осорҙа хужалар һаҡты көсәйтәләр бит?
       Юҡ, ахыры түгел икән. Алексей Терещенко көтөлмәгәндә, аныҡ, мәргән һөжүм итә. Рәсәй традицияһында түбәндән булһа ла, иң мөһиме - гол! 3:4! Өмөт бар әле. Тағы индерергә кәрәк.
       Бында бер аҙ ситкә китәйем. Уҙған миҙгел башында, Өфөләге иҫке Спорт һарайы эргәһендә әле, мин "Салауат Юлаев"ҡа яңы килгән Алексей Терещенко менән һөйләшеп торҙом. Ул саҡта Алексей, ғөмүмән, йыйылма командаға саҡырырҙарына бигүк ышанмай ине. Артыҡ йәш тә түгел, тренерҙар штабының үҙ ҡарашы һәм үҙ оҫта хоккейсылары ла күп...
       "Алексей Терещенко - "Салауат Юлаев"тың яңы лидеры" тигән мәҡәләмдә мин Терещенконың шикләнеүҙәрен яҙып торманым, тик уның: "Рәсәй йыйылма командаһына саҡырһалар, бәхетле генә буласаҡмын", тигән һүҙҙәрен яҙҙым.
       Терещенко тураһында мин, ғөмүмән, күп яҙҙым. Насар уйнаһа - әрләнем. Яҡшы уйнаһа, Алексей былай уйнауы менән йыйылма команда тәҙрәһен шаҡый, тип билдәләнем. Хәҙер күренеүенсә, уны донъя чемпионатына саҡырыу менән Терещенко ғына бәхетле түгел, ә шундай уйынсының үҙ составында булыуына бөтә Рәсәй ҙә шатланырға тейеш.
       Кәңәшсе-тәрбиәселәр статистиканы һәм Терещенконың мөмкинлектәрен үҙҙәре күрҙе, уны эштә һынаны, нисек һөжүм итеүен һәм оборонала нисек тороуын билдәләне. Алексей һуңғы көнгә тиклем үҙен донъя чемпионатына алырҙарына ышанып етмәне. Ләкин ул үҙ маҡсатына барҙы, тырышты һәм һөҙөмтәлә ҡатыны Викторияның, Канадала "алтын" яуларға, тигән ҡатмарлы заказын үтәне.
       Ул төндә Терещенко ғәҙәттән тыш бер нәмә лә күрһәтмәне, буғай, ләкин ул боҙҙа саҡта канадалылар хатта күпселектә лә бер нәмә лә эшләй алманы. Ә был гол, әлбиттә, - Канадаға "Cалауат Юлаев"тан сәләм. Юҡҡа ғына Өфө хоккейы фанаттары унда китмәне бит, өмөттәре аҡланды...
       Терещенконың шайбаһынан һуң тағы ла берәү ташларға кәрәк ине. Шул саҡ һөжүмдә мөғжизә булды. Илья Ковальчук чемпионат буйына штрафтары һәм тапшырыуҙары менән генә айырылып торҙо, бер гол да индермәне. Финалда ул күпселектә күк һыҙыҡта бер нисә тапҡыр уңышһыҙ уйнаны, Oвечкин кеүек үк ҡапҡаға тейҙерә алманы.
       Әммә һуңынан ысҡынды. Егет мәргән ташлай алыуын иҫбатланы һәм донъя чемпионатында ике иң мөһим шайбаны индерҙе. Тәүҙә Илья Ковальчук шайбаны зонаға индереүсе Виталий Прошкиндан яҡшы пас алды һәм алыҫтағы мөйөшкә бәреп индерҙе, Ковальчуктың донъя чемпионатында беренсе голы, 4:4.
       Ә овертаймда - Рик Нэшты ғәҙел уйындан сығарыу. Ковальчук ҡаршы яҡ күк һыҙығында шайбаны аныҡ эләктереп алып, уны Кэм Уорд ҡапҡаһына оҙатты.
       Рәсәйҙәр шашып байрам итә - оҙайлы 15 йыллыҡ еңеүһеҙ осор тамамланды. Йыйылма командаға рәхмәт, "юлаевсы" Александр Еременкоға һәм фиҙаҡәр көрәшкән бөтә уйынсыларға рәхмәт.
       Мин йыйылма командабыҙға ышанысын юғалтмай, рәсәйҙәр ике шайбаға отолған саҡта ла йоҡларға китмәй, финалды ҡарап бөтөүселәр өсөн бик шатмын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал