6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

Балет йондоҙҙары Өфөлә балҡыясаҡ
20.05.08


       Мәшһүр бейеүсенең тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған Рудольф Нуриев исемендәге ХIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылыуға бер аҙна ваҡыт ҡалды. Ул 27 майҙан 5 июнгә тиклем Башҡортостан баш ҡалаһында үтәсәк. Өфөләрҙе ниндәй сюрприздар көтә, беҙгә ниндәй донъя балеты йондоҙҙары киләсәге хаҡында журналистарға Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Владимир Рихтер, балет труппаһының баш дирижеры Роберт Лютер һәм художество етәксеһе Шамил Тереғолов һөйләне.
       Шулай итеп, фестиваль программаһында опера һәм балет театрының биш спектакле. Улар "Аҡҡош күле", "Дон Кихот", "Сильфида", "Спящая красавица" һәм "Жизель", шулай уҡ гала-концерт. Бөтә спектаклдәрҙә лә фестивалгә Мәскәүҙән, Германиянан, Испаниянан килгән ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. Ойоштороусыларҙың әйтеүенә ҡарағанда, бөтә саҡырылған ҡунаҡтар - бик ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ артистар. Мәҫәлән, Наталья Сологуб һәм Николай Годунов ниндәйҙер дәрәжәлә Рудольф Нуриевтың яҙмышын ҡабатлаған. Улар Өфө хореографик училищеһын тамамлаған, бер миҙгел беҙҙең театрҙа эшләп алған, һуңынан Мариин театры солистары була, ә хәҙер икеһе лә Германияла эшләй. Һәр саҡырылған башҡарыусы спектаклде уникаль яһай. Мәҫәлән, "Аҡҡош күле"ндә Одетта- Одиллия партияһын - 2005 йылда Ҡазан хореография училищеһын иң яҡшы тамамлаусы, әлеге көндә Мәскәүҙә эшләгән Виктория Капитонова, ә Зигфрид партияһын Рәсәй Ҙур театры артисы, юғары класлы бейеүсе Андрей Евдокимов башҡарасаҡ.
       Фестивалдең художество етәксеһе Шамил Тереғолов билдәләгәнсә, фестиваль репертуарындағы бөтә спектаклдәрҙә, беҙҙең театрҙыҡы булһынмы, Мәскәү йәки Берлин театрыныҡымы, төп партияларҙың хореографик тексы бер үк. Фестивалгә саҡырылған ҡунаҡтар уларҙы үҙҙәрендә бик яҡшы башҡарған, ә спектаклдәрҙәге ҡайһы бер текст варианттарын улар килгәс төҙәтәсәк. Практиканан күренеүенсә, ғәҙәттә, беҙҙең артистар менән бергә бер репетиция етә торған. Әгәр инде спектаклдәр хореографияһында етди айырма бар икән, алдан репетиция яһау мөмкинлеге булһын өсөн тәүҙә спектаклдәрҙең видеояҙмаһы менән кассеталар ебәрелә.
       Былтырғы фестивалдән айырмалы, ХIV Халыҡ-ара фестиваль премьера спектакле менән түгел, ә классик "Аҡҡош күле" спектакле менән асыла. Был 2007-2008 йылғы театр миҙгеленең һуңғы премьераһы - "Том Сойер" балеты - февралдә үк үтеүе, шуға күрә уны яңы спектакль тип атап булмау менән бәйләнгән. Ләкин киләһе миҙгелдә инде театр өс яңы балет ҡуясаҡ: Наталья Чернышова ҡуйыуында "Раймонда", "Урал батыр (ҡуйыусыһы Константин Уральский) һәм "Прометей", уның өҫтөндә йәш талантлы режиссер Игорь Марков эшләйәсәк. Ә фестивалде "Аҡҡош күле" менән асыуға килгәндә, ойоштороусылар быны яҡшы тип билдәләне. Сөнки был балет хореографик сәнғәт эталоны булып иҫәпләнә.
       - Минең ҡарашҡа, балет ҡатмарлы осор кисерә, бөтә ерҙә традицион ҙур спектаклдәргә алмашҡа бер актлы тамашалар килә, - тип үҙ фекере менән уртаҡлашты Роберт Лютер. - Миңә театрыбыҙҙа ике актлы, өс актлы балеттар ҡуйылыуы бик оҡшай. Беҙҙә бындай спектаклдәр йәшәй. Шуға күрә, театрығыҙ афишаһында нимә, тип ҡыҙыҡһынһалар, беҙ, донъя хореографияһының биш ынйыһы, тип яуап бирәбеҙ. Театрыбыҙҙың бындай тенденцияһы фестиваль концепцияһына ла ҡағыла.
       Фестиваль тураһында һөйләгәндә, опера һәм балет театрының генераль директоры Владимир Рихтер концепция тураһында ла телгә алып китте. Уның фекеренсә, был өфөләрҙең, опера һәм балет театры спектаклдәренән тыш, "Modern" итальян балет труппаһы сығыштарын күрәсәгенә ҡайтып ҡала. Тамашасылар хөкөмөнә улар өс бер актлы спектакль тәҡдим итәсәк.
       - Беҙ, тамашасыға модерн стилендә спектаклдәр ҡарау ҡыҙыҡлы булыр, тип уйланыҡ. Һәр илдә ул тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, - тине Владимир Геннадьевич. - Беҙҙең репертуарҙа бындай хореография юҡ. Итальян спектаклдәре нимә тураһында икәнлеге беҙҙең өсөн дә сюрприз, шулай булғас улар менән бергәләп танышасаҡбыҙ. Артистар үҙ оркестрын килтермәйәсәк, спектаклдәр фонограмма аҫтында барасаҡ. Хәйер, модерн стилендәге спектаклдәр тере музыка аҫтында булмай ҙа.
       Фестиваль эшләгән көндәрҙә Рудольф Нуриевҡа арналған экспозиция ла асыласаҡ. Халыҡ-ара Нуриев фонды театр музейына ҡайһы бер экспонаттар тапшырҙы. Әлегә тиклем музейҙағы экспозиция бик ябай ине, унан мәшһүр бейеүсе тураһында тулы тәьҫорат та алып булмай ине. Килтерелгән предметтар был бушлыҡты тулыландырҙы. Музейҙа хәҙер Рудольф Нуриевтың төрлө сәхнә костюмдары, уның шәхси әйберҙәре, төрлө приздары, шкатулкалары, гример өҫтәле һәм башҡалар ҡуйыласаҡ. Экспонаттар күптән түгел генә килде, шуға күрә кәштәләрҙе әҙерләү, биҙәлеште уйлап хәл итеү өсөн ваҡыт кәрәк әле.
       Бынан тыш, фестивалгә ярашлы, Нуриев уҡыуҙары үткәреләсәк, уларҙа Мәскәүҙән, Ҡазандан, Израилдән ҡунаҡтар - мәшһүр бейеүсене күреп белгән кешеләр ҡатнашасаҡ. Традицияға ярашлы, 1 июндә Рудольф Нуриевтың таҡтаташына сәскәләр һалынасаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал