6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Киләсәк балалары
19.05.08


       Һәләтле балалар йәки, заманса әйткәндә, индиго балалары... Ысынында киләсәк балалары ниндәй һуң улар? Күптәрҙең күҙ алдына һәләтле бала - китаптан башын алмай, бөтәһен дә ятлап алып уҡыусы булараҡ баҫа. Әйтерһең, китаптан башҡа уны бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай.
       Был ахмаҡ стереотипты үҙгәртергә кәрәк. Тулы яуаплылыҡ менән, индиго - ғәҙәттән тыш, һәр яҡлап үҫешкән балалар, уларға бер нәмәне лә ятлап алырға кәрәкмәй, улар һәр нәмәне тиҙ отоп ала, тип белдерәм. Улар ҡәҙимге үҫмерҙәр тыңлаған музыканы тыңлай, дуҫтары ла бар. Дөйөм алғанда, ғәҙәттән тыш бер нәмә лә юҡ.
       Улар менән республикабыҙҙа йыл һайын үткәрелгән "Башҡортостан өмөттәре" һәләтле балалар форумында танышырға тура килде. Форумда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар йыйыла.
       - Йыл һайын республикабыҙҙа бер нисә олимпиада үткәрелә, Бөтә Рәсәй олимпиадаларының дүртенсе һәм бишенсе этаптары үтә, - тип һөйләй БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. - Был олимпиадала еңеүселәр - Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы. Улар үҙ мәктәптәрен, үҙ уҡытыусыларын данға күмә. Йыл һайын олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр һаны арта бара.
       Ысынлап та, быйыл олимпиадала Башҡортостандан 4,5 мең уҡыусы ҡатнашты. Улар араһынан 24 уҡыусы Бөтә Рәсәй олимпиадаһының бишенсе йомғаҡлау этабында еңеүсе һәм призер булды.
       Бөтә еңеүселәр ҙә бик ҡыҙыҡлы һәм алсаҡ балалар булып сыҡты.
       - Олимпиада - ул тормошҡа юл. Тимәк, беҙҙең алда илебеҙҙең бөтә юғары уҡыу йорттарының ишектәре асыҡ, - ти Вера Камелетдинова.
       Вера - биология буйынса олимпиада призеры. Ул Нефтекамала йәшәй һәм быйыл 11-се синыфты тамамлай. Биологиянан тыш, һүрәт төшөрөү менән мауыға, гитарала уйнай һәм фантастика уҡый. Вера Петербург вузына уҡырға инергә хыяллана, әммә тыуған республикаһы хаҡында да оноторға йыйынмай:
       - Республикабыҙҙан ситтә уҡырға инергә йыйынһаҡ та, беҙ барыбер бында әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, - ти ул.
       Элина Әҙелгәрәева хоҡуҡ буйынса олимпиадала беренсе урын яулаған. Хәҙер ул Белореттың 17-се гимназияһын тамамлай һәм халыҡ-ара кимәлдәге юрист булырға һәм бер нисә сит телде өйрәнергә хыяллана.
       - Хәҙер беҙҙең өсөн бик яуаплы мәл, - ти Элина. - Күптәребеҙ ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй уҡыу йортон һайларға хәл итә. Киләсәгебеҙ һайлаған юлыбыҙҙың дөрөҫлөгөнә бәйләнгән бит. Хәҙер беҙ сығарылыш имтихандарын нисек тапшырыуыбыҙ тураһында уйлайбыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙгә, уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт. Ошо кешеләр арҡаһында беҙ күп нәмәгә өлгәшә алдыҡ, беҙҙең алда ҙур мөмкинлектәр асылды. Уҡытыусыларыбыҙға берҙән-бер теләк - ошо рухта дауам итһендәр. Мин Рәсәйҙә олимпиадалар үткәрелеүенә, беҙҙең юғары уҡыу йортона инеү, һәләттәребеҙҙе асыу, үҫешеү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүенә бик шатмын. Олимпиада хәрәкәте туҡтатылмаҫ, ә үҫешер генә, тип ышанам.
       Уның менән Сибай "ПолиТЭк" лицейының 10-сы синыф уҡыусыһы Регина Ишманова ла килешә:
       - Мин әле 10-сы синыфта уҡыйым, һәм минең ниндәй юлды һайларға кәрәклеге хаҡында уйларға ваҡытым бар әле, - ти.
       Әйткәндәй, Регина Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының юридик факультетына уҡырға инергә хыяллана һәм бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.
       Был балалар бөтә Рәсәй уҡыусылары араһында иң яҡшылар булыуға нисек өлгәшкән һуң? Улар үҙ серҙәре менән уртаҡлашырға әҙер.
       Алмас Саҙрисламов, Нефтекама:
       - Мин, үҙ һәләттәреңде үҫтереп, бөтә нәмәгә өлгәшергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, һәр кешенең тыумыштан һәләтлелеге төрлө. Әгәр уны үҫтермәһәң, бер ниндәй гениаллек тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел. Ҡул ҡаушырып ултырмай, үҙ һәләттәреңде үҫтереүгә көс һалһаң, бик күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин.
       Алексей Ишанов, Стәрлетамаҡ:
       - Минеңсә, кешегә һәләтлелек тыумыштан бирелә. Шуға күрә ялҡауланмай, үҙ һәләттәреңде үҫтерергә тырышырға кәрәк, юҡһа, һәләтең була тороп та, бер нәмәгә лә өлгәшә алмаясаҡһың.
       Регина Ишманова, Сибай:
       - Бөтә балалар ҙа һәләтле булып тыуа, тигән фекер бар. Мин бының менән тулыһынса килешәм. Ләкин ҡайһы берәүҙәр үҙ һәләтен үҫтермәй, шөғөлләнмәй, ялҡауланыуы арҡаһында үҙенә-үҙе аяҡ сала.
       Әлбиттә, балалар уларҙың һәләтен ваҡытында күреп ҡалып, баһалаған, олимпиаданың бөтә этаптарында уларға ярҙам иткән уҡытыусылары арҡаһында ла еңеүгә өлгәшә.
       - Уҡытыусының эшендә иң мөһиме - уҡыусылар менән бер тулҡында булыу, - тип үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша Өфөнөң 121-се гимназияһының биология уҡытыусыһы Татьяна Павлова. Уҡытыусы менән уҡыусы фекерҙәш булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Олимпиадаға әҙерләнеү - ҙур, ныҡышмалы хеҙмәт. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн уҡытыусы менән уҡыусы бер бөтөнгә әйләнергә тейеш, һәм иң мөһиме - күп эшләргә.
       Балаларға артабанғы уңыштар һәм үҙҙәре теләгән вузға уҡырға инеүҙәрен теләргә генә ҡала. Кем белә, бәлки, ҡасан да булһа улар үҙ туған мәктәптәренә әйләнеп ҡайтыр, шундай уҡ һәләтле уҡыусылар әҙерләр һәм, ахыр килеп, үҙҙәре хыялланған киләсәк мәктәбе төҙөрҙәр.
       Алмас Саҙрисламов: Нефтекама:
       - Мәктәп заманға ярашлы, технологик, инновацион булырға тейеш. Унда уҡытыусы-профессионалдар уҡытырға тейеш.
       Вера Камалетдинова, Нефтекама:
       - Киләсәк мәктәбендә физкультура һәм йәмғиәтте өйрәнеү кеүек предметтарға ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Сөнки беҙ аҡыллы ғына түгел, көслө лә, физик яҡтан үҫешкән дә булырға тейешбеҙ. Ә йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡыусыларға үҙ иленең ысын граждандары булып үҫергә ярҙам итергә тейеш.
       Анна Семенищева, Яңауыл:
       - Киләсәк мәктәбе нығыраҡ йыһазландырылған, камиллаштырылған буласаҡ, ләкин уҡытыусылар әлеге кеүек изге күңелле һәм ярҙамға килергә әҙер булып ҡалырға тейеш.
       Юлиана Савинова, Өфө:
       - Киләсәк мәктәбендә бөтә предметтар юғары кимәлгә күтәреләсәк. Бөтә предметтарға тейешле иғтибар биреләсәк.
       - Айһылыу Хөсәйенова, Талбазы (Ауырғазы районы):
       - Киләсәк мәктәбе баланың шәхси һәләтлектәрен үҫтерергә тейеш. Һәр балаға индивидуаль ҡараш булырға тейеш. Сөнки һәр баланың һәләтлелеге һәм ҡыҙыҡһыныуы төрлө. Бөтәһен бер ергә йыйып алып, бер үк нәмәне тылҡыу - ул дөрөҫ түгел.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал