6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Музей өҫтөндә аҡсарлаҡтар
19.05.08


       Еңеү паркына ҡайһы берҙә Ағиҙелдән аҡсарлаҡтар осоп килә. Үҙҙәренсә нимәлер ҡысҡырып, бина өҫтөндә түңәрәк яһайҙар ҙа кире осалар. Был бинала Республика Хәрби Дан музейы урынлашҡан.
       18 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара музейҙар көнө айҡанлы беҙ уның тураһында һөйләмәксебеҙ. Бының өсөн сәбәп бар: Музей үҙе 2000 йылдың 8 майында асылды, ғөмүмән, май айы ла Еңеү байрамы билдәһе аҫтында үтә бит.
       Шулай, 2000 йылдың 8 майында, гитлерсы Германияны Еңеүҙең 55 йыллығы алдынан, Еңеү паркында Республика Хәрби Дан музейын асыу тантанаһы үтте. Митингыла БР Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны. Ул:
       - Был яҙ көндәрендә бөтә ил тантаналы рәүештә халыҡ байрамы - фашистик Германияны Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығын билдәләй. 9 май көнө батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек, Тыуған илгә эскерһеҙ һөйөү символына әүерелде, - тине. - Башҡортостандарҙың киләһе быуындары өсөн дә илен һаҡлаған һәм цивилизацияны нацизмдан ҡотҡарған халыҡ батырлығы ысын патриотизм һәм ҡаһарманлыҡтың сағыу өлгөһө булып торасаҡ...
       Президенттың 1999 йылдың 25 апрелендәге Указы буйынса Республика Хәрби Дан музейы төҙөлә.
       Архитектор Дмитрий Вилькельмандың проекты уңышлы килеп сыға. Ул үҙ алдына халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә юлы ниндәй ауыр һәм ҡан ҡойошло булыуын күрһәтеү маҡсатын ҡуя. Ошо нигеҙҙә бинаның танкка ҡаршы кәртә йәки хәрби карапты (тап шуға күрә бында аҡсарласаҡтар осоп килмәйме икән?) хәтерләтеүсе формаһы һайлана ла инде. Биҙәү өсөн материал да осраҡлы һайланмай: ҡыҙыл һәм ҡара гранит, ҡара төҫтәге быяла һәм тутламаусы ҡорос.
       Бинаны төҙөү бик йылдам алып барыла. Унда тиҫтәнән ашыу ойошма һәм фирма ҡатнаша. 2000 йылдың ғинуарында нигеҙ һалына, ә 8 майҙа инде музей асыла ла.
       Асҡан саҡта орден һәм миҙалдар таҡҡан сал сәсле ветерандар республиканың һәр районынан һәм ҡалаһынан тоҡсайға ер тултырып килтереп, уларҙы залдың уртаһында урынлаштырылған һауытҡа һалды. Был ҡалаларыбыҙҙан һәм ауылдарыбыҙҙан фронтҡа киткән 700 меңдән ашыу башҡортостандарға ихтирам билгеһе булды. Ә йәнәштә, армияға саҡырылып, фашистарға ҡаршы һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың иҫәбе тураһында иҫкәртеүсе Башҡортостан картаһы.
       Республика Хәрби Дан музейы ике экспозициянан тора. Беренсе ҡатта Башҡортостан халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт батырлығы тураһында һөйләүсе экспонаттар һәм документтар урынлашҡан. Икенсе ҡатта музейға килеүселәр, ҡоралдарҙы ҡарап һәм экскурсоводтың Башҡортостандан яугирҙарҙың хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләгәнен тыңлап, оҙағыраҡ тотҡарлана.
       Һуғыш йылдарында Башҡортостанға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 172 сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана. Улар араһында - Рыбинск моторҙар эшләү, Одесса станоктар эшләү заводтары, уларҙа хәрби техника етештерелә. Тау ҡорамалдары заводында миналар өсөн ҡулсалар, шартлатыу механизмдары әҙерләйҙәр. Паровоз ремонтлау заводында дүрт бронепоезд ҡоралар, Ҡырымда һәм Курск дуғаһында улар фашистарҙың ҡотон ала ла инде. Ишембай һәм Туймазы нефтселәре нефть сығарыуҙы арттыра. Был нефть Өфө һәм Ишембай нефть эшкәртеү заводтарында эшкәртелә. Һәр өсөнсө танк Башҡортостан яғыулығы менән заправкалана.
       Музейҙа хаҡлы рәүештә Башҡорт кавалерия дивизияһына айырым урын бирелгән. Уны ойоштороу 1942 йылда тамамлана. Дивизияны һуғышҡа легендар генерал Миңлеғәли Шайморатов алып бара. 1943 йылдың 23 февралендә ул батырҙарса һәләк булғас, командалыҡ итеүҙе полковник Георгий Белов ҡабул итә. Дивизия элиталы ғәскәрҙәр иҫәбенә индерелә, 16-сы гвардия дивизияһы итеп үҙгәртелә, һуғыш аҙағында Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша.
       Музейҙа Илеш районынан дан яулаған летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың хәрби формаһы һаҡлана. 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта Рейхстаг ҡыйығында беренсе булып еңеү ҡыҙыл байрағын элгән Мишкә районынан яҡташыбыҙ Ғазый Заһитов тураһында документтар бар.
       Музейға ҡайһы берҙә Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, фашистар "ҡара генерал" тип исем биргән һәм әсиргә алған өсөн бик күп күп аҡса вәғәҙә иткән тере легенда Даян Мурзин килеп китә.
       Республика Хәрби Дан музейы директоры урынбаҫары Зәлифә Әмирханова коллективтың эше тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Баҡһаң, музей фондында, документтарҙы ла индереп, ете меңдән ашыу экспонат һаҡлана икән. 2000 йылдан алып 2007 йылға тиклем музейҙа 220 меңдән ашыу кеше булып киткән, залдар буйлап ике меңдән ашыу экскурсия үткәрелгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал