6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Ғаилә әкиәте
16.05.08


       Рөстәм һәм Эльвира Әхтәмовтарҙың ғаиләһендә бик матур ике малай - Тимур һәм Роберт үҫеп килә. Балалар, һис шикһеҙ, бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған, тыуғас та уларҙан биологик әсәләре баш тартҡан, әммә улар йәш, хәстәрлекле ғаиләгә килеп эләккән. Һине ысынлап та яратҡан, иркә һәм наҙ менән сорнап алған йортта йәшәү - шул үҙе ҙур бәхет түгелме ни?
       Был шуҡ малайҙарҙың йәш айырмаһы ни бары йәш ярым ғына. Бөгөн шоморт күҙле Тимурға өс йәштән артығыраҡ, үҙ исеменә ярашлы, ул көслө ихтыярлы булып үҫер, моғайын. Ә исеме "һүнмәҫ дан" мәғәнәһен аңлатыусы Робертҡа йәш ярым ғына.
       Тимур Әхтәмовтар ғаиләһенә - 36 көнлөк, ә Роберт 45 көнлөк сағында килде... Рөстәм менән Эльвира махсус рәүештә ауырыу балаларҙы алды. Буласаҡ улдарының береһенә ҡарап, Рөстәм Рәшит улы (әйткәндәй, ул һөнәре буйынса врач): "Был бала менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк. Юҡһа, ул балалар йортонда ғәрипкә әйләнәсәк", - тине.
       Беҙҙең заманда һирәктәр баланы уллыҡҡа алыуға тәүәккәллек итә. Бындай яуаплы аҙымға барған хәлдә лә, һау балаларға өҫтөнлөк бирә. Кешеләр ауырыу балаларҙы алырға ҡурҡа, уларҙың һаулығын нисек тә яҡшыртыу өсөн күп һәм ныҡышмалы шөғөлләнергә, белгестәргә йөрөтөргә, дауаханаларҙа ятырға кәрәк бит.
       Әгәр Тимурҙың һаулығы былай ғына сибек булһа, Робертҡа тыумыштан бик күп етди диагноздар ҡуйыла.
       Һары сәсле, йылмайып, йүгереп йөрөгән Робертҡа ҡарап, тейешле тәрбиә һәм медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, уның ғәрип булып ҡалыуы мөмкин ине, тигәнгә ышаныуы ҡыйын. Бөгөн ул тулыһынса сәләмәт бала тиерлек.
       Ә уны атларға Тимур өйрәткән. Ағай кеше бүлмә буйлап велосипедта йөрөгән, ә Роберт, велосипедты терәк итеп файҙаланып, аҡрынлап үҙ аллы атларға өйрәнгән.
       Әхтәмовтарҙың ғаиләһе спортсы ғаилә. Ете-һигеҙ йыл инде туризм менән дә мауығалар. Һәр йәй (ә Рөстәм үҙе май айында ла) бала-сағалары менән бергә тау йылғалары буйлап һалда йөҙөп төшәләр.
       - Июлдә беҙ һәр ваҡыт балалар менән бергә йөҙәбеҙ, - ти ғаилә башлығы. - Беҙ, ғөмүмән, походҡа йөрөргә яратабыҙ...
       Өҫтәүенә, Рөстәм менән Эльвира (дөрөҫ, Эльвира хәҙер һирәгерәк) каратэ секцияһында шөғөлләнә.
       - Беҙ балалар менән сумо менән шөғөлләнергә лә яратабыҙ,- тип һөйләй Рөстәм. - Сумо - шул уҡ этешеү, кем кемде. Һөҙөмтәлә бала дөрөҫ торорға өйрәнә. Тимур, мәҫәлән, үҙенең ҙур уйынсығы - асыҡ көрән төҫтәге айыуы менән спорт көрәше үткәрергә бик тә ярата. Әлбиттә, миндә лә күнекмә яһай. Үҫкән һайын етдиерәк шөғөлләнәбеҙ.
       Ғөмүмән, тәрбиә, балаларҙың интеллектуаль үҫеше тураһында һөйләгәндә, бына тағы нимәне билдәләмәү мөмкин түгел. Хужабикә әйтеүенсә, улар малайҙар менән бик күп уҡыйҙар, яҡшы изге мультфильмдар ҡарайҙар, балалар доминоһы, башҡа уйындар уйнайҙар.
       Фатирҙа уйынсыҡтар бик күп, айырыуса төрлө ҙурлыҡтағы һәм төрҙәге машиналар. Ә күптән түгел Рөстәм балалар өсөн арҡан баҫҡыс, ҡулсалар, канат менән спорт мөйөшө ҡороп ҡуйған - малайҙар аталарының күҙәтеүе аҫтында теләп шөғөлләнәләр.
       Дөрөҫ, залда спорт мөйөшө эшләү өсөн Әхтәмовтарға йорттан диванды сығарырға тура килгән. Диванды ғына ла түгел... Ике бүлмәле фатирҙа Тимур барлыҡҡа килгәс, тығыҙыраҡ булды, ә инде Роберт та килеп ҡушылғас, тағы ла тығыҙайҙы, ти йылмайып Эльвира. Шуға күрә ашығыс рәүештә "артыҡ" әйберҙәрҙән ҡотолорға ҡарар итәләр.
       - Пианиноны, ҙур креслоларҙы, күптән түгел диванды ла йыйып ҡуйҙыҡ, - ти ул. - Ләкин был мөһим түгел - беҙ иҙәндә лә йоҡларға әҙербеҙ, балаларҙың үҙ спорт мөйөшө булыу мөһим.
       Эльвира һөнәре буйынса бухгалтер, ләкин, үҙе әйтеүенсә, эш - икенсе планда. Беренсе урында, тәбиғи, ғаилә, уның малайҙары. Өйгә Тимурҙы килтергәндә уға 30 йәш була. Бала тәрбиәләүҙә төрлө проблемалар тыумаһын өсөн ул алдан бөтә кәрәкле әҙәбиәтте уҡып сыға. Ә йыл ярымдан һуң бала табыу йортонан бәләкәй Робертты ла килтерәләр. Малайҙың төрлө ауырыуҙарынан тыш, етмәһә, тыумыштан пневмония ла булыуын иҫәпкә алғанда, тәүге өс айҙа ул ысын мәғәнәһендә йәшәү өсөн көрәшә.
       Башта Роберттың ҡараңғынан ҡурҡыуы бик ауыр була. Шуға күрә тәүге ике-өс айҙа бөтәһенә лә утты яҡтырып йоҡларға тура килә. Бала табыу йортонда ҡалдырып киткән балалар һәр ваҡыт ут яҡтыһында йоҡлайҙар, илағанда тынысландырыу өсөн эргәләрендә әсәләре юҡ бит. Хәйер, ут яҡтыһында ла ҡысҡыралар инде... Шәфҡәт туташтарының бөтә балаларға ла иғтибары етмәй, әлбиттә. Бала табыу йортонан сығарғанда Роберттың хатта тәне оҙаҡ ятыуҙан боҙола башлағайны. Ни өсөндөр хатта танау биле эргәһендә бер урыны боҙолғайны (бала оҙаҡ ваҡыт эсендә ятҡан микән ни?), әле булһа йөҙөндәге ҡыҙыл тамға бөтмәй...
       - Йоҡоһо туймауҙан Тимур бик яфаланды, - тип һөйләй Эльвира. - Ут яҡтыһында йоҡлап ҡара әле! Ә Робертҡа мотлаҡ яҡтылыҡ сығанағы кәрәк. Ләкин һуңынан ҡапыл утты һүндереүҙе "талап итте", шунда уҡ тынысланып йоҡлап та китте...
       - Беҙҙең өсөн балаға әлифбаны өйрәтеүҙән бигерәк улар араһында иғтибарҙы тигеҙ бүлеү тураһында уйлау мөһим ине, - тип дауам итә ике бала әсәһе. - Тәүге ваҡытта мин хатта өлкән улымдан: "Робертҡа күрһәтеү өсөн һинең уйынсығыңды алайыммы?" тип рөхсәт һорай торғайным. Һуңынан Тимур үҙе үк уйынсыҡтарын ҡустыһы менән теләп уртаҡлаша башланы.
       Әхтәмовтар ғаиләһендә ҡунаҡта булғанда уларҙың өйөндә ни тиклем тыныс һәм шатлыҡлы атмосфера булыуын тоймау мөмкин түгел. Әлбиттә, уларҙың үҙ хәстәрлектәре һәм проблемалары ла етерлек, ләкин әсәйҙең һәм атайҙың, Тимурҙың һәм Роберттың бәхетле йөҙҙәренә ҡарап, былар барыһы ла бик алыҫта кеүек тойола.
       Нимәһе ҡыҙыҡ, ир менән ҡатын сабыйҙарынан ҡасандыр уларҙы уллыҡҡа алыуҙарын йәшермәй. Ләкин был фактты улар ҡыуаныслы әкиәт формаһында еткерәләр. "Әхтәмовтарҙан" әкиәттә тик яҡшы нәмәләр генә йыйылған. Бына тыңлағыҙ.
       Йәшәгән, ти, әсәй менән атай. Улар нисек кенә теләһәләр ҙә, балалары булмаған, һәм улар Хоҙайҙан ялбарып Тимканы табырға ярҙам итеүен һорағандар. Хоҙай уларға Тимканы табырға ярҙам иткән, һәм улар малай артынан киткәндәр. Ул бәләкәй генә булған, һуңынан үҫә, үҫә, үҫә башлаған. Аҙаҡтан инде Робертты эҙләй башлағандар, тапҡас, уны ла алырға киткәндәр. Тимка торттар бүләк иткән һәм апайҙарҙың ҡулын ҡыҫып сыҡҡан...
       Был әкиәттә барыһы ла ысын, барыһы ла дөрөҫ. Робертты ла Тимурҙы алған бала табыу йортонан алғандар. Һәм бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәре, тәбиғи, элекке үҙҙәренең сабыйын күрергә теләгән. Шулай итеп, Тимка ысынлап та торттар бүләк итеп, "апайҙарҙың" ҡулын ҡыҫҡан...
       Белмәйем, һеҙгә нисектер, ҡәҙерле уҡыусылар, ә миндә Рөстәм менән Эльвира ысын мәғәнәһендә һоҡланыу һәм ихтирам уята. Улар заманыбыҙҙың ысын геройҙары, улар тураһында Халыҡ-ара ғаилә көнөндә генә түгел, ә мөмкин тиклем йышыраҡ һөйләргә кәрәк. Былар бер-береһен яратҡан һәм ихтирам иткән генә түгел, шулай уҡ үҙ һөйөүен һәм күңел йылыһын башҡаларға ла йомарт өләшеүсе кешеләр. Шулай булғас, Тимур менән Роберт ысынлап та бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған. Эй, Хоҙайым, Әхтәмовтар кеүек аҫыл заттар ер йөҙөндә күберәк булһын ине.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал