6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Миссия нимә тикшерҙе
29.07.03


       Артыҡ билдәле булмаған "Фонд защиты гласности"тип аталған йә мәғәт һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы етәксеһе Руслан Горевой һә м волонтер Виктор Савельев "тикшереү миссияһы" менән яңыраҡ
       Өфө һәм Стәрлетамаҡта булып ҡайтты. Сәфәр тураһындағы отчет был ойошманың Интернет сайтында донъя күрҙе. Үрҙә әйтелгән кешеләр бер аҙна буйына республиканың киң матбуғат сараларын ың торошо тураһындағы фекерҙәр һәм тәҡдимдәр менән таныша. Савельев, "Молодежная газета"һының элекке мөхәррире, үҙенең иптәшен оҙатып йөрөргә юҡҡа ғына риза булмағандыр тип уйларғ а ҡала. Урындағы матбуғаттың экс - вәкиле булараҡ, ул үҙенең оло коллегаһы өсөн ниндәйҙер кимәлдә Иван Сусанин ролен үтә й. Тикшереүселәрҙең отчеты нимә тураһында һуң
       Беренсенән, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашҡанда авторҙар б ер тауыштан "бөгөн Башҡортостан матбуғаты башлыса конфликтһы ҙ режимда эшләй, был турала судҡа дәғүәләр һанының аҙ булыуы һөйләй" тип белдерҙе. Күрәһең, уларға тыныс ижади мөғәмәлә оҡшамай, үҙ - ара һәм башҡа ведомстволар менән пыр туҙып тал ашыусы журналистар уларҙың күңелдәренә ятыңҡырай. Икенсенән, үҙҙәренең үҙаллылыҡтары менән маҡтанырға яратыусы һәм финан с сығанаҡтарын йәшереүсе "хоҡуҡ һаҡлаусылар"республика матбу ғат сараларының күбеһен халыҡты мәғлүмәт менән тәьмин итеү ҡ ыҙыҡһындырмай тип иҫбатларға тырыша. Ошо урында эштең асылын а төшөнөп етмәгән авторҙарға "фи" тип әйтәһе килә. Башҡортос танда мең кешегә алты йөҙҙән артыҡ экземпляр һәр төрлө гәзит һәм журналдар тура килә -- был бөтә ил буйынса алдынғы урын дарҙың береһе. Һәм ошондай аңлашылмаусанлыҡтар был материал да етерлек. Башҡорт матбуғатын тикшереүселәр ярайһы уҡ тәрән "ҡаҙығандар", әлбиттә, тик ҡапма - ҡаршы яҡҡа. Шулай, отчет та Өфөлә 1998 йылдың май аҙағында булған хәл -- "Титан" ра диостанцияһының ябылыуы тураһында телгә алынып китә. Тикшере үселәр 90 - сы йылдарҙа ғәҙәти булған финанс - криминал күре неште сәйәси эҙәрләүҙәр кимәленә еткереп, ә инде радиостанци яның "президенты" Әлтәф Ғәлиевты дөрөҫлөк өсөн зыян күргән кеше итеп күрһәтергә көстәрен йәлләмәгәндәр. Ә радиостанциян ың элекке хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, әгәр Ғәлиев аҡса туҙҙырма һа, һалымдарҙы тотҡарлыҡһыҙ түләһә, "Титан" әле лә эшләр ине . Миссионерҙарҙың улар менән һөйләшеүҙе кәрәк тип тапмауы би к сәйер.
       Авторҙар тапҡан тағы бер "факт" - Нефтекама журналисы Фират Вәлиевтың автокатастрофала һәләк булыуы менән бәйле. Фажиғ ә Удмуртия трассаһында булғайны. Һәм һәләкәтте тикшереү күрш е өлкәлә үткәрелде. Авторҙар бында тап пиар алымы менән кеше ләрҙең аңына шик һалырға уйлай. Йәнәһе, автокатастрофа осраҡ лы хәл булмаған, тип улар кеше ғүмерҙәрен алып киткән тағы б ер нисә автоаварияны иҫкә төшөрөп үтә. Был тикшереүселәрҙең логикаһы менән һәр бер кешене Басаев йәки Усама бен Ладен м енән бәйләнештә ғәйепләргә лә мөмкин булыр ине.
       Тағы бер моментта туҡталып үтеү артыҡ булмаҫ: ул отчетта р еспубликаның киң матбуғат саралары тураһында бирелгән мәғлүм әттең бик наҡыҫ булыуы. "Хоҡуҡ яҡлаусылар", күрәһең, хатта республикала нисә баҫма сығыуы менән дә ҡыҙыҡһынып тормаға ндар. Ә улар, иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, биш йөҙҙән ашыу һәм к үп төрлө: электрон гәзиттәре, дәүләт гәзиттәре, шәхси баҫмал ар, заводтарҙың күп тиражлы гәзиттәре, йәмәғәт ойошмалары, в едомство баҫмалары һ. б. Республика матбуғатының төп үҙенсәл еге булып уның күп теллелеге тора -- гәзит һәм журналдар беҙ ҙә һигеҙ телдә сыға. Телевидение тапшырыуҙары республикала ө с телдә алып барыла. Бынан тыш сыуаш, мари, удмурт, украин һәм Башҡортостандың башҡа телдәрендәге тапшырыуҙар даими т рансляциялана.
       Ҡыҫҡаһы, отчетта башҡорт журналистикаһын һүрәтләр өсөн ҡар а төҫтәрҙе бер ҙә йәлләмәгәндәр.Улар фекеренсә беҙҙә иғтибар ға лайыҡ һәм башҡалар өлгө алырлыҡ ике генә баҫма бар: "Отеч ество" һәм "Наш выбор". Ҡалғандарын уҡып та тормайынса сүп к әрзиненә ырғытырға мөмкин. Ә улар бит йөҙләгән кешеләрҙең хе ҙмәте!
       Миссионерҙар бик тәрәндә йәшеренгән цензорҙы "табып" уны м атериалдарҙы таҙартыуҙа ғәйепләргә лә"өлгөргәндәр". Цензорҙы эҙләү барышы үҙе бер тарих: имеш, уның тураһында кемдер кем гәлер нимәлер әйткән. Ә бит ысынында республикала цензура ба рлығы бөтөнләй дөрөҫлөккә тап килмәй. Замандың мәғлүмәт тара тыу алымдары бөгөн бик күп, уларға Интернет, ғәйәт күп телек анал һәм радиостанциялар ҙа инә... Ҡыҫҡһы, бар мәғлүмәт ағым ын цензура аша үткәреү бик теләгәндә лә мөмкин түгел. Әллә б еҙҙең "геройҙар" башҡаларҙы иҫәүән тип һанаймы икән
       Документ аҙағында "ҡиммәтле" кәңәштәр бирелә, мәҫәлән, "Ре спубликаның киң матбуғат сараларын тергеҙергә бары тик башҡа рыусы власты алмаштырыу ғына ярҙам итә аласаҡ".
       Бына шулай, матбуғат күңелһеҙ һәм сөсө булмаһын өсөн власт ыалмаштырырға, ә журналистарға хәйерсе тоҡсайы тоттороп донъ ябуйлап ебәрергә тәҡдим ителә. Һәйбәт киләсәк! Ғәфү итегеҙ, әлбиттә, әммә отчетты уҡығандан һуң уйға һүгенеү һүҙҙәренән башҡа бер нимә лә килмәй. Республикала бер аҙна тикшереү үтк әреп тә бер ниндәй яҡшы нимә күрмәҫ өсөн ниндәй ҡара күҙлек кейеп эшләмәк кәрәк икән ул Һөҙөмтә шундай: тикшереүселәр б ер генә теләк -- федераль үҙәк алдында республика власын һәм мәғлүмәт сараларын ҡараға буяп күрһәтеү теләге менән генә э шләгәндәр. Барып сыҡмаҫ, йәмәғәт, юҡҡа тырышаһығыҙ.

Пантелеймон Занозин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал