6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хөкүмәттә

Эшкә урынлашыу ҡыйынлыҡтары
16.05.08


       Беҙгә гастарбайтерҙар кәрәкме икән? Кемдер асыуланып: "Килеп тулдылар шунда! Үҙебеҙҙекеләргә эшләргә урын юҡ", тип әйтер һәм нимәләлер хаҡлы бит. Икенселәр, киреһенсә, "эйе" тип кенә әйтер. Уларға бигерәк тә ҡаланан ситтә йорт төҙөүселәр шат. Ярҙамсы эшселәр сифатында йыш ҡына гастарбайтерҙар бригадаһын яллауҙан да яҡшыраҡ вариант юҡ. Улар эшкә талымһыҙ, беҙҙең үлсәмдәр буйынса аҙ ғына аҡсаға иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләй.
       - Өҫтәүенә эсмәйҙәр ҙә, - тип өҫтәй Өфөлә йәшәүсе, төҙөлөш блоктары етештереү буйынса ҙур булмаған цех хужаһы Михаил. - Производство асып, мин дүрт кешенән торған бригада йыйҙым. Былай эшләй башланылар, тик беренсе авансҡа тиклем: аҡса алғандың иртәгеһенә дүртәүҙән икәү сыҡты - ҡалғандарының башы ауырта ине. Шундай хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, дуҫым гастарбайтерҙарҙы ялларға кәңәш итте. Мин шулай эшләнем дә һәм үкенмәйем. Аҡса яғынан да отошлораҡ - үҙебеҙҙекеләргә күберәк түләй инем бит, етмәһә, эсеп ҡаңғырттылар.
       Әйтергә кәрәк, сит ил эшсе көсө - ул гастарбайтерҙар ғына түгел (тик улар күберәк), шулай уҡ төрлө илдәрҙән квалификациялы белгестәр ҙә. Сит илдекеләр беҙгә кәрәк булыуы дәүләт кимәлендә танылған: иң мөһиме, уларҙың хеҙмәтен белеп файҙаланыу. Хеҙмәт миграцияһы проблемалары Өфөлә Республика йортонда тикшерелде. БР Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидүс Ямалетдинов рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә мәшғүллек, миграцион хеҙмәт, профсоюздар органдары, шулай уҡ ҡайһы бер министрлыҡтар - иҡтисад, мәғариф һәм башҡалар - вәкилдәре ҡатнашты.
       Көн тәртибендә республикала квота кампанияһы үткәреү тураһындағы мәсьәлә торҙо. Бына икенсе йыл РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә эшләйәсәк сит ил кешеләре һаны эш биреүселәрҙән вәкәләтле органдарға килгән заявкалар нигеҙендә билдәләнә. Мәҫәлән, быйыл 2007 йылда үткән квота кампанияһынан һуң Башҡортостанда сит ил кешеләре өсөн 27558 эш урыны бүленгән, шуларҙың 7436-һы - алыҫ сит илдәрҙән граждандар өсөн. Эш биреүселәр биргән 536 заявканың 499-ы ҡәнәғәтләндерелде.
       Бөгөнгә 446 заявка килде. 2009 йылға заявкалар биреү кампанияһы 2008 йылдың 1 июненә тамамланасаҡ, бынан һуң тармаҡ министрлыҡтарына эш биреүселәрҙең талаптарын хеҙмәт баҙарындағы хәл менән сағыштырырға кәрәк буласаҡ, шул нигеҙҙә рөхсәт биреләсәк тә.
       - Был ҡатмарлы һәм яуаплы эш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр быға етди ҡарамай, - тип белдерҙе Фидүс Ямалетдинов. - Бөгөн беҙ заявкалар буйынса эшләүгә ҡарамаҫтан, квота күләмен раҫлауҙа төп нигеҙ булып дәүләт заказы торорға тейеш. Ә республикаға кәрәкле сит ил эшсе көсө иҫәбен аныҡ билдәләү һәм уны тармаҡтар буйынса бүлеү өсөн миграция процестарын көйләүсе органдарҙың һәм тармаҡ министрлыҡтарының юлға һалынған эше кәрәк, ә бөгөн был күҙәтелмәй.
       2009 йылға планлаштырылған квота 22,4 мең кеше тәшкил итә, алыҫ сит илдәрҙән граждандар өлөшө 50 процентҡа тиерлек артҡан - 10,9 мең, тип билдәләне Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Мәшғүллек дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккинин.
       Вице-премьер кәңәшмә барышында бер нисә тапҡыр, сит ил эшсе көсөн файҙаланыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте эшкә урынлаштырыуҙа өҫтөнлөк урындағы халыҡҡа бирерлек итеп төҙөлгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       - Сит ил эшсе көсөн өҫтәмә ресурс сифатында ғына йәлеп итергә кәрәк, - тип белдерҙе Фидүс Ямалетдинов.
       Шуның менән бәйле ул кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға сит ил кешеләре хеҙмәтен файҙаланыуға заявка биреүсе эш биреүселәр булып йыш ҡына сит илдекеләр үҙҙәре сығыш яһауына иғтибар йүнәлтергә тәҡдим итте. Мәҫәлән, төҙөлөштә сит ил ойошмалары, объект төҙөүгә подряд договоры төҙөп, йыш ҡына субподряд эштәрен башҡарыуға сит ил эшсе көсө менән ваҡ ойошмаларҙы йәлеп итә.
       - Закон менән был тыйылмай, ләкин был урында ни өсөн үҙ граждандарыбыҙ эшләй алмауына анализ яһарға кәрәк, - тип билдәләне Ямалетдинов.
       Бынан тыш, хөкүмәт башлығы урынбаҫары кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы "күҙ буяуҙа" тәнҡитләне:
       - Беҙ һыйыр аҙбарын таҙартҡан үзбәктәрҙе ҡыуып ҡайтарыуыбыҙ тураһында яр һалабыҙ, ә кафе һәм баҙарҙарға билдәле бер милләт вәкилдәре контроллек итеүенә ни өсөндөр күҙ йомабыҙ...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал