6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәмәғәт ойошмалары

Профсоюз маевкаһы
15.05.08


       Телевизион тапшырыуҙа бер йүнсел бизнесмен, үҙенең предприятиеһында эштәр яҡшы бара, тип бөтә илгә маҡтанғайны. Ул ҡытай эшселәрен яллаған, улар ял көндәреһеҙ, көнөнә унар сәғәт һәм урыҫтарға ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк эш хаҡына эшләйҙәр. Ләкин магазинға гастарбайтерҙар милиционерҙар һағы аҫтында йөрөй, сөнки граждандарыбыҙ уларҙы өҙгөләп ташларға әҙер - ситтән килеүселәр уларҙы эш урынынан, тимәк, йәшәүгә средствонан мәхрүм иткән бит. Был эш биреүсе нимәлер үҙгәртергә йыйынмай ҙа: уға арзан сит ил эшсе көсөн файҙаланыу отошлораҡ. Профсоюздарҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән төп бурысы - эш хаҡын күтәреү өсөн көрәшеү. Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе, Рәсәй йәмәғәт палатаһының хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм пенсия тәьминәте буйынса комиссияһы рәйесе Олег Нетеребский һәм БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмирханов шундай ҡарашта. Рәсәйҙә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре проблемаларына арналған матбуғат конференцияһында улар ошо турала һөйләне.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәренең үҫеш тенденцияһы етерлек көслө түгел, - тине Олег Нетеребский. Хеҙмәт конфликттары һаны арта. Былтыр Рәсәйҙә 1077 хеҙмәт конфликты теркәлде, уларҙа 470 мең кеше ҡатнашты.
       Был статистика туранан-тура хеҙмәткәрҙәрҙән алынды, шул уҡ ваҡытта эш биреүселәр мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән рәсми статистика, 2007 йылда ике забастовка үтте, унда меңгә яҡын кеше ҡатнашты, тип раҫлай. Рәсәй закондарында бәхәсте конфликтҡа еткермәй хәл итеүҙең ике моменты яҙылған. Уларҙың береһе - яраштырыусыны - арбитраж судын йәлеп итеү. Ләкин беҙҙең илдә бындай институт булдырылмаған. Шундай миҫал килтерәм. Калуга өлкәһендә 176 арбитрҙан - хеҙмәт бәхәсе килеп тыуған осраҡта хеҙмәткәр мөрәжәғәт итә алырлыҡ кешеләрҙән - торған исемлек төҙөгәндәр. Ошо 176 арбитрҙан ни бары 16 кеше генә уҡыу үткән. Бында ниндәй компетентлыҡ тураһында һүҙ барыуы мөмкин?
       Эш биреүселәр үҙҙәрен бөйөк тип иҫәпләй, уларға бөтә рөхсәт ителә, тип уйлай. Ләкин уларҙы урынына ҡуйырға мөмкин, ти Олег Нетеребский.
       - Беҙ, Рәсәй Федерацияһында ҡағылмаҫлыҡ компаниялар булыуы мөмкин түгел, тип иҫәпләйбеҙ. Йәмәғәт палатаһы комиссияһы хеҙмәт закондарын боҙоуҙың бөтә осраҡтарын тикшерәсәк. Был проблемалар системалы хәл ителә алһын өсөн беҙ үҙ тәҡдимдәребеҙҙе индерергә теләйбеҙ. Айырым алғанда, профсоюздарға хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын судта яҡлау хоҡуғын ҡайтарырға. Бөгөн кеше судҡа үҙе дәғүә бирергә тейеш. Ләкин, әгәр хеҙмәткәрҙәр үҙ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн ойошмаға килә икән, был ойошма уның мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ.
       Журналистар матбуғат конференцияһында ҡатнашыусыларға биргән тәүге һорауҙарҙың береһе, уларҙың ҡарашынса, иң кәм пенсия күләме күпме булырға тейеш, тигән һорау булды. Бында Мәскәүҙән ҡунаҡ хәлде аңлатыу яуаплылығын тағы ла үҙенә алды.
       - 2002 йылда үткәрелгән һәм дауам иттерелгән реформа бөгөн дә ғәмәлдә, һәм ул үҙ маҡсаттарына өлгәшмәне. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы конвенцияһы буйынса минималь пенсия стандарты эш хаҡының 40 процентын ҡапларға тейеш. Ҡайһы бер илдәрҙә эш хаҡын алмаштырыу коэффициенты хатта был һандан да артып китә. Европа-социаль картаһы буйынса ул кәмендә 60 процент тәшкил итергә тейеш. Беҙҙә башҡаса хәл. Рәсәй Федерацияһында пенсияның уртаса күләме, уның бөтә төрҙәрен һәм формаларын иҫәпкә алып, 4100 һум тирәһе. Хәҙер март айы өсөн уртаса эш хаҡын алайыҡ - 16500 һум. Ябай иҫәпләүҙәр юлы менән дә ҡаплау коэффициенты 25 проценттан да кәмерәк тәшкил итеүе асыҡлана. Властарҙы яҡлап бер нәмәне генә әйтә алам, улар был коэффициенттың түбән төшмәүенә аҙым яһай. Ләкин ил буйынса рәсми рәүештә башҡа һан яңғырай - ҡаплау коэффициенты 33-35 процент тәшкил итә.
       Тағы бер миҫал килтерәм, - ти Олег Нетеребский. - Хеҙмәт шарттары ауыр булған тармаҡ секторын тәшкил итеүсе предприятиеларҙа эш хаҡы арта башланы. Әйтәйек, хеҙмәткәр айына 40 мең һум ала, ти. Ул пенсияға сығыу менән фәҡирлеккә төшә, сөнки пенсияһы 4100 һум ғына тәшкил итә. 10 процентҡа ғына ҡаплана. Әгәр инде эш хаҡы түбән, ете-һигеҙ мең һум, булған аграр секторҙы алһаҡ, пенсияға сыҡҡанда ул шул уҡ 4100 һумды ала, ҡаплау коэффициенты 50 процент тәшкил итә. Шуға күрә, ҡаплау коэффициенты тураһында һөйләгәндә тәғәйен һандарҙы атарға кәрәк.
       Башҡортостанда 1 июлдән билдәләнгән минималь эш хаҡы күләме - 3500 һум - кимәленә килгәндә, республика күберәк яһай ала, тип билдәләне. Хәҙер, Олег Нетеребский әйтеүенсә, икенсе проблема килеп баҫа - республикала был минималь эш хаҡы күләме индерелгәс тә, уны ҡайтанан ҡарарға кәрәк буласаҡ, сөнки Владимир Путин күптән түгел, 2009 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләмен 4330 һум күләмендә билдәләргә, тигән инициатива менән сығыш яһаны.
       Олег Нетеребский ҙа, Әмирхан Сәмирханов та, рәсәйҙәр 1 майҙа үткән хеҙмәтсәндәр демонстрацияһында етерлек әүҙем ҡатнашманы, тип үкенес белдерҙе. Башҡортостан Республикаһы буйынса - 12 мең, һәм Рәсәй Федерацияһы буйынса - ике миллион 300 мең кеше (яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда). Хәйер, был былтырғыға ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк. Олег Нетеребский әйтеүенсә, быйылғы демонстрацияның үҙенсәлеге шунда - ахыр килеп, лозунгылар формаһы табылды. Әгәр элек улар аңлайышһыҙ характерҙа булһа, бөгөн тәғәйен, аныҡ талаптар яңғырай - минималь эш хаҡын, пенсияларҙы арттырыу һәм башҡалар. Тотош Рәсәй буйынса, хатта Чечня һәм Ингушетияла ла, демонстрациялар бер ниндәй мажараһыҙ үтте.
       Осрашыу аҙағында Олег Нетеребский, уның Өфөгә килеүенең төп сәбәбе булып профсоюздар мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй семинары тороуын телгә алды, ул Башҡортостан баш ҡалаһында 13-17 майҙа үтә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал