6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Туғыҙ бала һәм бер "Газель"
14.05.08


       Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан туғыҙ һәм унан күберәк балалары булған алты ғаиләгә бөгөн "Газель" микроавтобустары бүләк ителде. Автомобилдәрҙән асҡыстарҙы бәхетле ата-әсәләргә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы.
       Шундай күп балалары булған ғаилә парҙарынан тыш, республика йортона кәмендә биш балиғ булмаған бала тәрбиәләгән 75 ҡатын саҡырылды. Уларға Башҡортостан Президенты "Әсәлек даны" миҙалы һәм 10 мең һум күләмендә аҡсалата "өҫтәмә" тапшырҙы.
       Шулай итеп, "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүселәр һаны республикала тағы 75 ҡатынға артты һәм 3895 кеше тәшкил итте.
       - Республика етәкселегенә күп балалы ғаиләләргә ярҙам иткәнегеҙ, әсәлек хеҙмәтен баһалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине "Әсәлек даны" миҙалы алыусыларҙың береһе, Ишембай районынан экономист Саодат Халикова. - Үҙем сығышым менән Тажикстанданмын, әсәйемдең тыуған яғына килер алдынан беҙ Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәп алырға өлгөрҙөк. Шуға күрә, бер ҡайҙа ла Башҡортостандағы кеүек яҡшы шарттар юҡ, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Балаларымды лайыҡлы граждандар итеп үҫтерергә вәғәҙә итәм.
       Ниндәй һуң ул, күп балалы әсә? Традиция буйынса бөгөнгө көн героиняһының яҡынса портретын һүрәтләп ҡарайыҡ. Күп балалы әсәләрҙең күбеһе - йорт хужабикәләре. Һәм был ғәжәп түгел, бигерәк тә ауыл ҡатындары өсөн - уларға балаларын ҡарарға, хужалығында ла эшләп өлгөрөргә кәрәк бит. Ниндәй ситтә эш булыуы мөмкин!
       Шулай ҙа араларында эшләүсе вәкилдәр ҙә осрай - тәрбиәсе, уҡытыусы, китапханасы, контролер-кассир, социаль хеҙмәткәр, шәфҡәт туташы, хужалыҡ мөдире, һауынсы, йыйыштырыусы, почтальон... Әммә йышыраҡ күп балалары менән әсәйҙәр өйҙә ултыра, ғаилә усағын һаҡлай. Уларҙың ҡайһы берҙәре саҡ 30-ҙы уҙған, ә ҡайһы берҙәре өләсәй булырға ла өлгөргән...
       - Әсәлек батырлығығыҙ өсөн мин һеҙгә ихлас рәхмәтемде белдерәм, - тине БР Президенты Мортаза Рәхимов. - Республика етәкселеге ғаилә проблемаларына ҙур иғтибар бирергә тырыша.
       Төбәктә йәштәргә лә етди иғтибар бирелә, тип дауам итте Мортаза Рәхимов. Былтыр меңдән ашыу йәш ғаилә үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Йыл һайын тиҫтәләгән яңы мәктәптәр, спорт-сәләмәтләндереү комплекстары файҙаланыуға тапшырыла.
       - Беҙ бик мөһим бер проблеманы - ата-әсәһе баш тартҡан балалар, социаль етемлек проблемаһын бергәләп хәл итергә тейешбеҙ, - тип айырып билдәләне республика башлығы. - Беҙ һәр етем ҡалған бала ғаиләлә булыуына өлгәшергә тейешбеҙ.
       Ысынлап та, ваҡыт үтеү менән балалар йорттары кәрәкмәү сәбәпле ябылһалар, ниндәй яҡшы булыр ине... Ҡайһы берҙә балалар йорто эргәһенән үтеп китергә тура килһә, уңайһыҙ булып китә. Ҡапыл һин был стеналар күпме күҙ йәше һәм тормошҡа ашмаған хыялдар һаҡлауын аңлайһың. Әле күпме балаға бында йәшәргә һәм, кем дә булһа ҡасан да булһа килеп, өйөнә алып ҡайтып китер тип, мөғжизәгә өмөтләнергә ҡала.
       Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан күңелһеҙ уйҙарҙы ҡалдырып торайыҡ. Етмәһә, опека һәм попечителлек органдары һуңғы ике йылда бик күп эштәр башҡарҙы. Әгәр элек балалар йортонан бала алыу процесы оҙаҡҡа һуҙылһа, хәҙер хәл бөтөнләй башҡаса.
       Тиҙҙән бала-сағаһын үҙ микроавтобусында йөрөтә аласаҡ бәхетле ата-әсәләрҙең исемдәрен беләйек әле. Былар Азалия һәм Нурғәли Ғәйнетдиновтар (Салауат районы), Флүрә һәм Евгений Ишҡузиндар (Ҡалтасы районы), Эльвера Ғәйнетдинова менән Фәйзулла Сырлыбаев (Ейәнсура районы), Олеся һәм Джоракула Аймурадовтар (Стәрлетамаҡ районы), Надежда һәм Павел Пугачевтар (Дәүләкән), шулай уҡ Зөлфиә һәм Рәмил Садиҡовтар (Иглин районы).
       Әйткәндәй, Садиҡовтарҙың ғаиләһендә алты бала, тағы өсәү опекаға алынған. Күптәнән инде. Алты йәшлек Елена яңы ғаиләлә 2002 йылдан, ә биш йәшлек Снежана менән дүрт йәшлек Ксения - 2005 йылдан.
       Рәмил Исмәғил улы "Өфөһыуканал" муниципаль унитар предприятиеһында һаҡсы булып эшләй, ә Зөлфиә Рәфис ҡыҙы балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Ире ҡатынына һәр ваҡыт хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә, балалар өсөн өлгө булып тора, уларҙы хеҙмәткә өйрәтә һәм иң кеселәре менән рәхәтләнеп мәж килә.
       Ғаиләнең бөтә ағзалары ла һүрәт төшөрөргә, йырларға һәм бейергә ярата. Былтыр Садиҡовтар ғаиләһе хатта опекундар (попечителдәр) һәм патронат ғаиләләрҙең район конкурсында беренсе урын яуланы. Зөлфиә Рәфис ҡыҙы тураһында, яҡшы хужабикә, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше, тиҙәр. Тегеү, бәйләү менән мауыға, аш-һыуға бик оҫта. Әйткәндәй, 2000 йылда уҡ Зөлфиә Садиҡова дәүләт наградаһы - Башҡортостан Республикаһының "Әсәлек даны" миҙалы менән наградланды.
       Тағы бер "миҙалсы" - Флүрә Ишҡузина. Ул да ҡасандыр БР Президенты ҡулынан "Әсәлек даны" миҙалы алғайны. Бына бөгөн тағы бер һәйбәт бүләк - "Газель" микроавтобусы. Был йылдар эсендә Ишҡузиндар ҙа "тырышҡан", һәм хәҙер уларҙың туғыҙ бала. Нимәһе ҡыҙыҡ, балалар араһындағы айырма тип-тигеҙ икешәр йыл.
       Флүрә Мөбәрәк ҡыҙы әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм алты малай. Иң өлкәненә (ҡыҙына) быйыл 16 йәш тулған, ә иң кесеһенә (улына) - ни бары туғыҙ ай ғына.
       - Республика йортона миҙал алырға килгәндә, дөрөҫөн әйтәм, бында тағы килермен тип, һис тә уйламағайным, - ти Флүрә Мөбәрәк ҡыҙы. - Минең менән килгән башҡа ҡатындар ҙа ул саҡта, башҡа тапмайым, етте, тигәйне. Ә мин иһә һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә таянам, барыһы ла Уның ҡөҙрәтендә бит. Бәлки, тағы табырмын әле...
       Дөрөҫ тә, нимәгә алдан юрап, тәүбә итергә. Һәр нәмәнең үҙ мәйеле, үҙ мәле.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал