6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Быяла аҫтындағы артефакттар
14.05.08


       Бөйөк байрамдар һәм мөһим ваҡиғалар айҡанлы ғына Башҡортостан Республикаһы Милли музейы фонд һаҡлағыстарынан иң мөһим экспонаттар халыҡ иғтибарына сығарыла. Музейҙа 1941-1945 йылдарға арналған айырым экспозиция булыуға ҡарамаҫтан, Еңеү көнөнә бында "Бөйөк Ватан һуғышы осоро артефакттары" күргәҙмәһе лә асылды. Ҙур булмаған был күргәҙмә БР Милли музейының фойеһында урынлашты. Уның хеҙмәткәрҙәре экспозиция өсөн ғәҙәти булмаған был урынды, музейға килеүсе һәр кем тупһаны аша атлап үткәс тә, шунда уҡ уға иғтибарын йүнәлтәсәк, тип аңлатты. Күргәҙмәгә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ысын хәрби байрағы, совет һәм немец һалдаты обмундированиеһы элементтары, "өсмөйөш"-хаттар, поход фотографиялары, ҡоралдар, каскалар ҡуйылған.
       - Хәрби байраҡ - ул халҡыбыҙҙың героизм символы, беҙ уның тураһында һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Шуны күҙ уңында тотоп, дүртенсе йыл инде беҙ уны Еңеү көнөнә ҡарата сығарып ҡуябыҙ, - тине БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин. - Хәрби байраҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бергә Дим станцияһынан Берлинғаса тиклем ауыр һуғыш юлы үткән, һәм бөтә был ваҡыт эсендә ул дивизияның һәр һалдаты өсөн иң мөһим әйбер булған. Һуғыш аҙағына Башҡорт дивизияһы хәрби байрағы полотноһын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов, II дәрәжә Кутузов ордендары биҙәгән. Кавалерия дивизияһының 76 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
       Музей экспозицияһын асыуға, беренсе сиратта, ил тарихы менән башлап ҡына танышыусыларҙы - уҡыусыларҙы саҡырҙыҡ. Күргәҙмәгә ҡуйылған бөтә предметтар ҙа тиерлек яҡшы таныш, әлбиттә. Әммә улар тураһында тулы мәғлүмәтте, шулай уҡ музейға нисек килеп эләгеүе менән бәйле ҡыҙыҡлы моменттарҙы ғилми хеҙмәткәр генә һөйләйәсәк. Шуға күрә экспозиция тураһында мауыҡтырғыс хикәйә балаларҙа ла, өлкәндәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.
       Күргәҙмә етәксеһе Сергей Чехониндың әйтеүенә ҡарағанда, быйыл музей үҙ экспозицияһын киңәйтергә ҡарар иткән. Бынан алдағылары бер предмет күргәҙмәһе кеүек кенә күрһәтелһә, быйыл Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағына тағы бер нисә хәрби артефакт өҫтәлгән. Улар араһында диңгеҙ һәм пехота пилоткалары, зажигалка, пистолет кобураһы, офицер планшеты, гимнастерка, шулай уҡ һуғыш йылдарындағы төрлө открыткалар, фотографиялар, хаттар, партбилеттар.
       - Былар барыһы ла шәхси әйберҙәр булыуға ҡарамаҫтан, беҙ махсус рәүештә уларҙың теге йәки был кешенеке булыуына баҫым яһамайбыҙ, - ти Сергей. - Улар һәр яугирҙыҡы - һалдат йәки офицерҙыҡы булыуы мөмкин ине.
       - Ниндәй артефакттар иң һирәктәре?
       - Уларға африкан һәм япон фляжкаларын индерергә мөмкин. Беренсеһе, ихтимал, союздаштарҙыҡы булғандыр, икенсеһе япон хәрби әсирҙәре менән бергә республикабыҙ территорияһына килеп сыҡҡандыр.
       - Бөтә был раритеттар нисек музейға килеп эләккән?
       - Күргәҙмә экспонаттарының күбеһен музей фондына ветерандар үҙҙәре йәки музей хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары килтереп тапшырҙы. Был коллекциянан ҡайһы бер предметтарҙы беҙгә Өфөнөң юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары бүләк итте.
       Тәбиғи, ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған предметтар кәштәләргә ҡуйылған. Күргәҙмәлә бер генә экспонат быяла аҫтында түгел. Был эшләп торған патефон, унда музей хеҙмәткәрҙәре килеүселәрҙе һуғыш йылдары атмосфераһына ҡайтарыу өсөн иҫке пластинкаларҙы әйләндерә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал