6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Хәҙер беҙ бер ғаилә кеүек...
14.05.08


       Һәр баланың бәхеткә, уның атаһы һәм әсәһе, олатаһы һәм өләсәһе булыуына хаҡы бар. Әгәр баланың сабый сағынан ғаилә тип аталған бөтә был байлығы булмаһа, нимә эшләргә? Әгәр тыуғандан алып ул "күскенсе" булырға мәжбүр булһа - бала табыу йортонан уны туп-тура Сабыйҙар йортона, ә унан балалар йортона алып барһалар...
       Юҡҡа ғына халыҡта, балалар күҙ йәше - донъялағы иң ҡиммәт күҙ йәштәре, тип әйтмәйҙәр бит. Беҙ барыбыҙ ҙа сабыйҙарыбыҙҙың иламауына, ә көлөүенә ынтылырға тейешбеҙ. Улар үҙ йортонда, иң яҡын кешеләре солғанышында үҫергә тейеш.
       Быларҙың барыһына, һис шикһеҙ, алмаштырыусы ғаиләләр булышлыҡ итә. Тап улар, алмаштырыусы ата-әсәйҙәр, балалар йортонан сабыйҙар өсөн "ҙур тормош"ҡа оҙатыусы буласаҡ, улар арҡаһында етемдәрҙең үҙ атай йорто булмаһа ла, йорто, үҙ ата-әсәһе һәм йыш ҡына ҡиәмәтлек ағай-апайҙары барлыҡҡа киләсәк.
       Миҫал итеп патронатты алайыҡ. Патронат тәрбиәселәр булырға ҡарар итеүселәр араһында үҙ ғаиләһенә бер юлы ике, хатта өс баланы ла алырға тәүәккәллек итеүселәр аҙ түгел.
       Иглин районының Красный Восход ауылында йәшәүсе педагог Әдис Закировтың һөйләүенсә, былтыр май айында улар ҡатыны менән, шулай уҡ педагог, бер юлы өс баланы - 9 йәшлек Русланды, 11 йәшлек Рәмзисте һәм 13 йәшлек Гөлназды - үҙ ғаиләһенә патронат тәрбиәгә ала. Ә бит Закировтарҙың үҙ балалары ла өсәү, иң кесе ҡыҙҙарына ни бары 5 йәш. Ике өлкән улдары инде атай йортонан киткән һәм улар ата-әсәһенә ял көндәрендә генә килеп йөрөй, ә кесе ҡыҙыҡай Русланды ла, Гөлназды ла, Рәмзисте лә шатланып ҡабул итте.
       Башта патронат тәрбиәселәр, балалар йортонан сабыйҙар уларҙың йортон үҙ йорто итеп ҡабул итмәҫ инде, тип ҡурҡҡайнылар: бик бәләкәй түгелдәр бит... Әммә Закировтарҙың хәүефләнеүе бушҡа булды. Балалар ауыл тормошона, үҙҙәре өсөн яңы йәшәү шарттарына һәм йорттағы эштәргә бер көндә генә күнегеп китмәне, әлбиттә, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң Гөлназ, Рәмзис һәм Руслан ғаиләгә ҡушылып китте.
       Нисек кенә ғәжәп булмаһын, был "ҡушылыу"ға, нигеҙҙә, бер ғәҙәттән тыш хәл булышлыҡ итте. Туғыҙ йәшлек Руслан, шырпы менән шаярып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҙур ике кәбән бесәнде яндырып ебәрҙе. Ихаталарындағы күп мал аҙыҡһыҙ тороп ҡалды. Бесәнде һатып алырға тура килде, быға байтаҡ аҡса китте.
       - Уның ҡарауы, балалар бәләкәй генә шаярыуҙың ғаилә өсөн ҙур зыянға әйләнеүе мөмкин икәнлеген аңланы. Һәм был беҙҙе берләштерҙе лә, - тип һөйләй Әдис Закиров. - Ауыл Советына күршеләр беҙҙе, хәүефле балалар килтергәндәр тип, ялыу яуҙырыуына ҡарамаҫтан, беҙ бирешмәнек, һәм хәҙер беҙ бер ғаилә кеүек...
       Ғаилә башлығы әйтмешләй, улар әкиәттәге балалар тураһында хыялланмаған. Иң мөһиме - бергә алға барыу. Закировтарҙың тәрбиәләнеүселәре яҡшы уҡый башланы. Ә Гөлназ мәктәптә "Хайран ҡалырлыҡ ҡыҙ" титулын яуланы. Ҡыҙ, әйткәндәй, тәмле итеп ашарға әҙерләй һәм тегенергә бик тә ярата: хатта бесеү һәм тегеү түңәрәгенә яҙылған. Малайҙар ҙа тик ултырмай. Хужалыҡта ярҙам итәләр, шашка һәм шахмат уйнарға яраталар. Күреүегеҙсә, Гөлназдың, Рәмзистең һәм Русландың тормошо аҡрынлап яйға һалына.
       9-сы балалар йорто директоры, Өфөнөң Патронат тәрбиә үҙәге һәм Башҡортостанда Балаларҙы профессиональ ғаиләгә урынлаштырыу ассоциацияһы етәксеһе Елена Макушина ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе. Баҡһаң, балалар йортонан патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың 54 проценты ауыл ерендә йәшәй икән.
       Патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың йәш статистикаһына килгәндә, уларҙың күп өлөшө - өстән бер өлөшө - кесе мәктәп йәшендәге балалар.
       - Балалар йортонда йәшәүсе балаларҙың 80 процентҡа яҡынын алмаштырыусы ғаиләләргә тапшырырға мөмкин, - тип һөйләй Елена Анатольевна. - Һәм бөгөн, алмаштырыусы ғаиләләргә тәрбиәгә тапшырылған балалар һаны артыуы, шулай уҡ закондарҙағы даими үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, беҙҙең эш системаһын аныҡ һәм белеп төҙөргә кәрәк. Тупланған тәжрибәгә, шулай уҡ уйлап төҙөлгән закондар системаһына нигеҙләнеп кенә, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.
       Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы начальнигы Милана Скоробогатова әйтеүенсә, бөгөн алмаштырыусы ғаиләләргә тапшырылған бөтә балалар унда тәрбиәләнеүен дауам итә, береһе лә кире балалар йортона әйләнеп ҡайтмаған. Ә бит тотош ил буйынса бындай хәлдәр йыш осрай.
       Әлбиттә, бөтә балаларҙың да холҡо һәйбәт булмай. Улар яҡшы тормош мәктәбе үткән һәм тура килһә, үҙҙәрен яҡлай алалар. Шулай ҙа һәр береһе, әлбиттә, үҙен яратыуҙарын, үҙ итеп иркәләүҙәрен теләй.
       Һис шикһеҙ, бала, етмәһә сит балалар тәрбиәләү - еңел эш түгел. Шуға күрә һәр беребеҙ үҙенә ата-әсә йөгөн ала алмай - был бик ауыр бурыс. Бында үҙ проблемаларың баштан ашҡан...
       Шуға ҡарамаҫтан, арабыҙҙа үҙ ата-әсә һөйөүен, үҙ хәстәрлеген һәм наҙын "сит" балалар менән уртаҡлашырға әҙер булыусылар күбәйгәндән-күбәйә бара. Быйыл ғына Башҡортостанда 216 "бер кемһеҙ" бала яңы ғаиләләрен тапты. Уларҙың барыһы ла бәхетле булыуына ышанаһы килә...

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал