6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Өфөлә Хворостовскийҙы батыр иттеләр
13.05.08


       Әле ҡыштан уҡ бөтә Өфө буйлап йәбештерелгән афишалар, 9 майҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында Дмитрий Хворостовский сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр иткәйне. Афишаны алдан элеп, иң элек, уның ижадын яратыусыларға билетҡа аҡса йыйыу өсөн ваҡыт бирҙеләр. Донъя опера баритонының "алтын" тауышын ишетеү өсөн өфөләргә биш меңдән алып 15 мең һумға тиклем аҡсаһын сығарып һалырға тура килде. Дмитрий Хворостовскийға, башлыса, 40 йәште уҙған тамашасы килде. Залда өлкән быуын кешеләре лә, ветерандар ҙа бар ине. Ҡайһыларына билетты балалары һатып алып биргән, ә ҡайһы берәүҙәргә үҙҙәре элек эшләп киткән ойошмалары яратҡан йырсыларын үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинлеген бүләк иткән.
       Концерт бөйөк Еңеү көнөндә үтһә лә, Дмитрий Хворостовский үҙ сығышы программаһына Петр Чайковский, Николай Метнер һәм Сергей Рахманинов музыкаһына романстар индергән. Уға Эстония дәүләт консерваторияһы профессоры Ивари Илия аккомпаниатор булды.
       - Алдан әйтәм, һуғыш йырҙары булмаясаҡ, - тине йырсы матбуғат конференцияһында. - Типик моңһоу филармоник концерт буласаҡ.
       Ләкин һис тә күңелһеҙ булманы. Хворостовский сәхнәгә сыҡҡан һайын зал уны алҡышлап ҡаршы алды. Сираттағы һәр музыкаль композицияны көслө алҡыштарға күмеп оҙатты. Боронғо йырҙар, уларҙы заманса башҡарыу оҡшаны. Өлкән йәштәге бер ханым ҡапыл ғына, йырсының әллә тамағы ауырта микән, бик йыш ҡулын күкрәгенә һала, тип шым ғына әйтеп ҡуйҙы. Ләкин, Аллаға шөкөр, ул яңылыша ине. "Үҙемде тыңлағанда минең һәр ваҡыт ҡотом оса" - төпсөнөүсән, һәр нәмәне эләктереп алыусы журналистар Хворостовскийҙың ниндәйҙер бер интервьюһынан ошо фразаны тартып сығарған. Һеҙ нимә менән шулай ҡәнәғәт түгелһегеҙ һуң?
       - Сөнки мин профессионал. Үҙемде тыңлап, мин эшләйем. Мин һеҙ ишетмәгәнде ишетәм, - тине Дмитрий Александрович матбуғат конференцияһында.
       Тамашасылар иһә уның тауышын хайран ҡалып тыңланы, йырсыға үҙ хистәрен алҡышлап ҡул сабыуҙар аша, сәскә гөлләмәләре бүләк итеп белдерҙе. Өфө тураһында иҫтәлек итеп Хворостовский төлкө тиреһенән бүрек һәм халат алып ҡайтып китте, уларҙы уға Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Данир Ғәйнуллин бүләк итте.
       - Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ғына беҙ батыр итеп күтәрәбеҙ, - тине ул һәм концертты ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән республиканың коммерция структураларына рәхмәт белдерҙе.
       - Дмитрий Александрович, интервьюла һеҙ яҡташтарығыҙ - красноярҙар менән мөнәсәбәттәрегеҙ юлға һалынмауы тураһында телгә алғайнығыҙ...
       - Яҡташтарым менән түгел, ә ундағы минең эшем бәйле кешеләр менән. Ышанығыҙ, яҡташтарым менән мөнәсәбәттәрем бик яҡшы, мин үҙ ҡаламды бик яратам. Тик шуныһы насар - мин унда бер нисә йыл инде булғаным юҡ.
       - Бөгөн беҙҙә ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ бик күп. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәйҙер сәбәптәр менәнме ҡайһы бер талантлы кешеләр тере сағында тыуған илендә танылмай ҡала. Ниңә шулай килеп сыға икән?
       - Белмәйем. Тыуған илгә, әсәйгә кеүек үк, бер ваҡытта ла үпкәләмәйҙәр. Миндә лә Красноярскиға, красноярҙарға ҡарата шундай уҡ хистәр. Тик минең унда һәр сәфәремде матбуғат кире яҡтан билдәләне. Мине төрлөсә тәнҡитләп, заказ буйынса мәҡәләләр баҫылды. Етеш йәшәйем, уңышлымын, сибәр ҡатыным бар - былар барыһы ла насар. Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр унда туғандарым һәм мин яратҡан кешеләр йәшәмәһә, мин быға төкөрөп тә бирмәҫ инем. Ләкин өләсәйем тере саҡта был мәҡәләләрҙе уҡый ҙа бик ауыр кисерә торғайны. Мин айырыуса уның һаулығы өсөн борсолдом. Минән бигерәк был юҡ-бар һүҙҙәр туғандарымды рәнйетте.
       - Һеҙ Лондонда йәшәйһегеҙ, донъяның күп ҡалаларында сығыш яһайһығыҙ. Һеҙ ниндәй дәрәжәлә рус булып ҡалаһығыҙ?
       - Тулыһынса, бөтә йөҙ процентҡа. Мин русса уйлайым, төштәр ҙә миңә русса инә.
       - Дмитрий Александрович, һеҙ шундай ҙур талантҡа эйәһегеҙ. Был бәхетме, әллә бында фажиғәлек элементы ла бармы? Һеҙ һәләтегеҙ өсөн яуаплылыҡ тояһығыҙмы?
       - Һис шикһеҙ. Минең был һәләтте әләф-тәләф итергә һәм уны тейешенсә файҙаланмаҫҡа хоҡуғым юҡ. Мин быны иртә аңланым. Һәм быны аңлау менән бөтә тормошом үҙгәрҙе.
       - Һеҙҙеңсә, ҡатын-ҡыҙҙың роле нимәгә ҡайтып ҡала?
       - Минеңсә, ҡатын-ҡыҙ, иң элек, ғаиләһе менән шөғөлләнергә һәм иренә ярҙам итергә тейеш.
       - Ә әгәр ҡатын-ҡыҙ һәләтле булһа?
       - Ул саҡта беҙ бик яҡшы һөҙөмтәләргә шаһит булабыҙ. Ләкин бөтә ғаиләне үҙ елкәһендә тартҡан көслө ҡатын-ҡыҙҙар шәхси планда, нигеҙҙә, бәхетһеҙ. Һәр хәлдә минең коллегаларым - минең менән бергә йырлаған бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тиерлек - яҡшы, имен ғаиләнән мәхрүм.
       - Һеҙ бер туған Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар менән осрашҡанығыҙ бармы?
       - Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар ҙур һәләткә эйә, бына тигән йырсылар, тип әйтер инем. Асҡарҙы мин күберәк беләм, шулай уҡ Илдар менән дә дуҫмын. Асҡарҙың карьераһы айырыуса феноменаль. Ул ҙур уңышҡа өлгәшәсәк.
       - Һеҙ Өфөгә тағы килерһегеҙме?
       - Әлбиттә, мотлаҡ киләсәкмен. Был әле башы ғына. Әлегә тиклем килә алмағаныма бик тә үкенәм. Ҡазанда бер нисә тапҡыр булдым. Бик матур тәьҫораттар ҡалды. Һеҙҙең менән дә дуҫлашырыма ышанам. Киләһе концерт симфоник оркестр менән булыр, тип уйлайым. Мин күп жанрҙарҙа эшләйем, эҙләнеүемде дауам итәм һәм үҙем өсөн ниндәйҙер яңы формалар табам. Кем белә, бәлки, мин башҡа программалар - опера йәки шоу менән дә килермен.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал