6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

Һөт арзаная, ә ауыл халҡына еңелдән түгел...
13.05.08


       Аҙыҡ-түлек баҙарҙарынан яңылыҡтар күптән инде шатландырырлыҡ түгел. Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы инфляция күҙаллауҙары "күрһәтмәләрендә даими бутала", магазин кәштәләрендә икмәк ҡиммәтәйгәндән-ҡиммәтәйә, ә донъя аналитиктары яңынан-яңы иҡтисади катаклизмдар менән янай. Өҫтәүенә элекке хөкүмәттән "хушлашыу бүләге" - тәбиғи монополияларҙың тарифтарын күтәреү...
       Ләкин хатта, тураһын әйтәйек, ошо ҡатмарлы шарттарҙа ла беҙ рух күтәренкелеген һаҡлай алабыҙ. Хатта ҡайһы берҙә үҙебеҙҙең хәлдән үҙебеҙ көлгән булабыҙ. Ә бына американдарҙы алайыҡ. Бензин ҡиммәтәйҙе, тулайым эске продукт күтәрелмәй - улар шунда уҡ "кризис, кризис"... Беҙгә шундай кризис булһын ине!
       Ярай, АҠШ проблемаларын ҡалдырып торайыҡ, хәйер, улар беҙҙең көнкүрештә сағыла сағылыуын, әммә ҡайһы бер чиновниктар беҙҙе ышандырырға маташҡан тиклем үк етди түгел. Булмаһа, яҡшы яңылыҡтарға күсәйек, ватаныбыҙҙа улар ҙа етерлек.
       Уҙған аҙнала Башҡортостан һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәр етештереүселәре үҙ ҡулланыусылары өсөн яҡшы сюрприз әҙерләне. Атап әйткәндә - һөт продукттарына күмәртә хаҡтары кәмене.
       Һуңғы ярты йылда тик инфляция тураһында ғына ишетәбеҙ - шуға күрә "кәмене" тигән һүҙгә ышанып булмай хатта. Нисек шулай килеп сыҡты, һәм был ябай һатып алыусыға нимә менән "янай"? Ошо һорауҙар менән "БАШвестЪ" Өфө ҡала округы хакимиәте ҡулланыусылар баҙары идаралығының иҡтисади анализ бүлеге начальнигы Роза Хәйруллинаға мөрәжәғәт итте.
       - Ысынлап та, "һөт" өлкәһендә бөгөн ике аҙна элеккегә ҡарағанда башҡасараҡ хәлдәр. Бының сәбәбе булып баш ҡаланың ҙур эшкәртеүсе заводтарында - "Өфө һөт заводы", "Өфө һөт агросәнәғәт" - күмәртә хаҡтарының кәмеүе торҙо.
       Беренсеһенең ассортиментында - 57 төрлө продукттар. Шуның ун позицияһына - һөт, кефир, эремсек, ҡаймаҡ һәм башҡалар - йәғни йыл әйләнәһенә һатып алынған һәм иң талап ителгән продукттарға хаҡтар кәметелде. Ҡайһыларына өс-биш, ә ҡайһы берҙәренә хатта һигеҙ процентҡа тиклем.
       "Өфө һөт агросәнәғәт" заводы 102 төрлө һөт продукттары сығара, шуларҙан 30 позицияһы арзанайҙы. Был исемлеккә ҡиммәтле өҫтәмәләр талап итеүсе, технологик "сығымлы" продукттар инмәне, мәҫәлән, йогурттар.
       - Хаҡ кәмеүе нимә менән бәйләнгән һуң?
       - Беренсенән, миҙгел менән. Ҡырҙа хәҙер йәш үлән ҡалҡып сыҡты, һөҙөмтә булараҡ - һауым һәм сей һөт етештереү күләмдәре артты. Тәбиғи, етештереүсенән хаҡтар ҙа кәмене.
       Икенсе, тос сәбәп - 2007 йылдың октябрендәге ҡырҡа күтәрелештән һуң һөт баҙарының тотороҡланыуы. Бәлки, хәтерегеҙҙәлер, ул саҡта донъя баҙарҙарындағы хәл менән бәйле (Европа ҡәҙимге ҡоро һөт күләмен етерлек етештермәне, был ығы-зығы Рәсәйҙә лә сағылмайынса ҡалманы), һөткә хаҡтар ныҡ күтәрелде. Әммә хәҙер хаҡтар тотороҡлана - трейдерҙар донъяла һөт етерлек булыуын аңланы.
       - Был кәмеү ваҡлап һатыу баҙарында сағылырмы?
       - Сағылды ла инде - сауҙа предприятиелары үҙ өҫтәмәһен үҙгәртмәне бит. Тейешле мәғлүмәт бөтә сауҙа селтәрҙәренә еткерелде - бына ике аҙна инде улар беҙҙе түбән ваҡлап һатыу хаҡтары менән шатландыра. Ә бөтә һатып алыусыларҙың да был турала белмәүе икенсе эш.
       - Дөрөҫ, мәҫәлән, һөт продукттарын даими ҡулланыусы һәм супермаркеттарға йыш инеүсе булараҡ, "БАШвестЪ" авторына был һиҙелмәне лә...
       - Бәлки, башҡа продукттарҙың хаҡы ҡиммәт булыуы фонында һөткә хаҡ кәмеүе "һиҙелмәйҙер" ҙә. Шуға ҡарамаҫтан, ул кәмене. Тик шуныһын да онотмағыҙ, магазин кәштәләрендә әлегә хаҡты кәметмәгән башҡа етештереүселәрҙең дә продукцияһы бар бит.
       Бөгөн баш ҡала супермаркеттарының береһендә шәрбәт эремсек массаһы 23 һум 40 тин тора, ә ике аҙна элек кенә уның хаҡы 26-27 һум ине. 2,5 процент ҡуйылыҡтағы һөт, майһыҙ эремсек һәм башҡа күп кенә һөт аҙыҡтары арзанайҙы. Ҙур экономия түгел, әлбиттә, әммә юҡтан арыу инде.
       Хәйер, быға икенсе күҙлектән, ауыл хужалығы продукттары етештереүселәр позицияһынан ҡарағанда, хәл бөтөнләй киреһенсә. Әйҙәгеҙ, Рәсәй һандарына мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ.
       Аналитиктар раҫлауынса, әлеге мәлдә фермерҙарыбыҙ өсөн һөт етештереү рентабелле. Илдә бер литр сей һөттөң үҙҡиммәте 10-11 һум тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта һөт заводтары ошо бер литр һөт өсөн 12-13 һумдан күмәртә хаҡы түләй. Бөтәһе лә тәртиптә кеүек, әммә 2007 йылда ҡабул ителгән иҫке проекттар эшләгәндә генә шулай буласаҡ. Яңы проекттар өсөн (улар яңы ҡорамалдар һатып алыуҙы, яғыулыҡҡа хаҡтар артыуын күҙ уңында тота) һөттөң үҙҡиммәте күтәреләсәк. Күмәртә хаҡтары тураһында быны әйтеп булмай - улар, белеүебеҙсә, кире тенденцияға эйә. Нимә килеп сыға һуң? Әлбиттә, кире рентабеллелек.
       Тап шуға күрә лә - ти иҡтисад баҫмалары - күп фермерҙар әле үк эш хаҡын арттырыуҙан һәм майҙандарҙы киңәйтеүҙән баш тартырға мәжбүр, һәм бындай тенденция айырым райондарҙа ғына түгел, бөтә ил буйлап күҙәтелә. Ә был инде ауыл хужалығы кризисы менән янай.
       Хәҙер инде күмәртә хаҡтары артабан да кәмейәсәкме, тигән һорау баҫа. Һөт етештереү өлкәһендәге хәлдәрҙең үҫеше тап шуға бәйләнгән бит!
       Ҡайһы бер эксперттар, эйе, тип иҫәпләй. Уларҙың күҙаллауҙары буйынса, Рәсәйҙә бер литр һөттөң хаҡы был араларҙа ни бары һигеҙ-туғыҙ, ә ҡайһы бер урындарҙа хатта алты-ете һум тәшкил итеүе мөмкин. Ҡайһы бер төбәктәрҙә кәрәкле рентабеллелекте тәьмин итеү өсөн был етерлек булмаясаҡ. 2008 йылдың көҙө-ҡышына хәл тигеҙләнеүгә ҡарамаҫтан, күмәртә хаҡтарын кәметеү фермер хужалыҡтары иҡтисадында кире сағыласаҡ.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал