6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Скальпель тотҡан романтик
12.05.08


       Күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар Союзында Степан Злобин исемендәге премия тапшырҙылар. Рус телендә яҙған әҙәбиәтселәр өсөн ошондай премия бар. Ул иң яҡшы әҫәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Билдәле яҙыусылар Морат Рәхимҡолов, Александр Филиппов, Роберт Паль Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаттары булды ла инде.
       Был юлы абруйлы премия лауреаты минең күптәнге танышым, яҙыусы Георгий Иванович Кацерик булды. Миңә ошо тантанала ҡатнашырға тура килде. Георгий Кацерикты ҡотланылар, уның китаптары, уның үҙе хаҡында һөйләнеләр.
       Г.И.Кацерик 1934 йылдың 12 майында Өфөлә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, моторҙар эшләү заводында слесарь булып эшләй. Эшсе йәштәр мәктәбендә уҡып, урта белем ала. Слесарь Кацерик врач булырға ҡарар итә һәм 1959 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай. Йәш белгесте төпкөл төбәккә, Бөрйән районына, эшкә ебәрәләр.
       Әйтергә кәрәк, хирург студент эскәмйәһенән алып шиғриәт менән мауыға, шиғырҙар яҙып, уларҙы республика гәзиттәрендә, йышыраҡ "Ленинец"та баҫтыра. Йәш, ул саҡта әле танылмаған шағирҙар менән дуҫлаша.
       - Ул йылдарҙа беҙҙең күптәребеҙ төньяҡ Өфөлә йәшәй ине, - тип хәтергә ала ул. - Дуҫлашып киттек, шиғырҙар ижад иттек. Ҡыҫҡаһы, ул замандағы йәшлек йылдарында шиғриәткә хас бер нәмәнән дә ситтә ҡалманыҡ. Дуҫлыҡ та, йыйылып өҫтәл артында ултырыуҙар ҙа, шарап та, мөхәббәт тә.
       Шулай ҙа беҙҙе иң берләштергәне әҙәбиәткә һөйөү ине. Һүҙгә. Шиғриәткә. Әйткәндәй, Мостай Кәрим беҙгә, йәштәргә: "Тормошта күп нәмәгә үкенергә мөмкин, тик дуҫтарса йыйылышып ултырыуҙар бер ваҡытта ла үкендермәй", - ти торғайны. Беҙҙә иң мөһиме беҙҙең тере Өфө шағирҙары булыуыбыҙ ине. Хәҙер уларҙың күптәре яҡты донъянан киткән. Улар тормошта ла, шиғриәттә лә юҡ. Хатта арабыҙҙан иң һәләтле булған Эдуард Годин үҙенең шиғри китабын көтөп ала алманы.
       Ул саҡта бөтәбеҙ ҙә тиерлек беҙҙең бөгөнгәсә "төп шағирыбыҙ" - Александр Филиппов тирәләй өйөрөлдөк...
       Студент йылдары артта ҡалды. Иҫке Собханғол дауаханаһы хирургы Георгий Кацерик үҙен ныҡлыҡҡа һынай. Ҡулына скальпель алһа ла, шиғриәт тураһында онотмай. Етмәһә, Бөрйән халҡын да оҡшата, улар ҙа уны үҙ итә. Ә тәбиғәте тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Уның тәүге "Перо и скальпель" шиғырҙар йыйынтығында төп тема булып ауыл врачы хеҙмәте, тыуған яғына мөхәббәт - уның тәбиғәте, кешеләре тора.
       Бөрйән урмандарында һынау үткән йәш хирургты Стәрлетамаҡ ҡалаһына психоневрология диспансерының баш врачы итеп, һуңынан Бөрөгә, аҙаҡтан Өфөгә врач-психиатр һәм психотерапевт итеп эшкә саҡыралар. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Георгий Кацерик шиғриәт менән дуҫлығын ташламай. Бер нисә шиғри йыйынтыҡтары сыға. "Бөрйән көндәлеге" тигән проза китабында Георгий Кацерик Башҡортостандың ҡурсаулыҡ мөйөштәренең береһе тураһында хәтергә ала. Китапҡа ингән повестары, хикәйәләре, очерктары һөйөү менән һуғарылған, уларҙың теле Константин Паустовский, Михаил Пришвин әҫәрҙәрен хәтерләтә.
       Яҙыусы Георгий Кацерик бөгөн дә сафта. Ул башҡорт шағирҙарын тәржемә итә, балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр яҙа. Үҙенең элекке, кешеләргә кәрәкле һөнәре тураһында ла онотмай. 2004 йылдан Георгий Иванович "Истоки" республика гәзитендә медицина рубрикаһын алып бара. "Бельские просторы" журналында баҫылған повестары өсөн ул Степан Злобин исемендәге премия алды. Был уның һуңғы наградаһы булмаҫ, тип өмөтләнәйек.
       Георгий Кацерик бик бай кеше. Ул үҙен уратып алған бик яҡшы кешеләр, дуҫтары менән бай. Шағирҙың күп шиғырҙары уларға арналған. "Дуҫың кем икәнлеген әйт, мин һинең кем икәнлегеңде әйтермен" тигән яҡшы бер әйтем бар. Георгий Ивановичтың тоғро, яҡшы, һәләтле дуҫтарына ҡарап, уның үҙе тураһында ышаныслы фекер йөрөтөргә мөмкин.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал