6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Хөкүмәттә

Эшләп еткерергә тип кире ҡайтарҙылар
12.05.08


       Башҡортостан властары ауыл биләмәләре һанын ике тапҡырға кәметергә йыйына. Әлеге көндә төбәктә 956 ауыл иҫәпләнә. Эреләтеү юлы менән 2009 йыл башына 500-600 ауыл ҡалырға тейеш. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев хәбәр итте. Был ҡарарын ул 2009 йылдың 1 ғинуарынан "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы 131-се федераль закон тулы көскә эшләй башлаясағы, бынан һуң был тиклем ауылдар менән идара итеү бик ҡатмарлы буласағы менән нигеҙләне.
       Республика йортонда үткән ултырышта 2008 йылда БР Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса комплекслы Программаһын раҫлау тураһында мәсьәлә ҡаралды. Дәүләт һәм муниципаль власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән административ реформа үткәреү был программаның өҫтөнлөклө пункттары иҫәбендә билдәләнә, уның проектын БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко еткерҙе.
       Үҙ докладында ул президент мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы башҡарыласаҡ эштәрҙең төп йүнәлештәрен бәйән итте. Иҡтисад блогында инфляцияға һәм, беренсе сиратта, аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтар артыуына ҡаршы көрәш, ауыл хужалығын үҫтереү һәм йәш белгестәрҙе ауылда нығытыу, банк түләү карталарын иҫәп-хисап системаһына нығыраҡ индереү, 2008 йылда торлаҡ төҙөлөшө күләмен 2,2 миллион квадрат метрға тиклем арттырыу, ер участкаларын күпкә рационалерәк һәм һөҙөмтәлерәк файҙаланыу, шулай уҡ халыҡтың финанс белемен күтәреү билдәләнә. Бынан тыш, республикала бюджетсыларҙың хеҙмәтенә түләүҙең яңы системаһын эшкәртеү бурысы тора. Инновацион технологияларҙы индереүгә айырым баҫым яһала, был фәнде үҫтереүҙе һәм йәш ғалимдарға ярҙамды күҙ уңында тота.
       Премьер-министр был проекттың ҡайһы бер яҡтарын шелтәләне. Мәҫәлән, ул, республикала инвестицион проекттарҙы бергәләп финанслау өсөн шәхси капитал йәлеп итеү механизмы эшкәртелгән дә инде, тип билдәләне:
       - Беҙҙә туғыҙ миллиард һумдан ашыу устав капиталы менән венчур компанияһы булдырылған, уның бурысы шәхси капиталды йәлеп итеү принциптарында иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен финанслауға ҡайтып ҡала, - тине Раил Сарбаев.
       Үҙ мөмкинлектәрен айыҡ баһаларға саҡырып, ул программа проектының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең финанс-иҡтисади хәлен яҡшыртыу һәм ауыл халҡына лайыҡлы эш хаҡы түләүҙе ойоштороу буйынса сараларға арналған пунктын тәнҡитләне.
       - Был проблеманы быйыл дүртенсе кварталда хәл итергә планлаштырыла. Шуға күрә ҡалған бер квартал эсендә генә ауыл хужалығы предприятиеларыбыҙҙың хәлен һәм финанс- иҡтисади күрһәткестәрен нисек яҡшырта алырыбыҙ бигүк аңлашылмай, - тип шик белдерҙе хөкүмәт башлығы.
       Һөҙөмтәлә проект эшләп еткереү өсөн кире ҡайтарылды. Төҙәтелгән вариантты киләһе аҙнала уҡ килтерергә ҡушылды.
       - Программа саралары реаль үтәрлек, актуаль һәм, иң мөһиме, һөҙөмтәле булырға тейеш, - тип айырып билдәләне Раил Сарбаев.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал