6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Һайлар алдынан йөрәгеңде тыңла
11.03.04


       Календарь ил тормошонда көтөлгән мөһим ваҡиғаға тиклем ҡа лған һуңғы көндәрҙе һанай. Ижад кешеләре, Башҡортостан театр ҙары артистары үҙҙәренең граждан бурыстарын үтәргә әҙерме и кән Ошо һорауға яуап эҙләп мөрәжәғәт иткән тәүге кешем Рәсә й Федерацияһы, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Фи дан Ғафаров булды. Әлеге ваҡытта ул Хәбибулла Ибраһимовтың " Башмағым" пьесаһы буйынса спектаклгә әҙерләнә. Бындай романт ик рухлы актерҙы үҙ эше генә мауыҡтыра тип уйларға булалыр, моғайын, әммә уны тотош илдең тормошо ла ҡыҙыҡһындыра икән.
       - Билдәле булыуынса, Рәсәй - күп милләтле дәүләт. Ил етәк селегенең аҡыллы сәйәсәте һәр халыҡҡа үҫеш өсөн тигеҙ мөмкин селек бирә. Әгәр кеше талантлы икән, уның ижады өсөн кәртәлә р юҡ.
       Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар, әлбиттә. Әйтәйек, мәғариф өл кәһендә был актер сәнғәтенә өйрәтеүҙә хаҡ түләү системаһына ҡағыла. Талантты һатып алып булмай, ул йә бар, йә юҡ. Ә инде
       был хоҙай бүләгенән башҡа сәхнәлә ваҡыт үткәреп йөрөүҙән бе р ниндәй ҙә фәтүә сыҡмай...
       БР Милли йәштәр театры режиссеры Мөсәлим Ҡолбаев үҙен сә йәсәттән алыҫ тип таныһа ла, көнүҙәк темаға һөйләшеүҙән баш тартманы:
       - Минеңсә Рәсәй үҙенең милли сәйәсәтен дөрөҫ төҙөй. Илдә
       йәшәү кимәленең һиҙелерлек яҡшырғанын танымайынса булмай. Б юджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы бик түбән, әлбиттә, әм ә, кем әйтмешләй, Мәскәү ҙә бер көндә төҙөлмәгән.
       Хөкүмәтте отставкаға ебәреүгә килгәндә инде, Путиндың был
       аҙымын дөрөҫ тип иҫәпләйем. Команданы алмаштырырға ваҡыт ет те.
       Милли йәштәр театрында эшләүсе йәш, әммә билдәлелек яулап
       өлгөргән актер Игорь Панов:
       - Һайлауҙар, уйлуымса, һәр кешенең тормошонда яуаплы мәл,
       дәүләт яҙмышына үҙ өлөшөңдө индереү мөмкинселеге.
       Миңә ниһәйәт илдә иртәгәһе көнөңә ышаныс менән ҡарау мөмк инселеге тыуыуы оҡшай. Мәҫәлән, мин бөгөн аҡсамды кредит ойо шмаһына алып барып һалам икән, иртәгә уны юғалтып ҡуйырмын т ип ҡурҡмайым.
       - Буласаҡ президентҡа теләктәрегеҙ ниндәй
       - Ә ул ишетерме икән һуң Артабан да дөйөм маҡсатҡа, алға
       табан хәрәкәт итеү. Беҙҙең барыбыҙ ҙа тыумышыбыҙ менән Сове ттар Союзынан һәм һәр ваҡыт илебеҙ иң яҡшыһы һәм иң бөйөгө т ип һананыҡ. Ысынлап та шулай булһын ине.
       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Йәмил Әбделм әнов менән дә ошо тулҡынландырғыс темаға һөйләштек.
       - Һайлауҙарға бараһығыҙмы
       - Әлбиттә. Бөтә ғаиләбеҙ менән. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәк әре булараҡ мин бөгөн мәҙәниәт үҫеше өсөн илдә юғары кимәлдә
       бик күп нимә эшләнгәнен билдәләп киткем килә. Һәм мин үҙ та уышымды әлеге сәйәси курс өсөн бирәсәкмен.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал