6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

"Уттар ҡалаһында" өс көн
12.05.08


       Ғүмер буйына сәйәхәт ҡылырға хыялландым. Бәлки, шуғалыр ҙа ошондай һөнәр - донъяның бөтә мөйөштәрендә булырға мөмкинлек биреүсе журналистиканы һайлағанмындыр. Май байрамдарында тап ул мине Әзербайжандың баш ҡалаһына, матур һәм боронғо ҡала - Бакуға килтерҙе. Өс көн бында төрки телле яңылыҡтар агентлыҡтарының ҙур халыҡ-ара форумы барҙы. Ултырыштар араһындағы тәнәфестәрҙә сараны ойоштороусылар - Әзербайжан дәүләт телеграф агентлығы (АзерТАдж) - беҙгә, форумда ҡатнашыусыларға, ҡала һәм ил буйлап экскурсиялар ойошторҙо. Бөтәһе тураһында бер материалда ғына һөйләп бөтөрлөк түгел, әммә был илдең ике иҫтәлекле урыны хәтеремдә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
       Баку ҡалаһы тарихы бик күп мәҙәниәттәр менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Беренсе иҫтәлекле урын - Бакуҙың үҙәгендә урынлашҡан Ичери Шэхэр (Эске ҡала) тарихи-мәҙәни үҙәге. Ҡаланың был иҫке өлөшөндә байтаҡ боронғо ҡомартҡылар һаҡланған. Баку Ширван баш ҡалаһы булараҡ аяҡҡа баҫҡан осорҙа Баку ҡалҡыулығы түбәһендә һарай ҡоролмалары төҙөү өсөн урын һайлап алына. Комплекс өс кимәлдә - бер-береһенең өҫтөнән күтәрелеүсе террасаларҙа төҙөлә. Һарай бинаһы иң өҫкө террасала урынлашҡан. Уны төҙөү өсөн апшерон эзбизе файҙаланылған, һәм уның үҙенсәлектәре һарайға өҫтәмә бер матурлыҡ бирә.
       Икенсе кимәлдә медицина, математика һәм астрология менән шөғөлләнгән һарай ғалимдарының береһе Сеид Яхъя Бакува мавзолейы урынлашҡан. Бөгөн был ҡоролма "Дәрүиш мавзолейы" исеме аҫтында билдәле.
       Ҡаланың иҫке өлөшөндә Х-ХIV быуаттар йорттары менән тар урамдар, ХI быуат Һыныҡ ҡала манараһы, Йома мәсете манараһы һәм ХIV быуат катакомбалары ла һаҡланған. Бында 930 йыл элек төҙөлгән мәсет бинаһы ла тора. Эске ҡалала әлегә тиклем тығыҙ ултырған таш йорттары менән ун урам да һаҡланған. Леонид Гайдайҙың данлыҡлы "Бриллиантовая рука" кинокомедияһы кадрҙары тап ошонда, ошо урамдарҙа төшөрөлгән. Беҙгә хатта Андрей Мироновтың геройы арбуз ҡабығына ултырып шыуып төшөп барғанда "Шайтан алғыры"("Черт побери") тип ҡысҡырған урынды ла күрһәттеләр.
       Ичери Шэхэрҙы борон "Уттар ҡалаһы" тип атағандар. Боронғо ҡалала ҡунаҡхана ролен уйнаусы Карауанһарайҙар күп булған. Апшерон ярымутрауы буйлап Бөйөк ебәк юлы үткән, карауандар был ҡалала ял итергә туҡтағандар. Бында дүрт мунса, алты Карауанһарай булған. Юҡҡа ғына Апшерон ярымутрауын донъя цивилизацияһы бишеге тип атамайҙар бит.
       Быны Ҡыҙ-ҡалаһы башняһына күтәрелгәндә айырыуса асыҡ тояһың. Ул - Бакуҙың символы. Әзербайжанда булған бер турист та уға һуғылмайынса үтмәй. Бөтә экскурсия һәм туристик маршруттар ошонан башлана. Башня бейек тау түбәһендә төҙөлгән. Уникаль әзербайжан архитектураһы ҡоролмаһының Көнсығышта башҡа аналогтары юҡ. Башня эсендә ҡаяны соҡоп эшләнгән 21 метр тәрәнлегендәге ҡоҙоҡ бар. Башня тоҙло Каспий диңгеҙе ярында урынлашыуға ҡарамаҫтан, бындағы һыу таҙа һәм тоҙһоҙ. Ҡыҙ ҡалаһы башняһы тураһында күп легендалар бар. Уларҙың береһенә ярашлы, шаһ үҙ ҡыҙына ғашиҡ була һәм уға өйләнергә ҡарар итә. Был никахтан ҡото осҡан ҡыҙы, атаһын дүндерергә теләп, башня төҙөргә һәм ул төҙөлөп бөткәнсе көтөргә үтенә. Башня әҙер булғас та шаһ үҙ ҡарарын үҙгәртмәй. Шул саҡ ҡыҙ башняға күтәрелә лә унан диңгеҙгә һикерә.
       1964 йылда Ҡыҙ ҡалаһы башняһы музей ителә, ә 2000 йылдан ул ЮНЕСКО ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.
       Әзербайжандың икенсе иҫтәлекле урыны - Гобустан дәүләт тарихи-художество ҡурсаулығы, уны илдә Гобустан тип кенә йөрөтәләр. Гобустан тауҙарында әзербайжан халҡы ата-олатайҙарының рухи һәм матди мәҙәниәтен сағылдырыусы алты меңдән ашыу боронғо һүрәттәр бар. Бында шулай уҡ боронғо торлаҡ объекттары - 20 мәмерйә һәм торалар, 40 ҡурған һәм 100 меңдән ашыу матди мәҙәниәт предметтары табылған. Гобустан ҡомартҡыларын өйрәнеү уҙған быуаттың 30-сы йылдар аҙағында - 40-сы йылдар башында башланған һәм әле булһа дауам иттерелә.
       Асыҡ һауа аҫтындағы ҙур территорияны биләгән уникаль музей - Гобустан ҡурсаулығына барыу халыҡ-ара туристик маршруттарға индерелгән. Шуға күрә беҙ бында осраҡлы ғына килеп эләкмәнек. Әгәр беҙ Бакуҙан Ичери Шэхэрҙы, Ҡыҙ ҡалаһын һәм Гобустан ҡурсаулығын күрмәй китһәк, был, Әзербайжанда, уның баш ҡалаһында булманыҡ, тигән һүҙ булыр ине.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал