6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Иң көслө ҡорал - дуҫлыҡ
08.05.08


       - Еңеү көнө - шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа байрам, - ти Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Орджоникидзе ветерандар советы рәйесе Илгизәр Хәиров. - Моңһоу, сөнки сафтарыбыҙ йылдан-йыл кәмей...
       Ысынлап та, республикабыҙҙа хәҙер ветерандар, ватаныбыҙҙы илбаҫарҙарҙан һаҡлап алып ҡалыу өсөн ғүмерен дә, һаулығын да йәлләмәгән кешеләр, 21 меңдән саҡ ҡына күберәк ҡалды.
       - Һуғыш 1941 йылдың 22 июнендә башланды, - тип һөйләй Илгизәр Ғариф улы. - Йәштәр ул саҡта хәрби комиссариаттарға эркелеп килде, барыһы ла үҙ теләге менән фронтҡа китергә ашҡынды. Йәше еткәндәрен армияға алдылар, ә инде әле 18 йәше лә тулмағандарға: "Бер аҙ үҫ әле, эшлә, бәлки, һуғыш та тиҙҙән бөтөр", - тинеләр. Ул саҡта бер кем дә ул шулай оҙаҡҡа һуҙылыр тип уйламаны.
       Ләкин беҙгә ғәйәт ҙур көс, ҙур ҡеүәт һөжүм итте бит. Һәм беҙҙең совет халҡы ғына бөтә был һынауҙарҙы үткәрә һәм дошманды тар-мар итә алды. Беҙҙе дуҫ, татыу, берҙәм, коммунизм идеалдарына тоғро булыуыбыҙ ғына ҡотҡарҙы. Ул саҡта бөтә Советтар Союзы халҡы үҙ Ватаны һағына баҫты. Беҙ сикһеҙ ҙур афәттәрҙе үткәрҙек. Ябырылып килгән дошмандың һөжүменә бирешмәү һәм уны тар-мар итеү өсөн беҙгә дүрт йыл ваҡыт талап ителде.
       - Илгизәр Ғариф улы, һөйләгеҙ әле, һеҙ нисек фронтҡа эләктегеҙ?
       - Мине 1942 йылдың 20 авгусында саҡырҙылар. Ул саҡта миңә 18 йәш тә тулмағайны әле, мин бит 1924 йылдың 5 сентябрендә тыуғанмын. Сталинград эргәһендә һуғыштар бара ине. Атайым мине һуғышҡа оҙатҡанда: "Һин дошман усағына бараһың", - тине. Мине запастағы саңғысылар полкына курсант итеп алдылар. Ә Сталинград эргәһендә немецтарҙы тар-мар иткәс, беҙҙе етенсе айырым саңғысылар бригадаһына берләштерҙеләр һәм 1943 йылдың ғинуарында Ватутин командованиеһындағы көньяҡ- көнбайыш III Украина фронтына ебәрҙеләр. Унда беҙҙең бригада дүртенсе танк корпусына ҡушылды. Беҙ Донбасты, Красноармейскийҙы азат иттек. Бик ауыр замандар ине.
       - Тағы ниндәй һуғыштарҙа ҡатнаштығыҙ?
       - Мин 60-сы гвардия уҡсылар дивизияһына уҡыу батальонына эләктем. Беҙҙән сержанттар әҙерләнеләр. Бынан һуң ошо дивизияның 185-се полкы уҡсылар батальонына командалыҡ иттем, 1943 йылдың июль-авгусындағы Курск ваҡиғаларында ҡатнаштым. 17 июлдә, Харьковҡа контрһөжүмгә барғанда миңә беренсе пуля тейҙе. Бер аҙ дауаланғас, мине 23-сө танк корпусына 56-сы мотоуҡсылар бригадаһына, автоматсылар ротаһына ебәрҙеләр. Мин отделение командиры булдым. Беҙ Запорожьены азат иттек һәм 1943 йылдың ноябрендә Кривой Рогҡа еттек. Ләкин 23 ноябрҙә снаряд ярсығы тейеп, ауыр яраландым. Шул саҡта минең өсөн һуғыш тамамланды. Алты ай госпиталдә ятҡандан һуң мине комиссиянан үткәрмәнеләр. Аяғым онталып, мин ныҡ аҡһай инем, ләкин дауаланып аяҡҡа баҫыу өсөн барыһын да эшләнем.
       Һуғыштан һуң Илгизәр Хәиров Быҙаулыҡ урман техникумына уҡырға инә. 1948 йылда Красноусолға юллама ала, комсомол, һуңынан партия эше менән шөғөлләнә. 1951 йылда ҡайтанан Совет Армияһы сафынан саҡырыла. 1958 йылда хәрби хеҙмәтен тултырғас, Өфөгә әйләнеп ҡайта, шул ваҡыттан алып уның тормошо Орджоникидзе районы менән айырылғыһыҙ бәйләнә. Илгизәр Ғариф улы партия райкомы инструкторы, район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Өфө электролампалар заводы директоры урынбаҫары булып эшләй.
       Әле лә Илгизәр Ғариф улы йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнеүен дауам итә, ул - Орджоникидзе районы ветерандар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.
       - Бөгөн мин хәрби комиссариатта йыш булам, уҡыусылар алдында сығыш яһайым, йәштәрҙе армияға оҙатам, Хәтер вахтаһында ҡатнашам, - тип һөйләй Илгизәр Хәиров. - Мине хәҙерге йәштәрҙең проблемалары, айырыуса тәмәке тартыуға, эскегә, наркотиктарға ылығыуы ныҡ борсой. Өҫтәүенә, киң мәғлүмәт саралары ла еңел тормошто пропагандалай. Ә бит яҡшы тормошҡа тик хеҙмәт аша ғына өлгәшергә мөмкин. Бына хәҙер барыһы ла эшһеҙлеккә зарлана. Эйе, эшһеҙлек бар, ләкин, икенсе яҡтан, эшсе көскә талап та ҙур бит. Йәштәр йә эш хаҡы бәләкәй тип, йә абруйлыраҡ эш эҙләп, ундай эштәргә бармай. Ә бит һәр хеҙмәт почетлы, кешеләргә кәрәкле.
       - Илгизәр Ғариф улы, ә һеҙҙең заманда йәштәрҙе нисек тәрбиәләнеләр һуң?
       - Беҙҙең совет заманында йәштәрҙе идеологик, патриотик һәм интернациональ рухта тәрбиәләүгә бик ҙур иғтибар бирелде. Беҙҙе Тыуған илде яратырға өйрәттеләр, беҙҙә хәрби формалағы кешеләргә ихтирам тәрбиәләнеләр. Беҙ уларға оҡшарға тырыштыҡ, улар кеүек булырға ынтылдыҡ. Беҙ Чапаев, Щорс тураһындағы фильмдарҙа тәрбиәләндек. Һәм, әлбиттә, ҡыйыу, батыр булырға өйрәндек. Йәштәр ул саҡта бик белемле, мәғлүмәтле түгел ине, хәҙерге кеүек мөмкинлектәр булманы.
       - Ләкин хәҙер йәштәр башҡа бит...
       - Бөгөнгө йәштәрҙең асылда һәйбәт икәнен күрәм мин. Бөтәгеҙгә лә шуны әйтергә теләйем: үҙ Ватанын һаҡлау өсөн барыһын да эшләгән атайҙарығыҙға, олатайҙарығыҙға лайыҡлы булығыҙ. Тарихты өйрәнегеҙ, уйҙырма тарихсыларға һуғыш ваҡиғаларын боҙоп күрһәтеүенә юл ҡуймағыҙ. Йәштәр беҙҙең ни өсөн ҡан ҡойғаныбыҙҙы белергә тейеш. Беҙ Тыуған илебеҙ, кешеләр үҙ-ара тыныс, татыу йәшәһен өсөн көрәштек. Һәм, әлбиттә, хәҙерге йәштәребеҙ бер ваҡытта ла һуғыш ауырлыҡтарын кисермәһен ине, тип теләйем.
       - Илгизәр Ғариф улы, Еңеү көнө алдынан уҡыусыларыбыҙға нимә тип әйтер инегеҙ?
       - Мине бөгөн Рәсәйҙең, 40-сы йылдарҙағы кеүек, хаслашыусы дәүләттәр араһында бер үҙе ҡалыуы бик борсой. Бөтәһе лә беҙгә дәғүә белдерә. Ә бит теге саҡта һуғышта СССР-ҙағы бөтә халыҡтарҙың дуҫлығы еңде. Һуғышта беҙ милләттәргә бүленмәнек. Дуҫлыҡ - бына иң көслө ҡорал. Милләтенә, социаль сығышына, йәшәгән урынына ҡарамаҫтан, кешеләр үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәргә тейеш. Бөтә халыҡтар ҙа тигеҙ бит.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал