6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Еңеү һәм ветерандарҙы данлаусы йырҙар
08.05.08


       Байрам алды көнө йылы һәм ҡояшлы булды, тәмле муйыл сәскәһе еҫе аңҡый, кәйеф күтәренке. Был бер. Икенсенән, бөтә ҡала парктарында Еңеү көнөнә арналған саралар үтә, музыка яңғырай - был да күңелгә шатлыҡ өҫтәй. Бөгөн урамда матур итеп кейенгән, орден һәм миҙалдарын таҡҡан һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын йышыраҡ осратаһың - тағы ла ыңғай күренеш. Был көндәрҙә улар өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы күп нәмәләр башҡарыла.
       Тап ветерандар "Бөйөк Еңеүҙе данлап!" йәш патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың VI Республика конкурсы гала- концертында почетлы ҡунаҡтар булды. Ул 7 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Проектты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Йәштәрҙең ижади инициативаларын тормошҡа ашырыу республика үҙәге, БР Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советы сығыш яһаны. Театр алдындағы майҙансыҡҡа йыйылған уҡыусылар һәм студенттар ветерандарҙы алҡышлап ҡул сабып тәбрикләне. Ә театр ишеге алдында ялан кухняһы ойошторолғайны, унда теләүселәрҙең барыһын да эҫе һалдат бутҡаһы менән һыйланылар. Концерт башланыуға бер нисә минут ҡына ҡалғайны, шуға күрә күптәр сәйен китеп барған ыңғайы эсеп бөтөрҙө.
       Концерт программала күрһәтелгән ваҡытта башланды, башҡарыусылар бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ бер-бер артлы сығыш яһаны. Гала-концерттан алдағы һайлап алыу турында республиканың 27 ҡала һәм районынан 200-гә яҡын конкурсант ҡатнашты. Әммә компетентлы жюри иң һәләтлеләрен һайлап алды. Һуғыш, тыныслыҡ һәм Тыуған ил тураһында йырҙарҙы иң яҡшы башҡарыусылар исеме өсөн көрәшеү хоҡуғы алып, улар финалда яңынан осрашты.
       - Бөгөнгө концерт - йәштәр эшләй алғандың бик аҙ ғына өлөшө, - тине БР Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Сәғитов. - Беҙ һуғыш тураһында китаптарҙан һәм кинофильмдарҙан, ветерандарҙың һөйләүе буйынса беләбеҙ. Ул осорҙағы ҡот осҡос ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙың еңеп сығыуы, беҙгә тыныс күк аҫтында йәшәү мөмкинлеге бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында көрәшергә һалдаттарға йыр ҙа ярҙам иткән, шуға күрә беҙ, йәш патриотик йырҙар башҡарыусылар араһында конкурс ойоштороп, бының менән ветерандарға үҙебеҙҙең хөрмәтебеҙҙе, рәхмәтебеҙҙе белдерергә ҡарар иттек.
       БР Хәрби комиссариаты оркестры етәксеһе Рәүеф Сафин рәйеслегендәге жюри барыһына ла проекттың ике маҡсатты күҙ уңында тотоуын иҫкәртте. Ветерандарға байрам бүләк итеүҙән тыш, йәш таланттарҙы асыҡлау ҙа уның мөһим шарты булып торҙо. "Бөйөк Еңеүҙе данлап!" йәш патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың VI Республика конкурсы Гран-прийын Октябрьскийҙан Олег Чирков яуланы. Ул Бөтә Рәсәй йәш патриотик йырҙар башҡарыусылар конкурсында республикабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Шулай уҡ "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Олег 30 мең һум күләмендә премия алды. Ә төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә БР Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты дипломдары, ҡиммәтле приздар һәм бүләктәр тапшырылды.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал