6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Тиҙҙән берҙәм дәүләт имтихандары...
08.05.08


       Берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырырға? Был һорауҙы бөгөн, моғайын, һәр 11-се синыфты тамамлаусы бирәлер. Әлбиттә, имтихандар килеп еткән бит инде, әҙерләнергә ваҡыт ҡалмаған тип әйтерлек.
       - Республикабыҙ берҙәм дәүләт имтиханын индереү буйынса федераль экспериментта 2002 йылдан алып ҡатнаша, - тип һөйләй БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. - Киләһе йылдан Рәсәйҙә берҙәм дәүләт имтиханы мотлаҡ буласаҡ. Быйылғы йыл - күсеү осоро. Экспериментта ҡатнашыусы урта һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениелары берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен уҡырға инеү һынауы сифатында иҫәпләргә тейеш буласаҡ.
       Күренеүенсә, берҙәм дәүләт имтиханы мәктәпте тамамлаусылар тормошон күпкә еңеләйтәсәк. Уларға хәҙер бер нисә тапҡыр имтихан тапшырырға тура килмәйәсәк бит. Иң мөһиме, был имтиханға яҡшы әҙерләнергә кәрәк. Әммә быныһы ла проблема түгел, берҙәм дәүләт имтиханы һорауҙары мәктәп программаһынан сығып төҙөлә бит.
       Белемде тикшереүҙең берҙәм дәүләт имтиханы кеүек формаһы донъяның күп кенә үҫешкән илдәрендә таралған. Берҙәм дәүләт имтиханы мәктәпте тамамлаусыларҙың белемен объектив баһаларға ярҙам итәсәк, бынан тыш, уларға инеү имтиханы тапшырмайынса, Рәсәйҙең иң яҡшы вуздарына уҡырға инеү мөмкинлеге бирә. Имтиханды бөтә илебеҙ территорияһында үткәргәндә бер үк типтағы заданиелар һәм бер үк баһалау шкалаһы ҡулланыла. Шулай итеп, бөтә уҡыусыларҙы белем һәм әҙерлек кимәле буйынса сағыштырырға мөмкин буласаҡ.
       Әйткәндәй, берҙәм дәүләт имтиханы расписаниеһы билдәле лә инде. Быйыл ул Рәсәйҙең бөтә төбәктәре өсөн дөйөм буласаҡ. Республикабыҙҙа мәктәпте тамамлаусылар һигеҙ предмет буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Уларҙың икәүһе мотлаҡ: рус теле (29 май) һәм математика (4 июнь), ә ҡалғандары һайлап алыу буйынса: инглиз теле (16 май), химия (19 май), физика (22 май), география (26 май), биология (26 май), шулай уҡ беҙҙә яңы предмет - башҡорт теле (16 июнь) индерелде.
       Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу өсөн уҡыусыға предмет буйынса тулы белемгә, берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тәжрибәһенә эйә булырға һәм был һынауға психологик әҙерлекле булырға кәрәк. Белем яғынан аңлашыла инде, әгәр уҡыусы дәрес ҡалдырмаһа, өй эштәрен намыҫлы әҙерләһә, улар буласаҡ. Ә бына берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу тәжрибәһенә ҡайҙа эйә булырға? Был яғы ла алдан ҡаралды. Имтихандарға тиклем бер ай алдан Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә һынап ҡарау берҙәм дәүләт имтихандары үткәрелде, уларҙа балалар заданиелар менән таныша һәм үҙ белемдәрен тикшерә алды.
       - Берҙәм дәүләт имтиханында заданиелар төрлө - ябайҙары ла ҡатмарлылары ла бар, - тип билдәләй Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Йәмәғәтселек советы рәйесе урынбаҫары Любовь Духанина. - Берҙәм дәүләт имтиханы статистикаһы күп предметтар буйынса уҡыусыларҙың яртыһы заданиеларҙың яртыһын үтәүен күрһәтте. Был нормаль күренеш. Хатта отличниктар ҙа заданиеларҙың 70-80 процентын ғына үтәй ала. Уҡыусыларҙы юғары уҡыу йорттарына ҡабул иткәндә айырырға мөмкин булһын өсөн берҙәм дәүләт имтиханы үҙ эсенә ҡатмарлы заданиеларҙы ла индерергә тейеш бит.
       Дәүләт имтиханы тапшырғанда төрлө ҡамасаулыҡтарға юл ҡуймау өсөн уларҙы үткәреү урынын махсус Дәүләт төбәк имтихан комиссияһы билдәләй. Улар юғары уҡыу йорттарында йәки база мәктәптәрендә урынлашыуы мөмкин. Имтихан үткәреү барышын күҙәтәсәк уҡытыусыларҙы ла алдан һайлайҙар. Улар араһында предмет уҡытыусылары, шулай уҡ имтихан тапшырыусылар уҡыған белем биреү учреждениеһы уҡытыусылары булмаҫҡа тейеш.
       Һәр аудиторияла иң күбе 15 уҡыусы һәм ике ойоштороусы булырға тейеш. Һәр уҡыусы номер ҡуйылған айырым өҫтәл артында ултырырырға, уның эргәһенә ойоштороусылар иркен үтә алырға тейеш.
       Бөтә предметтар буйынса берҙәм дәүләт имтиханы яҙма формала ғына үткәрелә. Тик имтихандарҙың оҙайлылығы ғына төрлөсә. Математика буйынса дәүләт имтиханы - дүрт сәғәт, рус теле, биология, география, химия, башҡорт теле буйынса - өс сәғәт, физика буйынса - 3,5 сәғәт, инглиз теле буйынса 170 минут барасаҡ.
       Физика буйынса имтиханға уҡыусылар ручканан тыш программаланмаған калькулятор килтерә ала; химия буйынса - программаланмаған калькулятор, Д.И. Менделеевтың химик элементтар периодик системаһын, тоҙҙар, кислоталарҙың һыуҙа иреү таблицаһын, металдар көсөргәнешенең электрохимик рәтен. Ҡалған имтихандарҙа өҫтәмә материалдар файҙаланыу тыйыла.
       Мәктәптә миңә лә берҙәм дәүләт имтиханы индереү экспериментында ҡатнашырға тура килде. Ул саҡта әле бөтәһе лә яңы башлана ғына ине. Имтихан бигүк ауыр тойолманы. Иң ауыры һөҙөмтәләрҙе көтөү булды. Сөнки эштәр бер нисә тикшереү үтә, компьютерҙа тикшерелә.
       Әйткәндәй, баһа ҡәнәғәтләнерлек булмаһа, берҙәм дәүләт имтиханын шул уҡ йылда яңынан тапшырырға рөхсәт ителмәй. Дәүләт имтиханында алған һөҙөмтәне киләһе йылына ғына төҙәтергә мөмкин буласаҡ. Бының өсөн яңынан инеү имтиханы тапшырырға кәрәк буласаҡ. Әммә уҡыусыларҙың имтихан үткәреү процедураһы буйынса апелляция биреү мөмкинлеге бар. Әйтәйек, әгәр һеҙгә нимәлер ҡамасаулаһа йәки кәрәкле шарттар булдырылмаһа, һеҙ имтихан тамамланғас аудиториянан сыҡмайынса, ойоштороусыларға ҡарата үҙ дәғүәгеҙҙе яҙып бирә алаһығыҙ. Был осраҡта дәүләт имтихан комиссияһы вәкиле һеҙҙең апелляцияғыҙҙы ҡабул итергә тейеш, уның һөҙөмтәһе буйынса махсус резерв көнөнә ҡайтанан имтихан үткәреү тәғәйенләүҙәре мөмкин.
       Әгәр инде бөтәһе лә яҡшы үтһә һәм үҙ һөҙөмтәләрегеҙ менән ҡәнәғәт булһағыҙ, һеҙ 100 баллыҡ шкала буйынса баһа ҡуйылған махсус таныҡлыҡ алырһығыҙ. Был таныҡлыҡ юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә һеҙҙең төп документығыҙ буласаҡ. Аттестатҡа иһә биш баллыҡ шкала буйынса ҡәҙимге баһа ҡуйыласаҡ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал