6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Пректтар, акциялар

"Рәхмәт" тип кенә әйт
07.05.08


       Әҙәплелек һабаҡтары, хөрмәт күрһәтеү, өлкәндәргә һәм героик үткәнгә ихтирамлы ҡараш - барыһы ла бер "рәхмәт" һүҙенә һыйған. Беҙ үҙебеҙ "рәхмәт" һүҙен бик һирәк әйтәбеҙ, башҡаларҙан да быны көтмәйбеҙ. Ләкин барыбыҙ ҙа бер йылы һүҙ ҡолаҡты иркәләүен, күңелде йылытыуын яҡшы аңлайбыҙ бит. Бөгөн ул һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙамды ла үҙ эсенә аласаҡ.
       Башҡортостанда 14 апрелдән 9 майға тиклем "Рәхмәт әйтергә өлгөр!" хәйриә марафоны үтәсәк. Был акцияны БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ярҙамында БР хәрби комиссариаты ойоштора. Еңеү көнөнә арналған социаль акция һуғыш ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алырға, уларға көнкүреш проблемаларын хәл итергә, буш ваҡыттарын төрлөләндерергә ярҙам итергә тейеш.
       Программаға ярашлы, хәйриә SMS-марафоны старт ала. Фирмалар ғына түгел, һәр кеше унда ҡатнаша һәм ветерандарға үҙ хөрмәтен күрһәтә алһын өсөн. Акцияның SMS-провайдеры менән килешеү буйынса, 88888 номерына "Рәхмәт" һүҙен ебәреп, ветерандарға ярҙам итергә мөмкин, был саҡта абоненттың иҫәбенән биш һум (һалымдарҙы иҫәпкә алып) тотоласаҡ. Акция тамамланғас, йыйылған средстволар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға адреслы ярҙам күрһәтеү өсөн һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы расчет иҫәбенә күсереләсәк. Акцияла Башҡортостан Республикаһының МТС һәм "Башселл" операторҙары абоненттары ҡатнаша ала. Акцияның SMS- провайдеры булып Promosms компанияһы сығыш яһай.
       Әммә айырыуса һаҡ граждандар, аҡса адресатҡа барып етер микән, тип шикләнә. Был һорауға БР Хәрби комиссариатының әхлаҡи-психологик һәм мәғлүмәт эше бүлеге начальнигы Илдар Юлушев яуап бирә.
       - Әлбиттә, бөтә алынған аҡсалар Башҡортостан ветерандар ойошмаһы иҫәбенә күсереләсәк. Беҙ 88888 номерына килгән һәр SMS өсөн отчет бирәсәкбеҙ. Бындай акцияны беҙ тәүге тапҡыр ойошторабыҙ, шуға күрә беҙҙе яҡлап сыҡҡан кәрәҙле элемтә операторҙарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
       - Яҡынса һөҙөмтәләр бармы - расчет иҫәбенә күпме сумма күсте икән?
       - Юҡ, был һан SMS-марафон тамамланғас ҡына, 9 майҙан һуң билдәле буласаҡ.
       - Шәхсән һеҙ үҙегеҙ 88888 номерына SMS ебәрҙегеҙме һуң?
       - Әлбиттә, һәм бер тапҡыр ғына түгел. Хәйриә акцияһы тамамланған көнгә тиклем мин генә түгел, БР Хәрби комиссариатының бөтә хеҙмәткәрҙәре лә SMS оҙатасаҡ әле.
       Еңеүҙең 63 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеүгә һәм уны үткәреүгә коммерция структуралары ла йәлеп ителгән, улар ветерандарҙы бөтә кәрәкле нәмәләр - дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеү буйынса ярҙам күрһәтәсәк. Акцияны халыҡты хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнеүсе фирмалар ҙа яҡлап сыҡты. Улар 9 майҙа льготалы йәки бушлай социаль- көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтәсәк.
       Акция 9 майҙа "Сихри донъя" паркында ҙур байрам концерты менән тамамланасаҡ. Бында бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк: хәрби техника күргәҙмәһе, ялан кухняһы, бейеү майҙансығы, уйындар һәм ярыштар өсөн майҙансыҡ, ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ концерт майҙансығы. Паркка килеүселәр өсөн хәрби тынлы оркестр уйнаясаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал