6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Асаевтың колхозды аяҡҡа баҫтырыуы
07.05.08


       1938 йылдың декабрендә почетлы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме булдырыла. Ул хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн бирелә. 1991 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен бөтөрҙөләр. Әммә 1938 йылдан алып ошо йылға тиклем осорҙа Башҡортостандан 200-ҙән ашыу кеше был исемгә лайыҡ була. Был исемлектә иң һуңғыһы Р.С. Асаев була. 1990 йылдың 26 июнендә СССР Президенты Михаил Горбачев Указға ҡул ҡуя. Унда: "Ауыл хужалығы производствоһында тотороҡло юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн Башҡорт АССР-ы Шишмә районының "Луч" колхозы рәйесе Асаев Рәйес Бәҙеғетдин улына, Ленин ордены һәм "Ураҡ һәм сүкеш" Алтын миҙалы тапшырып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирергә", тиелә.
       Был башҡорт ауылдары халҡы орден һәм миҙалдар ялтырауын онотҡан осор була. Асаевҡа ниндәй ҡаҙаныштары өсөн бындай хөрмәт эләгә һуң?
       Рәйес Бәҙеғетдин улы 1931 йылдың 6 майында Благовар районының Ҡамышлы ауылында тыуған. Бала саҡтан уның хәтерендә бигерәк тә даими асығыу һәм физик арыу тойғоһо ҡала. Атаһы фронтҡа китә, һәм әсәһе беренән-бере бәләкәй дүрт бала менән тороп ҡала. Ашарға табырға кәрәк була, һәм ун йәшлек малайға иртә менән мәктәпкә түгел, ә колхоз эшенә йөрөргә, малсы, ат ҡараусы, күсер эштәрен башҡарырға тура килә. Бигерәк тә уның үҫмер генә көйө көтөү көткән сағы хәтерендә уйылып ҡалған.
       - Был шул тиклем ауыр эш! - тип иҫкә ала ине ул. - Көн буйы сабып йөрөп, тамам хәлдән тайып, көскә урынға барып етеп тәгәрәйһең. Әле генә йоҡлап киткән кеүекһең, ә һине тағы уяталар...
       Ҡалдырылған мәктәп йылдарын һуңыраҡ үтергә тура килә. Туғыҙынсы класты ла тамамламай, Рәйес армияға китә. 1951-1955 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында электромонтер, һуңынан "Өфө электр селтәрҙәре төҙөлөшө" тресында электрик булып эшләй.
       - Өфөлә нефть эшкәртеүсе булып эшләп ҡала ала инем, - ти Асаев. - Хәйер, юҡ, асфальтта йәшәп түҙә алмаҫ инем. Тик миндә тағы бер Өфө документы бар - ауыл хужалығы институтында уҡыным, уҡытыусыларым алдында баш эйәм.
       Рәйес Асаев ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә аңлы рәүештә ҡарар итә. Ауыр бала саҡ уны сыныҡтырып ҡына ҡалмай, ғүмерлеккә ергә ихтирам һәм һөйөү ҙә уята.
       1962 йылда Р.Б. Асаев белгес дипломы менән Шишмәгә әйләнеп ҡайта һәм "Луч" колхозында баш агроном булып эшләй башлай. Унда шунда уҡ оҫта ойоштороусы, кешеләргә ҡарата иғтибарлы етәксе күрәләр.
       1965 йылдың февралендә "Луч" колхозында отчет-һайлау йыйылышы үтә. Рәйес һайлау тураһында мәсьәлә алға баҫа. Бер нисә кандидат була. Әммә барыһы ла йәш агроном Рәйес Асаев өсөн тауыш бирә. Колхозсылар йыйылышында уға:
       - Һин, Рәйес, беҙҙә баш агроном булып күптән түгел генә эшләй башлауыңа ҡарамаҫтан, әле үк беҙҙең, үҙебеҙҙең, кешегә әйләндең. Рәйес вазифаһын алып бара алырһың, тип ышанабыҙ, - тиҙәр.
       Был ваҡытта "Луч" колхозында эштәр рәтле бармай. Колхозсыларға дүрт ай инде эш хаҡы түләнмәй, бөтә бригадаларҙа ла башбаштаҡлыҡ хөкөм һөрә, кешеләр битарафҡа әйләнгән, ҡалаға күсеп китә.
       Колхозсылар менән йәнәш булыу өсөн Асаев ғаиләһе менән Игнатовкала - ҙур колхоз бригадаһы үҙәгендә урынлаша. Ләкин ауыл тарҡалып килә. Рәйес Өфөнән һүтелергә тейешле, әммә ныҡ бер нисә ҡоролманы килтереп, йәш ғаиләләр өсөн ундан ашыу йорт һалдыра. Шәхси йорт һалыусыларға төрлөсә ярҙам күрһәтә. Игнатовкала тәртипте юлға һала, колхоздың башҡа ваҡ ауылдарын да тергеҙә. Механизаторҙарға, малсыларға, һауынсыларға ял көндәре, отпускылар булдыра. Кешеләр үҙҙәре тураһында хәстәрлек тоя, тырышыбыраҡ эшләй башлай, ҡалаға күсенеү кәмей. Артта ҡалған бер нисә хужалыҡ "Луч" колхозына ҡушылырға һорап мөрәжәғәт итә.
       Ләкин рәйес Асаев өсөн был "программа минимум" була. Колхозды алдынғылыҡҡа сығарыу, уны рентабелле яһау өсөн "программа максимум"ды үтәргә кәрәк була. Ул хужалыҡ иҫәбен һәм хужалыҡ эсендәге махсуслашыуҙы индереүгә ҡайтып ҡала. Һәм ошо аҙым йоғонтоло була ла. Р.Б. Асаевтың рәйеслек эшмәкәрлегенең тәүге йылы менән сағыштырғанда 1974 йылда колхоз һөт етештереүҙе 2,3 тапҡырға, итте - 2,7, игенде - 1,6, шәкәр сөгөлдөрө етештереүҙе 3,7 тапҡырға арттыра.
       Һыйыр ите етештереү буйынса колхоз-ара мал һимертеү комплексында йәш малдың уртаса тәүлек артымы 760-910 грамға барып етә. Был әлегә тиклем республикала булмағанса артым була.
       Мал һимертеү комплексының барлыҡҡа килеүе тураһында айырым әйтеп үтеү кәрәктер. "Луч" колхозы территорияһында ҙур шәкәр заводы төҙөйҙәр. Ул йыл һайын хужалыҡтарға миллион тоннаға тиклем үҙенсәлекле производство ҡалдыҡтары - һығынды, патока ебәрә, ә был мал һимертеү өсөн бик яҡшы аҙыҡ була. "Луч" колхозы рәйесе завод менән йәнәштә йәш мал һимертеү комплексы төҙөргә ҡарар итә. Күршенән - шәкәр заводынан - һығындыһын да, патокаһын да алалар. Бөтәһе лә эргәлә генә, ташыуға сығым да китмәй!
       Был "Луч" колхозын республиканың алдынғы хужалыҡтары рәтенә сығарырға ярҙам иткән Асаев инициативаларының береһе. Тап шуның өсөн дә Рәйес Бәҙеғетдин улы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме ала.
       Алдынғы колхоз рәйесе, Хеҙмәт Геройы, беренсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Р.Б. Асаевты тотош Рәсәй буйынса ауыл хужалығы производствоһы проблемалары борсой.
       1991 йылдың майында ул саҡта Башҡортостан Республикаһының Аграр союзы рәйесе Асаев "Вечерняя Уфа" гәзите редакцияһына килә лә хәбәрсе Фәрит Шәриповҡа күңелендәген әйтеп бирә.
       - Ер, ауыл хужалығын өҫтөнлөклө үҫтереү тураһындағы яңы закондар һәм ҡарарҙар беҙҙә, ахыр килеп, ауылда тамырынан социаль үҙгәрештәр һәм юғары етештереүсәнле хеҙмәт өсөн шарттар булдырыласаҡ, тигән өмөт уятҡандай булғайны. Ләкин ысынында иһә күбеһе уйҙырма булып сыҡты, ауылда хужалыҡ итеү шарттары һәм матди-техник тәьминәт насарая, һөҙөмтәлә бит шул уҡ ҡала халҡының аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеше киҫкенләшә. Ауыл хужалығы продукттарына һатып алыу хаҡтары аҙ ғына артҡанда матди-техник ресурстарға, төҙөлөүсе объекттарға һәм агросервис хеҙмәттәренә хаҡтарҙың күп тапҡырҙар артыуы колхоз һәм совхоздарҙың финанс-иҡтисади хәлен насарайтты, уларҙың йәшәү кимәле түбәнәйеүенә, тарҡалыуына килтерә. Дәүләт һәм коммерция банкылары кредиттары менән файҙаланған өсөн юғары проценттар ҙа - банкротлыҡҡа юл. Хужалыҡтар айҙар буйына эш хаҡы түләй, техника, орлоҡ, тоҡомло мал һатып ала, төҙөлөш алып бара алмай.
       Бурыстар әле түләнмәгән, һәм хөкүмәт, сәнәғәт, финанс предприятиелары бындай сәйәсәтте дауам иткән осраҡта игенселек һәм малсылыҡ продукттары етештереү кәмейәсәк. Был колхоз һәм совхоздарҙың яһалма тарҡалыуына килтерәсәк, аҙыҡ-түлек етешмәүе, йәмғиәттәге кризис тәрәнәйеүе шуның менән билдәләнә лә инде.
       Берҙән-бер юлды беҙ ауылды ысын мәғәнәһендә өҫтөнлөклө үҫтереүҙә, уны яҡын арала социаль үҙгәртеп ҡороуҙа һәм ауыл хужалығына һәр яҡлап ярҙам итеүҙә күрәбеҙ...
       Күренекле ауыл хужалығы производствоһын ойоштороусы Рәйес Бәҙеғетдин улы Асаев 2001 йылдың 3 мартында вафат булды. Уны борсоған ҡайһы бер проблемалар әле лә киҫкен булып ҡала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал