6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

Сөсө телле румын
06.05.08


       "Брат" һәм "Брат-2" фильмдарынан Виктор Сухоруковтың персонажы румындарҙы яратмаған һәм сөсө теллелеге өсөн Филипп Киркоровты ла уларға оҡшатҡан. Спорт күҙәтеүсеһе булараҡ, мин дә ошондай уҡ тойғо кисерермен тип һис тә уйламағайным.
       Өфө "Урал"ы Венгрия йыйылма командаһы уйынсыһы менән ике йылға контракт төҙөгән. Көнбайыштан көнсығыш-европа мөғжизәһенең исеме - Петер Вереш. Ышанаһыңмы-юҡмы, әммә был ысын хәл, сөнки мәғлүмәт рәсми сайтта бирелгән.
       Венгрия. Донъя спорт картаһында мин нисектер бындай бөйөк волейбол илен күргәнем юҡ. Ҡасандыр күптән уларҙа бик көслө футболсы - Ференц Пушкаш булған. 1966 йылда Англияла донъя Кубогында Флориан Альберт менән Венгрияның йыйылма командаһы атакала бразилиялыларҙы "типкеләгән", ә һуңынан ҡапҡа һаҡсыһы Лев Яшин менән СССР йыйылма командаһынан еңелгән. Ләкин бына волейбол...
       Верешты "бөйөк венгрҙар", "венгр спорт йондоҙҙары" һәм хатта "иң яҡшы венгр волейболсылары" араһында табырға маташыу ҙа уңыш килтермәне. Венгрҙар раҫлағанса, Сименсҡа тиклем үк динамо-машина уйлап тапҡан Йедлик Аньош Иштван бар. С витаминын беренсе булып асыусы Альберт Сент Дьерди, шариклы ручканы уйлап табыусы Ласло-Йожеф Биро...
       Ә ҡайҙа һуң оҫта уйнаусы Петер Вереш? Юҡ ул. Исемен тулыһынса йыйған хәлдә лә артыҡ мәғлүмәт күрмәҫһең. Яҙыусы венгр Петер Вереш бар. Ул крәҫтиәндәрҙең ауыр көнкүрешенә һәм тимер юл эшселәренең тормошона иғтибар биргән.
       Волейбол "Урал" сайтынан мәғлүмәттәргә генә ышанырға ҡала. Вереш-волейболсы 1979 йылда тыуған, һәм быныһы уҡ шатландыра. Егеткә әле 30 ҙа тулмаған - тимәк, Өфө клубы ағзалары менән сағыштырғанда ул әле йәш һәм перспективалы.
       Яҙылғанға ышанһаң, буйы - ике метр. Әгәр инде бейек тә һикерһә, блокта ярҙам итәсәк.
       Яңы венгрҙың төп ыңғай яғы - уның һөҙөмтәлелеге. Италияла уҙған чемпионат һөҙөмтәләре буйынса, унда Вереш Рәсәйҙә аҙ билдәле "Габека" (Монтикьяри) командаһы намыҫын яҡлаған, ул ун иң һөҙөмтәле уйынсы иҫәбенә ингән (28 матчта 411 мәрәй).
       Был волейболсының командаларҙы туҡтауһыҙ алыштырыуы аптырата. Туған һәм яратҡан "НРК Ньиредьхаза" (Венгрия, 1998-2000, исеме үк әллә ниндәй, эйеме?) командаһын ташлап китеп, ул Италия буйлап йылынан-йылы урынға күсеп йөрөй. Бына уның тулы клубтар юлы:
       2000-2001 - "Феррара" (Италия),
       2001-2002 - "Триест" (Италия),
       2002-2003 - "Феррара" (Италия),
       2003-2005 - "Уникаха" (Альмерия, Испания),
       2005-2006 - "Падуя" (Италия),
       2006 - Катар чемпионаты,
       2006-2007 - "Габека" (Монтикьяри, Италия) - ғинуарға тиклем,
       2006-2007 - "Верона" (Италия) - ғинуарҙан алып,
       2007-2008 - "Габека" (Италия).
       Нимәгә бер командала ултырып сыҙамағандыр инде? Бәлки, ул ситтән генә яҡшылыр, әммә "холҡо аламалыр"? Әллә имгәнгән микән? Тотороҡло түгелме?
       Әлегә иһә беҙ венгр тураһында татлы телле һандуғас һәм "Урал"дың баш тренеры Юрий Маричевтың һүҙҙәренән генә фекер йөрөтәбеҙ.
       - Был Петер Вереш нимәһе менән иғтибарығыҙҙы йәлеп итте һуң?
       - Иң элек, уның һөжүмдә заманса тиҙлекле уйнауы менән. Көтөп тороғоҙ - беҙҙең ҡул ҡуйыу тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алдығыҙ?
       - "Урал"дың рәсми сайтында бирелгән...
       - Миңә мәғлүм булыуынса, беҙ уға контракт ебәрҙек, ләкин ҡул ҡуйылған контрактты беҙгә бирмәгәндәр әле.
       - Бәлки, һеҙгә әйтеп өлгөрмәгәндәрҙер?
       - Белмәйем инде, Хәйер, уныһы мөһим түгел. Был уйынсыла тағы нимәләр ҡыҙыҡһындыра? Мин әлегә тәғәйен генә һөйләргә әҙер түгелмен.
       - Нимә - кемде алғанығыҙҙы ла белмәйһегеҙме? Рәсәйҙә нормаль һаҡсы юҡмы ни? Ә Верештың ҡабул итеү яғынан нисек?
       - Ярайһы. Владимир Мельниктан яҡшыраҡ, әлбиттә, ләкин Рено Эрпе кеүек ышаныслы түгел. Хәйер, был француздың, ғөмүмән, бер көслө яғы булды - ҡабул итеү...
       "Урал"дың кәңәшсе-тәрбиәсеһе менән һөйләшеүҙән аныҡ ҡына бер һығымта яһап булмай. Был "хәҙерге заман венгр-итальяны" беҙҙең шарттарға, беҙҙең уйынға күнегеп киткәнсе күпме ваҡыт үтер, билдәһеҙ. Уның суператакаларын әҙерләргә, еренә еткерергә кәрәк әле, тимәк, алдағы чемпионаттың тәүге матчтарында беҙ ысын Петер Верешты күрә алмаясаҡбыҙ әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал