6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Ауырға ҡалыу еңел түгел. Ярҙам ит беҙгә, ЭКО!
05.05.08


       Бөгөн ауырға ҡалыу еңелме? Был һорауға, моғайын, бала табырға "етлегеп" тә, ауырға ҡала алмаусылар дөрөҫ яуап бирә алыр. Нәҫел ҡалдырыу оҙаҡҡа һуҙылһа, был ысынлап та борсолдора. Һин даими ошо турала уйлайһың. Күрем тотҡарланыуҙың һәр көнө байрам кеүек ҡабул ителә, ахыр килеп, әсә булыуға өмөт уяна.
       - Өфөлә репродуктив сәләмәтлек проблемаһы бик ҙур, - тип иҫәпләй БДМУ-ның Дипломдан һуң белем биреү институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Василий Кулавский. - Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең 2025 йылға тиклем Демографик сәйәсәт концепцияһы проекты әҙерләнде. Уның маҡсаты бер - 2025 йылға ил халҡы бөгөн күрелгән саралар иҫәбенә 143 миллион кеше кимәлендә ҡалырға тейеш. Әгәр бер ниндәй ҙә сара күрмәһәң, рәсәйҙәрҙең һаны 17 йылдан һуң ни бары 123 миллион кеше тәшкил итеүе ихтимал.
       Нимә һуң ул репродуктив сәләмәтлек? Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләмәһенә ярашлы, был "тулы физик, аҡыл һәм социаль именлек торошо, ә репродуктив системаға, уның функцияларына һәм процестарына ҡағылышлы бөтә өлкәләрҙә ауырыуҙар булмауы ғына түгел".
       Беҙ, кемдеңдер ярҙамына ышанып ултырмайынса, тормоштағы бөтә проблемаларҙы элеккесә үҙ аллы хәл итергә мәжбүрбеҙ. Эйе, беҙ бөтәһен дә булдыра алабыҙ, ләкин көн һайын үҙебеҙҙе сыҙамлылыҡҡа һәм сынығыуға һынап, беҙ нығынабыҙмы, дөрөҫөрәге, сәләмәтерәк булабыҙмы һуң? Әлбиттә, юҡ...
       Бөгөн демографик хәлдең яҡшыра барыуы яғына ниндәйҙер үҙгәрештәр башланһа ла, медиктар әйтеүенсә, әлегә тиклем Рәсәйҙә дөйөм үрсемлелек коэффициенты хәүефле кимәлдән дә түбәнерәк (бала табыу йәшендәге бер ҡатын-ҡыҙға кәмендә 2,1 бала тура килергә тейеш). Беҙҙә һәр ғаиләлә икешәр генә булһа ла бала булһын ине лә бит, юҡ шул - йә йәшәү майҙаны бәләкәй, йә сәләмәтлеге ҡаҡшаған, йә башҡа берәй сәбәбе табыла.
       Әйткәндәй, һаулыҡ, дөрөҫөрәге, үҙ аллы балаға уҙыу һәләтлелеге тураһында. Белгестәр раҫлауынса, Рәсәй ғаиләһендә даими енси тормош менән йәшәгән бер йылда тәбиғи ауырға ҡалыу ихтималлығы 85 процент тәшкил итә. Әгәр инде, "үҙенән-үҙе булыр әле" тип оҙағыраҡ көтһәң, тәбиғи ауырға ҡалыу буйынса күрһәткестәр артмаясаҡ, ә киреһенсә, кәмейәсәк.
       30 йәш - "түлһеҙлек" диагнозы ҡуйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар түлһеҙлектән ете-һигеҙәр йыл дауалана, ә һуңынан "ҡапыл" уны түгел, ә ирен дауаларға кәрәклеге асыҡлана. Ә бына махсуслаштырылған үҙәктәрҙә ир менән ҡатынды дауалай башлауҙың уртаса йәше республикала 33,7 йәш тәшкил итә.
       Ирҙәр факторына бөтә түлһеҙлек осраҡтарының өстән бер өлөшө тура килә, ә "ике партнерҙың да аңлатып булмаҫлыҡ түлһеҙлеге" диагнозы ғаилә парҙарының 20 процентына хас. Нимәһе ҡыҙыҡ, Башҡортостанда түлһеҙ парҙарҙың яртыһы ғына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Шуларҙың ни бары 25 проценты дауаланыу курсын башлай. Был нимә, оҙайлы дауаланыу процесы юлына аяҡ баҫырға теләмәүме, ваҡыт, аҡса юҡлығымы әллә башҡа берәй сәбәпме?
       - Гинекологҡа осраҡтан осраҡҡа ғына йөрөргә кәрәкмәй, - тип иҫәпләй БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы Александр Афанасьев. - Ҡатын-ҡыҙ берәй ере ауырта башлағас ҡына түгел, ә врачҡа даими күренеп торорға тейеш...
       35-40 йәштәгеләргә ауырға ҡалыу айырыуса ҡатмарлыраҡ. Уларға 20-25 процент осраҡта ғына уңыш йылмая (25-30 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар араһында 55 проценттан 80-гә тиклем). 40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар йөҙ осраҡтан 15-ендә генә уңышҡа иҫәп тота ала.
       Бала тапҡандан, аборттан, бала төшкәндән һуң икенсел түлһеҙлек беренселенә ҡарағанда йышыраҡ осрай. Рәсәйҙә бындай түлһеҙлек менән яфаланыусы ҡатын-ҡыҙҙар 5,9 миллион иҫәпләнә. Бер Өфөлә генә ундай ҡатын-ҡыҙҙар 40 меңгә яҡын.
       Һәр беребеҙ, моғайын, ҡасандыр аборт яһатыу йыш ҡына түлһеҙлеккә килтереүен беләлер. Күп бындай осраҡта дауалау һөҙөмтә бирмәй. Шуға күрә ауырға ҡалырға теләмәһәгеҙ, контрацепция - иң ҡулайы.
       БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы Александр Афанасьев әйтеүенсә, республикала аборттар һаны бер аҙ кәмене, ләкин күрһәткестәр әле булһа юғары. Мәҫәлән, 2005 йылда Башҡортостанда 40375 аборт яһалған, ә 2007 йылда - "ни бары" 31889.
       Бер баш ҡалала ғына, профессор Кулавский һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр 15 мең тыуымға 12 мең аборт тура килгән. Бында үҙ теләге менән аборт яһатыусылар ҙа, медицина күрһәткесе буйынса ҡушылғандар ҙа инә.
       - Беҙҙә 19 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ балаһын имеҙеүсе әсәләр араһында аборттар буйынса һандар бик юғары, - ти профессор Кулавский. - Йөклөлөк - ул ҡатын-ҡыҙҙың бик үҙенсәлекле торошо. Ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлау һәм бер үк ваҡытта әсә ҡарынында һау бала йөрөтөүгә өлгәшеү - бөгөн ҙур проблема. Һәм беҙҙең бурыс - әсәлектең именлеген тәьмин итеү. Хәүефһеҙ әсәлек - ул, иң элек, ғаиләне планлаштырыу. Ҡатын кәрәкле ваҡытта, кәрәкле сәғәттә шәфҡәтле ҡулдарҙа буласағын белергә тейеш...
       Авторҙан. Күреүебеҙсә, береһе икенсеһенә бәйле. Тәүҙә аборт яһатабыҙ, һуңынан нисек ауырға ҡалырға белмәйбеҙ. Хәйер, арабыҙҙа башҡа төрлө сәбәптәр менән дә ауырға ҡала алмаған ҡатындар етерлек. Квалификациялы врачтар эҙләргә, ҡиммәтле процедураларға түләргә, ғазаплы тикшеренеүҙәр үтергә - өйөңдә, ахыр килеп, бала көлөүе ишетелһен өсөн барыһын да эшләргә тура килә.
       Бына шуға күрә лә дауаланыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәк. Йылдан-йыл әсә булыу ышанысы кәмей бара бит. Әйткәндәй, хәҙерге нормалар буйынса түлһеҙлек ике йылдан ашыу дауаланмай - бынан һуң яһалма аталандырыуға барырға кәңәш итәләр. Әгәр ҡатын 35 йәштән өлкәнерәк булһа, үҙенсәлекле дауалау бер йыл ғына дауам итәсәк. Уңышлы килеп сыҡмаһа, уны ла экстракорпораль аталандырыу (ЭКО) программаһына индерергә тейештәр.
       Башҡортостанда 2008 йылда 100 бушлай ЭКО процедураһы үткәреләсәк. Яһалма балаға ҡалыу һөҙөмтәлелеге 32 процент ҡына тәшкил итә. Ләкин был һан да ҡатын-ҡыҙҙарҙа ышаныс уята.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал