6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Георгий таҫмаһын бәйләгеҙ
05.05.08


       Апрелдең һуңғы көнөнән, 30-ынан алып, Башҡортостанда "Георгий таҫмаһы" акцияһы башланды. Шуға күрә Өфө урамдары буйлап үткәндә георгий таҫмаларын таратҡан мәлгә тура килһәгеҙ, иғтибарһыҙ үтмәгеҙ. Унда ҡатнашып, һеҙ һуғыш ветерандарына ихтирамығыҙҙы, уларҙың батырлығы менән ғорурланыуығыҙҙы, һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыуығыҙҙы белдерерһегеҙ. Еңеү көнө байрамы алдынан һәм акцияны үткәргән көндәрҙә һәр ҡатнашыусы героик үткәнде хәтерләү билдәһе итеп георгий таҫмаһын кейеменә ҡаҙай, ҡулына, сумкаһына йәки автомобиль антеннаһына бәйләй.
       Рәсәйҙә Еңеү көнөнә ҡарата "Георгий таҫмаһы" акцияһы дүртенсе тапҡырына үткәрелә. Проектты ойоштороусылар, быйыл георгий таҫмаларын Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә генә түгел, шулай уҡ донъяның 50-ләп илендә, шул иҫәптән АҠШ-та, Көньяҡ Африка Республикаһында, ғәрәп дәүләттәрендә һәм Австралияла тағасаҡтар. Георгий таҫмаһы - данлыҡлы Изге Георгий орденына таҫма аналогы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул, айырылып тороу билдәһе булараҡ, Гвардия таҫмаһы исеме менән совет наградалар системаһына инде. Уның төҫтәре - ҡара һәм ҡыҙғылт һары - "төтөн һәм ялҡынды" белдерә һәм һалдаттың яу яланындағы шәхси батырлығын раҫлай. Рәсәй ҡалалары урамдарында тәүге тапҡыр ҡара-ҡыҙғылт һары таҫмалар Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын байрам иткән көндәрҙә барлыҡҡа килде. Өс йылда бөтә донъя буйлап улар 20 миллиондан ашыу таратылды, еңеү таҫмалары хатта йыһанда ла булырға өлгөрҙө. Еңеү символын тик Балтик буйында ғына ҡабул итмәйҙәр. Эстонияға, мәҫәлән, уларҙы йәшерен рәүештә индерергә тура килә.
       Ләкин быйыл Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә лә "Георгий таҫмаһы" акцияһы тирәләй ығы-зығыһыҙ үтмәне. Бындай яңылыҡты Рәсәйҙең ҡайһы бер электрон киң мәғлүмәт саралары сайтында уҡырға мөмкин. Мәҫәлән, Екатеринбургта былтыр урындағы коммерсанттар георгий таҫмаһын араҡыны рекламалау өсөн файҙаланған. Быйыл - уларҙы "Рәсәй-матбуғат" киоскыларында һаталар. Бөйөк Ватан һуғышында еңеү символы һәр береһе һигеҙәр һумдан һатыла, халыҡ болашып ала.
       - Ҡот осҡос! Изге нәмәлә байып ҡалырға теләү - был бит мәсхәрә! - тип был айҡанлы үҙ фекерен белдерә БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге директоры Маргарита Шаулова. - Таҫмалар бушлай таратыла! Георгий таҫмаларын таратыуҙа дәүләт власы органдары, муниципаль берәмек хакимиәттәре, йәмәғәт берләшмәләре, ҙур предприятиелар һәм коммерция ойошмалары әүҙем ҡатнаша. "Мин хәтерләйем, мин ғорурланам!" лозунгы аҫтында үткән акция 12 майға тиклем барасаҡ. Еңеү, хәтер һәм Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән һуғыш ветерандарына хөрмәт символы булараҡ, георгий таҫмаһы хәҙерге йәмғиәттә бик тә талап ителә.
       Таҫмалар барыһына ла етәсәк, тип ышандырҙылар Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатында. Бөтәһе 125 мең георгий таҫмаһы таратыу планлаштырыла.
       - Бөгөн ҡала урамдарында һәм майҙандарында меңгә яҡын таҫма тараттыҡ, - ти "Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаһы Руслан Мурзаков. - 9 Майға тиклем беҙ бөтәһе 50 мең георгий таҫмаһы таратасаҡбыҙ. Әйтергә кәрәк, халыҡ был акцияға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, шул иҫәптән йәштәр ҙә. Был беҙҙең тарихыбыҙҙы белеүебеҙ, уның менән ғорурланыуыбыҙ хаҡында һөйләй. Акцияла ҡатнашып, беҙ был байрамға ыңғай ҡарашыбыҙҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ихтирамыбыҙҙы, рәхмәтебеҙҙе сағылдырабыҙ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал