6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Йәмәғәт ойошмалары

Ветерандар бойоҡмай һәм өмөттәрен дә юғалтмайҙар
11.03.04


       Беҙ йыш ҡына ветерандарға ҡарата иғтибарһыҙ булыуыбыҙ ме нән оло йәштәгеләрҙе ирекһеҙҙән ҡыйырһытабыҙ.
       Ә бит улар араһында бөтә ғүмерҙәрен эшкә бағышлаусы, йә б еҙҙең өсөн һуғышта ҡан ҡойоусылар ҙа етерлек. Һүҙем ветеранд ар тураһында. Үткән матбуғат конференцияһында Башҡорт респуб лика һуғыш, хеҙмәт һәм Хәрби Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органда ры ветерандары советы рәйесе Марат Муллағәлләмов журналиста р менән ошо темаға һөйләште.
       Бөгөн Башҡортостанда бер миллион 25 мең пенсионер һәм ве терандар йәшәй. Уларҙың 25585 - е Бөйөк Ватан һуғышында ҡатн ашыусылар, 153277 кеше һуғыш йылдарында тылда тир түккән, аф ған һуғышында ҡатнашыусылар һаны - туғыҙ меңдән ашыу.
       Марат Муллағәлләмов билдәләүенсә, Башҡортостанда ветеранд арҙы социаль яҡлауға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленде. Был йәһә ттән беҙҙең республика Рәсәйҙә "Ветерандар тураһында" закон ҡабул ителгән берҙән - бер республика икәнлеген әйтеп китеү етә. Уға ярашлы 2003 йылда пенсионер һәм ветерандарға бер ми ллион 632 мең һумлыҡ ташлама ҡулланылды. Федераль закондар буйынса ҡаралған күләмдән был 22 процентҡа күберәк. Былтыр 5 40 һуғыш инвалиды бүләккә "ока" автомобиле алды, ике меңгә я ҡын кешенең фатирында ремонт яһалды, 3586 ветеран республика
       шифаханаларында сәләмәтлектәрен нығытты.
       Әлбиттә, беҙҙең ветерандарҙың хәл итәһе проблемалары ла
       етерлек. байтаҡ пенсионерҙар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мо хтаж. Мәҫәлән, республиканың башҡалаһында фатир алыуға 1653 кеше сиратта тора. Уларҙың 58-ҙе генә былтыр был бәхеткә и реште. Күпселек аҙыҡ - түлеккә, дарыу репараттарына хаҡтар а ртыуы ла ололар "кеҫәһендә" тойолмай ҡалмай. Ә пенсия башлыс а 600 һумдан иҫәпләнә башлай.
       Киләһе йыл беҙ Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләйәсәкбе ҙ. Был мөһим ваҡиғаны тантаналы рәүештә билдәләүгә республик а әҙерләнә башланы ла инде. Ветерандарҙың барыһы ла был көнд ө күрһен ине лә бит. Әммә бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш ыусыларҙың да иң йәшенә 77 йәш бит.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал