6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Шашка

Муродулло Амриллаев - аҡыллы кеше
30.04.08


       Пермда "IMSA кубогы" интеллектуаль спорт төрҙәренең тәүге Халыҡ-ара уйындары программаһына шашка, шахмат, спорт бриджы һәм го уйындары буйынса ярыштар индерелде. Рус шашкаһы буйынса турнирҙа Стәрлетамаҡ гроссмейстеры Муродулло Амриллаев еңде.
       Муродулло Амриллаев үҙе уңышын шулай баһалай: "Кубокта ысынлап та бик көслө состав йыйылғайны - 28 ҡатнашыусынан 25-е гроссмейстер, бик күп бөйөк спортсылар, күп тапҡырҙар донъя чемпиондары, тере легендалар.
       Дүрт-биш спортсы, шул иҫәптән мин дә, "плюс өс"әр йыйғас, еңеүгә дәғүәселәр төркөмө билдәләнеүе асыҡланды. Мин үҙемә: "Беренсе урын - ул тарих, ә икенсе-өсөнсө урындар - миҙалдар", тинем.
       Ысынында, Александр Шварцмандың еңеүгә шансы юғары ине. Әммә тамамланыр алдынан бер тур алда, "плюс дүрт" мәрәйе була тороп, ул көтөлмәгәндә отолдо. Чемпион булыуымды аҙағынаса аңлап та етмәгәнмен әле. Тик мин, ғөмүмән, шаулап, ҡысҡырып шатлана торған кеше түгелмен. Уңыштарға мин тыныс ҡарайым. "IMSA кубогы"нда еңеү - минең өсөн башҡарылған эшкә йомғаҡ, үҙемдең һәм кәңәшсе-тәрбиәсем, Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Юрий Чертоктың дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы иҫбатлау.
       Әйткәндәй, бында еңеү өсөн бик матур трофей - был кубокка күп көслө гроссмейстерҙар күҙ һалғанын беләм!"
       Пермдағы уйындарҙа күптәр ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләне, шашка өсөн ыҙғыш-талаш булмауы айырыуса мөһим.
       Амриллаев, ҡомарлыҡ аҡылды юймаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй. "Беҙҙә спортсылар һәм судьялар араһында килешмәүсәнлектәр йыш ҡына булғылай. Кеше бишәр-алтышар сәғәт уйнағанда һәм тулыһынса үҙ-үҙенә сумғанда, әлбиттә, үҙ хистәрен контролдә тота алмай, һәм аҡыл артҡы планға күсә. Дөрөҫ, был миңә хас түгел. Мин, ярышташыңды ихтирам итергә кәрәк, тигән ҡараштамын. Спорт, айырым алғанда, интеллектуаль спорт - ул мәҙәниәттең бер өлөшө, тимәк, беҙ үҙебеҙҙе культуралы тоторға тейешбеҙ".
       Ғәмәлдәге чемпион Александр Шварцман Пермда интеллектуалдарҙың дебют турнирын баһалап үтте: "Рус шашкаһы буйынса турнир тамамланғандан һуң бер нисә генә сәғәт үткәс, кисен халыҡ-ара шашкала нисек уйнарға, күҙ алдына ла килтермәйем. Бында "IMSA кубогы"да бөтәһе лә бик шәп булды, әлбиттә, тик турнир бер-ике көнгә оҙағыраҡҡа һуҙылһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Көнөнә 14 партия - был бик ауыр".
       Ә интеллектуаль спорт төрҙәре буйынса беренсе Халыҡ-ара уйындарҙың яңы чемпионы Муродулло Амриллаев хәҙер үҙ фекерҙәрен туплай һәм Пермь көсөргәнешенән һуң мейеһен ял иттерә аласаҡ. Ул 3-18 октябрҙә Пекинда үтәсәк Интеллектуаль уйындарға һайлап алыуҙан азат ителде.
       2008 йылдың октябрендә Пекинда Олимпия һәм Паралимпия уйындары тамамланғандан һуң үтәсәк спорттың шул уҡ дүрт төрө буйынса Интеллектуаль уйындарҙа донъяның 50 иленән өс меңгә яҡын спортсы ҡатнашасаҡ. Пекинда өс төр - халыҡ-ара, рус һәм бразил шашкаһы буйынса турнирҙар планлаштырылған.
       Муродулло Ҡытайҙа ике төр буйынса сығыш яһарға теләй: "Расписание уңай тура килһә, мин халыҡ-ара һәм рус шашкаһында уйнарға йыйынам. Әгәр тура килмәһә инде - халыҡ-ара шашка ғына. Улар донъяла нығыраҡ таралған, уны 70-тән ашыу ил уйнай. Рәсәйҙә Александр Шварцман, Александр Георгиев һәм мин Пекиндағы Интеллектуаль уйындарға һайлап алыуҙан азат ителгәнбеҙ. Ҡалғандары был көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә үткән Рәсәй чемпионатында һайлап алына.
       Минеңсә, беҙгә объективлыҡҡа һәм спорт принцибына таяныу сиктән тыш мөһим. Пекиндағы, етмәһә, тарихта беренсе Уйындарҙа ысынлап та иң яҡшылар уйнарға тейеш".
       Халыҡ-ара интеллектуаль спорт төрҙәре ассоциацияһы (IMSA) президенты Жозе Дамиани Ҡытайҙа бик ҡыҙыҡлы интеллект уйындары вәғәҙә итә: "Бөтә донъя интеллектуаль уйындар буйынса бөтөн төп ойоштороу мәсьәләләре килешелгән. Беҙ ярыштар форматын аныҡ билдәләгәнбеҙ. Бер нисә техник мәсьәлә генә ҡалған, уларҙы беҙ май аҙағында Пекинда ойоштороу комитеты менән осрашыуҙа тикшерәсәкбеҙ.
       Етәкселәр, судьялар, рәсми кешеләр менән бергә Интеллектуаль уйындар ҡунаҡтары һаны биш меңгә яҡынлаша. Иң күп вәкилдәр - ике мең уйынсыға яҡын - бридж буйынса турнирҙа буласаҡ. Пекинға бөтә донъя элитаһы йыйыласаҡ. Бриджда Интеллектуаль уйындар программаһына тик ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ике йәштәр разряды инәсәк. Ә мин телгә алған ике мең иҫәбендә шулай уҡ - микст һәм бридждың башҡа төрҙәре уйынсылары. Был ярыштар ҙа Пекинда үтәсәк, әммә Интеллектуаль уйындарҙың рәсми программаһынан тыш.
       Шахмат буйынса турнир меңгә яҡын ҡатнашыусы йыясаҡ, саҡ ҡына аҙыраҡ - шашка һәм го буйынса турнирҙар".
       Шулай итеп, эҫе Ҡытайҙа ла Муродуллоға һалҡын ҡанлылығы үҙ спорт карьераһында тағы бер еңеү яуларға ярҙам итер, тип өмөтләнәйек.

Дмитрий Слезин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал