6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Музей "Галлюцинациялары"
30.04.08


       Рәссам Сергей Игнатенконың оҫтаханаһы ишегендә философ Фрэнсис Бэкондың "Дуҫтар - ул һинең ваҡытыңдың дошмандары" тигән һүҙҙәре яҙылған табличка элеүле тора. Һәр юлы, уға ҡунаҡҡа килгән һайын, фоторәссам Николай Марочкин ошо һүҙҙәргә күҙ һала. Юҡ, һис тә үпкәләмәй, коллегаһын ул яҡшы аңлай. Буштан-буш хәбәр һатып, ваҡыт уҙғарғансы, Сергей Николаевич бер-бер артлы картиналар яҙа. Музейҙарҙа һәм шәхси коллекцияларҙа, шул иҫәптән уның үҙенең коллекцияһында ла, рәссамдың эштәре тиҫтәләрсә. Был көндәрҙә Сергей Игнатенконың ижады менән Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында ла танышырға мөмкин, бында рәссамдың юбилей күргәҙмәһе бара.
       Экспозицияға өс зал бүлгәндәр. Тәүге икәүһендә ҡуйылған эштәре тамашасылар һуңғыһында күрәсәк картиналарға преамбула кеүегерәк. Тәүҙә "Фәрештәләр зәңгәр урманда" донъяһына рәхим итегеҙ. Залға килеп инеү менән был картина шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Оҫтаның башҡа эштәренән дә хозурлыҡ бөркөлә. Бында православиеға һәм мосолман диненә арналған "Ауыл сиркәүе", "Мәсет", "Собор" картиналары ла урын алған.
       Әммә рәссамдың иғтибары персоналийҙарға ла йүнәлтелгән. Портреттар галереяһын "Китап тотҡан үҫмер" аса, уның артынса "Музыкант", тамашасыларҙа популярлыҡ яулаған "Сәйәхәт" (өс ир иртәнге томан эсендәге йылға буйлап кәмәлә йөҙә) һәм "Шәфҡәт туташтары", унда император ҡатыны Александра Федоровна ҡыҙҙары Татьяна һәм Ольга менән һүрәтләнгән.
       Ҡеүәтле йомғаҡлау аккорды сифатында - "Рус халыҡ галлюцинациялары" картиналар серияһы - улар өҫтөндә Сергей Игнатенко һуңғы ваҡытта эшләгән.
       - Галлюцинациялар - ул аң сире түгел, ә хыялдар уйыны, - тип аңлата сәнғәт белгесе Светлана Игнатенко.
       Эштәр өсөн сюжеттар булып ауыл күренештәре хеҙмәт иткән, шулай итеп "Тирмән менән пейзаж", әкиәт геройҙары - һыңармөгөҙ һәм өй эйәһе, ҡәҙимге хайуандар - үгеҙ, сусҡа балаһы һәм ни өсөндөр ҡыҙыл төҫтәге, кеше күҙҙәре һәм танауы менән бесәй килеп тыуған. Ғөмүмән, рәссам полотноларында ҡыҙыл төҫ - һирәк күренеш түгел.
       Рәссам дини тематикаға осраҡлы ғына мөрәжәғәт итмәй. Тәүге картиналарындағы кеүек, һуңғыларында ла ул еңел һиҙелә, әммә ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша бара. Мәҫәлән, "Шешәләр менән натюрморт" күп рәсәйҙәр дин, Алла тураһында етди уйлана башлаған осорҙа ижад ителә. Үтә күренмәле быяланан шешәләр кеше күңелендәге бушлыҡ тураһында һөйләй. Ләкин шул уҡ социаль композицияла, сәнғәт белгестәре билдәләгәнсә, рәссамдың ижадында яңы һулыш һиҙелә. Йәнһеҙ предметтарҙы һүрәтләүҙән оҫта йәнле образдарға мөрәжәғәт итә. Шуға күрә күргәҙмә залдарында портреттар күп: "Билдәһеҙ ир", "Билдәһеҙ ҡатын", "Бармағы бәйләнгән малай" һәм башҡалар.
       - Беҙ, сәнғәт белгестәре, рәссамдың ижадын теге йәки был стилгә ҡаратырға маташып, гонаһ ҡылабыҙ, - ти Ирина Оськина. - Сергей Игнатенконың ижадына ҡарап, бөтәһен дә ниндәйҙер бер сиккә индереп булмауын аңлайһың. Рәссамдың эштәре миңә Сартр һәм Камюҙың текстарын хәтерләтә. Игнатенко - күп уйланған һәм төрлөсә фекер йөрөткән философ. Игнатенконың картиналарын башҡа бер кемдеке менән дә бутап булмай. Рәссам сәбәләнмәй, эҙләнмәй, ул күптән инде үҙен тапҡан һәм артабан үҫешә, үҙе һайлаған юл буйлап бара.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал