6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Иҫке шиналарҙың яңы тормошо
29.04.08


       Белоретта тыуып үҫкән Павел Скопин велосипедта йөрөргә ярата. Бына бер нисә тиҫтә йыл инде ул транспорттың был төрө менән айырылмай. Нимәһе ҡыҙыҡ - был йылдар эсендә Павел Александровичтың ун өс ике тәгәрмәсле машинаһын урланылар. Шуға ҡарамаҫтан, ул һаман да самокат яҡлы. Яҡташыбыҙ фекеренсә, моторһыҙ велосипед бына тигән йөрөү сараһы ғына түгел, шулай уҡ үҙ организмыңды күнектереү мөмкинлеге лә. Бигерәк тә етмеште уҙғас. Бынан тыш, Скопин, транспорттың башҡа төрлө индивидуаль төрҙәренән принципиаль рәүештә баш тартып, үҙебеҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла ниндәйҙер өлөш индерергә тырыша.
       Уның фекеренсә, хәҙер төрлө эске яныу двигателдәре менән механизмдарҙы контролһеҙ файҙаланыу һәм уларҙың иҫәбе даими арта барыуы тере организмдарҙа тәбиғәткә сиктән тыш кире йоғонто яһаусы төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә килтерә.
       Павел Александрович мөхитебеҙҙе һәр яҡлап сәләмәтләндерергә тырыша. Был кеше күптәребеҙ сүплеккә ырғытҡан әйберҙәргә ҡулланыу таба. Теге йәки был әйберҙәрҙе сүплеккә ырғытып, ҡайһы берҙә уларҙы туранан-тура файҙаланғанға ҡарағанда күберәк зыян килтерәбеҙ, тип раҫлай Скопин. Мәҫәлән, ул иҫке шиндарҙы усаҡта йәки сүплектә яндырыуҙы вәхшилек тип иҫәпләй. Быны эшләргә ярамағанлығын иҫбатлау өсөн Павел Александрович иҫке покрышкаларҙы файҙаланыуҙың 30-ҙан ашыу ысулын ҡуллана. Был ысулдарҙың ҡайһы берҙәрен ул үҙе уйлап тапҡын, ҡайһыларын төрлө баҫмаларҙа тапҡан йәки башҡаларҙа күргән. Айырым алғанда, уларҙы һыу һаҡлау өсөн һыйым эшләгәндә файҙаланған. Икенселәрендә йәшелсә үҫтерә. Бер өлөшө участкаһын кәртәләп алыу өсөн бик тә ярап ҡалған. Ләкин Скопинды бигерәк тә Белоретта ла, башҡа ҡалаларҙа ла бөгөн бер кем дә автошиндарҙы утилләштереү менән шөғөлләнмәүе борсой. Күп осраҡта уларҙы сүплеккә сығарып ташлайҙар, бында ул ағыулы төтөнгә әйләнә. Ә ниңә һуң матбуғатта баҫылған миҫалдарҙы файҙаланмаҫҡа, ти Павел Александрович.
       Мәҫәлән, Швеция фирмаһы шиндарҙы утилләштереүҙең яңы технологияһын тәҡдим иткән. Шин туңдырыла һәм һуңынан ваҡ киҫәктәргә онтала, был икенсел эшкәртеүгә бирелгән материалдарҙы бүлергә ярҙам итә. Ҡоросто, резинаны һәм текстилде - спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеү, тауышты изоляциялау өсөн япма әҙерләгәндә, ә резинаны асфальтҡа өҫтәмә сифатында файҙаланырға мөмкин.
       Ныҡ итеп һыуытҡанда резина ыуалыусанға әйләнә, шуға күрә уны онтағыста эшкәрткәндән һуң 0,4-5 миллиметр ҙурлығындағы гранулдар килеп сыға. Төрлө фильтрлау ысулдарын файҙаланып, ул компоненттарға бүленә.
       Швеция фирмаһы белгестәре раҫлауынса, яңы технология буйынса иҫке шиндарҙы эшкәртеү хаҡы 80-100 фунт тәшкил итә, етмәһә, был сумманың яртыһы азотҡа тура килә. Бер тонна шин эшкәртеүгә 600 килограмм шыйыҡ азот тотонола. Элек был маҡсаттарға бер тонна азот тотонола ине.
       Бынан тыш, ти әңгәмәсем, беҙҙә, Рәсәйҙә, иҫке шиндарҙан ҡотолоуҙың башҡа ысулдары ла байтаҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер юл төҙөлөшө ойошмалары иҫке тәгәрмәстәрҙе эшкәртеүҙән резина онтағын яңы юлдар һалғанда файҙалана. Беҙҙең республикабыҙ ҡалаларына ла был берәй ваҡыт килеп етер микән?

Александр Урцев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал