6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Алға үткәнгә
28.04.08


       Гендар - көслө нәмә. Кеше нисек кенә уңайлыҡтарға ынтылмаһын, ҡайһы берҙә күңел ҡылдары ниндәйҙер алыҫта ҡалған доньяға тартылыуын һиҙҙертә.
       Хәҙерге мегаполис кешеһе, үҙен ниндәй генә уңайлыҡтар уратып алмаһын, йәй етеү менән тәбиғәткә ынтыла. Был нимә - ҡан саҡырыуымы әллә ҙур ҡала шау-шыуынан һәм тормош темпынан арыумы? Кем белә? Хәйер, тәбиғәт ҡосағына сыҡҡас, мөһабәт тауҙар араһында, ҡайҙалыр сылтырап аҡҡан шишмә тауышын тыңлап, был турала уйланмайһың да. Ә кисен усаҡҡа ҡарап ултырғанда ағас япраҡтары ҡыштырлауы аҫтында тирә-йүндә үткән заман шаңдауҙары: батырҙың сыбыртҡы шартлатыуы, уның тоғро атының тояҡ тауыштары, ҡыҙҙың көмөш тәңкәләре сыңғырлауы, илаһи ҡурай моңо ишетелә... Һәм үткән заманға бер генә күҙ һалһаң ине, тип уйлап ҡуяһың.
       Хәйер, быйыл, алға - үткәнгә бер аҙым яһау мөмкинлеге тыуыр, моғайын. Юҡ, ваҡыт машинаһы уйлап тампағандар. Ә "Башҡортостан" милли паркы территорияһында тиҙҙән "Тыуған ауыл" проектын тормошҡа ашыра башлау планлаштырыла.
       Асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы "Башҡортостан" милли паркы менән бергә "Тәбиғәтте һаҡлау Ассоциацияһы" коммерция булмаған партнерлығы уйлап тапҡан. Уның маҡсаты, рәсми тел менән әйткәндә, - республика территорияһында, йәмәғәтселектең мәҙәни тәрбиә һәм ағартыу сараһы булараҡ, экологик һәм этнографик туризмды үҫтереү. Ябай ғына итеп әйткәндә, проектты эшкәртеүселәр беҙҙең мираҫыбыҙҙы һаҡларға теләйҙәр. Беҙгә төрлө рәхәтлектәр килтереп, цивилизация алға бара. Әммә ыңғай яҡтары менән бер рәттән уның кире яҡтары ла бар - мәҙәниәт, тормош тәртибенең ҡайһы бер өлөшсәләре, архитектура образдары һәм халыҡ тарихы тип аталған башҡа бик күп нәмәләр юғала. "Тыуған ауыл" проектында бына ошо тарихты тергеҙергә һәм һаҡларға тырышалар ҙа инде.
       "Башҡортостан" милли паркында нимәләр барлыҡҡа киләсәк һуң? Бында мини-ҡунаҡханалар һәм турбазалар, санатор-курорт һәм спорт объекттары төҙөләсәк. Әммә улар һуңғы өс быуат стилендә башҡарыласаҡ. Туристар үҙҙәре теләгән торлаҡ һайлай аласаҡ - тирмәлә йәки ҙур булмаған өйҙә йәшәйһеңме, йә булмаһа, урыҫ өйөндәме. Уңайлылыҡҡа күнеккәнһең икән - заманса ҡунаҡхананан урын ала алаһың, ә республика халыҡтарының тарихын һәм көнкүрешен өйрәнеп, ауыл буйлап үтә алаһың. Ауыл-музей территорияһы ХVIII, ХIХ һәм ХХ быуат башы ағас архитектураһы стилендә төҙөлгән секторҙар буйынса планлаштырыласаҡ.
       Ял итеүселәр, ә улар күп булыр тип уйлайбыҙ, атай- олатайҙарыбыҙ тормошоноң бөтә аспекттарын - йорт һәм ауыл хужалығы инвентарын, милли кейем предметтарын, иләүес һәм станоктарҙы, арба һәм саналарҙы - өйрәнә аласаҡ. Милли аш-һыуҙан да ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.
       Хәйер, башҡа күңел асыу саралары ла етерлек буласаҡ. Барыһы ла кеше нимә менән ҡыҙыҡһына, шуға бәйле ойоштороласаҡ - кемдер атта йөрөргә теләһә, улар өсөн ат маршруттары эшләнгән, кемдер, бәлки, һал менән йылға буйлап төшөргә, ә кемдер спелеолог булып ҡарарға теләр. Ә кисен "Тыуған ауыл"да ваҡытлыса йәшәүселәр бергә йыйылып, фольклор байрамдарында, ярыштарҙа, төрлө тамашаларҙа ҡатнаша аласаҡ. Ә йоҡлар алдынан халыҡ сәсәненең төрлө легендалар һәм әкиәттәрҙән ҡурҡыу белмәҫ батырҙар, сыбәр ҡыҙҙар, ахмаҡ байҙар һәм башҡа геройҙары тураһында ашыҡмай ғына һөйләгәнен тыңлаясаҡ, башҡорт халҡының фольклор традицияһы уларға бик бай.
       Проект эшләнгән дә инде, хәҙер документтар әҙерләү һәм инвесторҙар эҙләү процесы бара - байтаҡ финанс һалыуҙары талап ителәсәк. Әммә улар быға торошло. "Тыуған ауыл" төҙөү бер юлы бер нисә проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк: парк территорияһында цивилизациялы туризмды үҫтерергә, ул үҙе үк тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә аҡса эшләй аласаҡ. Өс район - Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән - халҡы (парк ерҙәре уларҙың территорияһында урынлашҡан) яңы эш урындары аласаҡ. Райондар - бюджетҡа аҡса һәм үҫешкән юл буйы сервисы.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал