6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Бобслей

Путиндың джибы барыбер етеҙерәк
28.04.08


       Өфө егете Алексей Селиверстов - ул тиҙ йүгергән, тиҙ һөйләшкән, тиҙ көлгән... кеше. Ғөмүмән, ул тиҙлеккә һәләтле.
       Ә нимә тотҡарланып торорға? Эш бөткәс - уйнарға ярай. Көмөш миҙал яулап - Путиндан джип алды. Өс көнгә "Ҙур уҙыштар" телевидение программаһына барып килгәс, тағы ла ҙурыраҡ популярлыҡ һәм танылыу яуланы. Матбуғат конференцияһы үткәреп, унда уңайлы номер һәм иҫәбендә ярайһы уҡ сумма менән телефон бүләккә алды.
       Журналистар менән һуңғы матбуғат конференцияһында Алексей тиҙҙән ярыштарҙы ҡабул итәсәк Мәскәү эргәһендәге Парамоново ҡасабаһындағы һәм Ванкуверҙағы яңы сана-бобслей трассалары тураһында һөйләне. Был улаҡтарҙа бобслейсылар болидтары спорттың был төрө үлсәмдәре буйынса ҙур тиҙлек йыя аласаҡ. Ванкуверҙағы трасса был яҡтан айырыуса отошло һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле лә.
       Селиверстов, пилоттарға яңы күнегелмәгән трассаларҙа юғары тиҙлектәр йығылыуҙар артыуға килтерәсәк, тип раҫлай. Болид сәғәтенә 150 километр һәм унан да юғарыраҡ тиҙлек менән барғанда әйләнһә, хатта махсус комбинезон да спортсыны боҙға ышҡылыу һөҙөмтәһендә етди яныу алыуҙан ҡотҡармаясаҡ.
       - Ләкин пилот һәм экипаж трассаға өйрәнһә һәм дөрөҫ шыуа башлаһа, еңелерәк һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ, - ти Алексей.
       - Ә һеҙ Путин указы буйынса олимпиадала яулаған көмөш миҙал өсөн алған япон джибында бобслейҙан етеҙерәк йөрөгәнегеҙ бармы?
       - Беҙҙә бит 110-дан арттырырға ярамай, - ти Алексей, әммә йәшерә алманы, - машина сәғәтенә 150-нән тиҙерәк тә йөрөй ала, һәм мин бының менән, әлбиттә, файҙаландым. Автоинспекторҙар мине бер ваҡыт сәғәтенә 176 километр менән китеп барғанда туҡтатты... Тик һеҙ был турала яҙмағыҙ инде, юҡһа, мине милициянан сығарырҙар бит, - тип өҫтәй ул һәм көлә.
       Көлгәс - тимәк, шаярта. Шаяртҡас - тимәк, яҙырға мөмкин. Ниңә дөрөҫөн йәшерергә. Тиҙлек Селиверстовтың рухында икәнлеген барыһы ла белһендәр әйҙә. Беҙ уның бөтә нәмәне тиҙ эшләргә яратыуы хаҡында яҙғайныҡ инде.
       Ләкин тормошта бөтә нәмә үҙ ағышы менән, һәүетемсә бара. Мәҫәлән, Сочиҙағы олимпиадаға тиклем әле байтаҡ ваҡыт бар. Селиверстовтың бик тә унда эләккеһе килә.
       - Беҙҙең илдә был уйындар иҫәбе буйынса нисәнсе әле? Икенсе! Бер илдә уйындар ике тапҡыр үткәрелеүе бик һирәк хәл. Бының беҙҙең спорт быуатына тура килеүе беҙҙең өсөн бик яҡшы, һәм, әлбиттә, бик тә ҡатнашаһы килә, - тип үҙ тәьҫораттары һәм өмөттәре менән уртаҡлаша Алексей.
       Был теләк тормошҡа ашыуы ихтимал, ләкин бик ныҡ тырышырға һәм яҡшы-яҡшы эшләргә тура киләсәк. Иң яҡын рубеж әлегә - Ванкуверҙағы Олимпиада. Селиверстов тренеры менән әҙерләнеү программаһын эшкәрткән дә инде.
       - Быйыл бер ниндәй "Ҙур уҙыштар" булмаясаҡ! Тик әҙерлек һәм сборҙар ғына, - тине Өфө егете.
       Уҙған миҙгелде Селиверстов ярайһы уҡ ҡатмарлы тип баһалай. Старт соҡоронан бик оҙаҡ сығырға тура килде, һуңынан Зубковтың һәм иптәштәренең эштәре яйға һалынды, ләкин тренерҙар штабы экипаждарҙы үҙгәртте, һәм яҡташыбыҙ икенсе пилотҡа - Поповҡа эләкте.
       - Икенсе бобҡа күсереүҙе кәңәшсе-тәрбиәселәрҙең дөрөҫ тактик ҡарары тип иҫәпләйем, - ти Алексей, - тик яңы болидҡа күнегеп китеү ҡатмарлыраҡ булды...
       Күреүебеҙсә, хатта етеҙ кешеләргә лә бөтәһе лә еңел генә бирелмәй. Алексейға, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, олимпия алтын миҙалын яулаусы спортсыларҙың яҙмышын ҡабатлаһын ине, тип теләйек.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал