6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Тылсымлы көршәкте ватмағыҙ!
25.04.08


       Ҡайһы бер спектаклдәр бер ниндәй ҙә тәьҫир ҡалдырмай. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә ундай түгел, айырым спектаклдәр тураһында һөйләйһе лә һөйләйһе, үҙ фекерҙәреңде башҡалар менән уртаҡлашаһы килә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған "Серле көршәк" спектакле премьераһы тап шундайҙарҙан. Сағыу спектакль тамашасыларға ҡеүәтле энергия заряды бирә, бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай.
       Спектакль нигеҙендә - Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре мотивтары буйынса пьеса. Ләкин кем спектаклдең әҙәби сығанаҡҡа тулыһынса тап килеүенә иҫәп тота, уларҙы күңелле сюрприз көтә. Пьесаның сәхнә варианты авторы Динара Кәримова төп теманы өҫтәмә сюжет һыҙыҡтары һәм көтөлмәгән интригалар менән биҙәгән. Зәйнәб Биишеваның совет заманында яҙыуын һәм уның әҫәрҙәрендә идеологик йүнәлеш өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алһаҡ, ҙур булмаған төҙәтмәнән пьеса отҡан ғына.
       "Серле көршәк" - ул балалар өсөн спектакль. Үҫеп килеүсе быуын үҙенә ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы, иҫе китеп ҡарарлыҡ спектаклдәрҙе генә ҡараясаҡ. Һәм Башҡорт драма театры спектаклендә, ысынлап та, таң ҡалырлыҡ мәлдәр етерлек - көтөлмәгән интригалар, йомаҡтар, акробатик трюктар, музыка һәм бейеүҙәр күп, экзотик костюмдар һәм артистарҙың сағыу гримы.
       Хатта спектакль башланыуын көтөү ҙә үҙенсәлекле бер интригаға әйләнде. Спектакль барырға тейешле театрҙың бәләкәй залына инер алдынан тамашасыларға гардеробта өҫ кейемен ҡалдырыу ғына түгел, аяк кейемдәрен дә сисергә тәҡдим иттеләр. Балалар һорау биреп тә торманы, шунда уҡ кроссовки һәм туфлиҙарын һалдылар ҙа залға инеп юғалдылар. Өлкәндәр иһә үҙҙәрен башҡасараҡ тотто. Оҙаҡ уйландылар, һуңғы минутҡа тиклем аяҡ кейемдәренән айырылырға теләмәй, тапанып торҙолар. Ләкин ваҡыт етеп килә, спектаклдең башын ҡалдырғы килмәй бит. Ахыр килеп, өлкән тамашасылар ҙа зал тупһаһы аша атлап үткәс, тағы хайран ҡалдылар. Бында ҡәҙимге креслолар һәм ултырғыстарҙың эҙе лә юҡ. Аҡ балаҫҡа мендәрҙәр теҙеп һалынған, уларға ултырырға тәҡдим иттеләр. Зал менән сәхнәне айырыусы сик тә юҡ - тамашасынан ике аҙым ғына ситтә спектакль геройҙарының береһе сыйырсыҡ ояһы эшләп ултыра.
       Әкиәт сюжеты тылсымлы көршәк тураһында боронғо легендаға ҡоролған, ул ике ғашиҡҡа бер-береһен табырға ярҙам итә һәм тағы бер пар ғашиҡтарҙы яуыз сихырҙан ҡотҡара. Спектаклдә был риүәйәтте төрлө персонаждар һөйләй. Һәм һәр юлы беҙ яңынан-яңы тәфсирҙәр беләбеҙ. Борон-борон заманда йәш бер көршәксе йәшәгән. Ул иҫ киткес матур тылсымлы көршәк яһаған һәм уны һөйгән ҡыҙына бүләк иткән. Ләкин оҫта нисектер урынһыҙ шаяртҡан, һәм ҡыҙ үпкәләп, көршәкте ергә ташлаған. Көршәк селпәрәмә килгән һәм, уларҙың береһен - иргәйелгә, икенсеһен бөкөрө ҡарсыҡҡа әйләндереп, ғашиҡтарға язаһын биргән. Ул ваҡыттан һуң күп һыуҙар аҡҡан, әммә тылсымлы һауыт менән тарих яңынан ҡабатлана. Ләкин был юлы бөтәһе лә яҡшы тамамлана. Көршәкте эшләгән йәш егеткә батша ҡыҙы ғашиҡ була, ә серле көршәктең тауышын ишетеп (ул һөйләшә белә!), иргәйел менән ҡарсыҡ та тәүге саҡтарына әйләнеп ҡайта.
       Аҙ ғына декорациялар менән сикләнеп, спектакль өҫтөндә эшләгән ижади коллектив артистарҙың костюмдарына һәм гримдарына төп баҫым яһай. Сәхнәне биҙәүҙә лә аскетлыҡ күренә - баҫҡыстар тауҙарҙы символлаштыра, улар буйлап геройҙар еңел генә үрмәләп менеп китә һәм төшә, ә ҡәҙимге йөн ептәр тар ғына борма-борма һуҡмаҡ булып хеҙмәт итә. Ҡалғанында иһә күҙ ҡамаштырырлыҡ зиннәт - матур күлдәктәрҙә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ толомдары менән көнсығыш сибәрҙәре, батша ҡыҙының ҡулын һәм йөрәген яулау өсөн бөтә ер шарынан йыйылған көслө енес вәкилдәре милли кейемдәрҙә. Бер кейәү егете дәртле ирланд бейеүен башҡарҙы, ҡытай егете гипнозсы һәм иллюзионист икән, һинд егете һыбыҙғыла оҫта уйнап, ҙур кобраны яҡын ебәрмәй тотто. Стилдәрҙең аралашыуы, буяуҙарҙың сағыулығы иғтибарҙы ситкә йүнәлтергә ирек бирмәне. Бынан тыш, тамашасылар үҙҙәре лә әкиәттә ҡатнашыусылар булып китте. Артистар менән бергә балалар йәшенмәк уйнаны һәм көнсығыш баҙарында һатып алыусыларҙы һүрәтләндереп, бер мәлдә массовкаға ҡушылып китте, бында киң күңелле һатыусылар уларҙы тәмле емеш-еләк һәм попкорн менән һыйланы.
       Килешегеҙ, ғәҙәттән тыш. Әммә тамаша залында барған буталышҡа һәм балаларҙың шат тауыштарына ҡарап, актерҙарҙың был табышы лайыҡлы баһаланды. Спектаклде ҡарау үҙе бер рәхәтлек бирҙе. Ул күңелле, дәртле, мауыҡтырғыс килеп сыҡты. Башлыса йәш артистар - былтыр Башҡорт драма театрында үҙ карьераларын башлап ебәргән Михаил Щепкин исемендәге Юғары театраль училищены тамамлаусылар арҡаһында. Илсур Ҡаҙаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев, Урал Әминев, Милена Сираева, Илфат Булатов һәм башҡа бик күп артистарҙың һәм музыканттарҙың юғары профессионаллеге, оҫталығы спектаклде шулай шат күңелле, яҡты яһаған да инде. Миндә уны тағы бер тапҡыр барып ҡарау теләге уянды.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал