6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Киль аҫтында ете фут
24.04.08


       Был моряктарға оҙатыу һүҙҙәре изге традицияға әйләнде. Йәғни ул яҡшы йөҙөп ҡайтыуҙарын теләүҙе белдерә. Моряктар, билдәле булыуынса, ырымға ышаныусы халыҡ бит ул. Улар һәр ваҡыт йылдар буйына һыналған йолаларҙы үтәргә тырыша.
       Башҡортостан йылға пароходсылығы хеҙмәткәрҙәренең үҙ традициялары ла байтаҡ. Иң мөһимдәренең береһе - йыл һайын тантаналы рәүештә навигацияны асыу. Был ваҡиғаға алдан әҙерләнә башлайҙар. Бөтә йылғасылар ҙа уны түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Өфө йылға порты алдындағы майҙанда почетлы ҡунаҡтар, йылға пароходсылығының үҙ хеҙмәткәрҙәре, Өфө йылға команда училищеһы уҡыусылары йыйыла. Иртә менән ялтыратып таҙартылған, төрлө төҫтәге флагтар менән биҙәлгән суднолар: катерҙар, буксир теплоходтары, тягачтар рейдҡа теҙелә. Ғөмүмән, байрам атмосфераһы.
       Быйыл навигация 22 апрелдә асылды. Бөтә йылғасылар өсөн быйыл ул үҙенсәлекле булды. Сөнки 2008 йылда пароходсылыҡты ойоштороуға 90 йыл һәм Ағиҙел йылғаһы буйлап пар суднолары йөрөй башлауға 150 йыл тула.
       1858 йылдың авгусында Угличтан Өфөгә ике пароход - "Грозный" һәм "Быстрый" килә. Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларының суднолар йөрөү өсөн яраҡлы булыуын тап улар билдәләй ҙә инде. Ә был йылғалар буйлап навигацияға ихтыяж бик ҙур була. Ул саҡта Уралдың күп кенә баҡыр иретеү һәм суйын ҡойоу заводтары үҙ продукцияһын үҙәк Рәсәйгә Кама һәм Волга йылғалары буйлап ташый бит. Һәм был сиктән тыш уңайһыҙ була.
       Ағиҙелдә пар суднолары йөрөй башлау беҙҙең төбәгебеҙ өсөн дә ҙур иҡтисади әһәмиәткә эйә була. 1859 йылда уҡ Өфө-Ҡазан линияһында "Аскольд" һәм "Ольга" пароходтарында пассажирҙар йөрөтөү асыла. Ә бер йылдан һуң Өфө - Түбән Новгород йөк ташыу линияһы асыла.
       1918 йылдың майында суднолар предприятиеларын национализациялау тураһында декрет сыҡҡас та Баш һыу транспорты идаралығы ойошторола. Халыҡ хужалығының Юғары Советында һыу бәйләнеше бүлеге асыла. 1918 йылдың июнендә өлкә һәм район һыу транспорты идаралыҡтары төҙөлә. Шуға күрә Өфө район һыу транспорты идаралығын ойоштороуҙың рәсми датаһы итеп 1918 йылдың 23 июнен иҫәпләргә мөмкин.
       Башҡортостан йылға пароходсылығы бына ошондай оҙайлы тарихҡа инә. Тәбиғи, был ваҡыт эсендә күп үҙгәрештәр булды, пароходсылығыбыҙ үҫеште. Хәҙер пароходсылыҡ балансында 150-нән ашыу һыу транспорты иҫәпләнә. Башҡортостан йылға пароходсылығы хеҙмәткәрҙәре урындағы линиялар буйынса һәм Кама, Волга, Дон йылғалары буйлап транзит бәйләнешендә, төньяҡ-көнсығыш йылғалар бассейнында йөк ташыу күләмдәрен даими арттыра бара, Балтик, Төньяҡ, Урта һәм Ҡара диңгеҙҙәр бассейндарында эшләй.
       Уҙған йылда ғына Башҡортостан йылға пароходсылығы пассажирҙар флоты Дуҫлыҡ Монументы - ағас эшкәртеү комбинаты линияһында 175 меңдән ашыу кеше ташыны. 305-се проект уңайлы пассажир теплоходтарында йылға круиздарында 25 меңдән ашыу турист сәйәхәт ҡылды. 2007 йыл навигацияһында ғына өс миллион тоннаға яҡын төрлө йөк ташылды.
       - Быйыл Рәсәйҙең йылға киңлектәренә 130-ҙан ашыу судноларыбыҙ сығасаҡ, шул иҫәптән 305-се проект круиз пассажир теплоходтары, "йылға-диңгеҙ" класы теплоходтары, йөк ташыу һәм ярҙамсы суднолар, - тип һөйләй "Башҡортостан йылға пароходсылығы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәйес Минһазов. - Күсеү осоро ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, предприятие флотты һәм профессиональ кадрҙарҙы һаҡлай, һыу транспорты менән пассажирҙар һәм йөк ташыу баҙарында ышаныслы партнер репутацияһын булдыра алды. Беҙҙең алда ҙур бурыстар тора, һәм беҙ уларҙы намыҫ менән үтәп сығырға тейешбеҙ.
       Бөгөнгө көндә Башҡортостан йылға пароходсылығы илдең йылға транспорты предприятиелары араһында ҙур һәм тотороҡло йөк ташыусылар иҫәбенә инә. Ул Рәсәй Федерацияһында алдынғы позиция биләй.
       - Һәр пароходсылыҡтың нигеҙе булып флот тора, - тип билдәләне БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Николай Протасов. - Навигация-2008-ҙә республика йөк флотының ун берәмеге - Азов-Ҡара диңгеҙ бассейнында, буксир флотынан 40 берәмек һәм пассажирҙар флотының 16 берәмеге эске һыу юлдарында эшләйәсәк, тип планлаштырыла.
       Быйыл навигацияны асҡанда көн дә һәйбәт торҙо, шуға күрә барыһының да кәйефе күтәренке булды. Традиция буйынса Башҡортостан йылға пароходсылығының иң яҡшы капитандарының береһе Олег Карташов пароходсылыҡ флагын күтәрҙе, һәм ошо ваҡытта Башҡортостан йылғасыларының гимны яңғыраны. Аҙаҡтан инде ысын бер шоу башланды. Рейдта торған суднолар гудок бирҙе, төрлө төҫтәге фейерверк һауаға күтәрелде.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал