6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Акциялар һәм форумдар

Эҙәрмәндәр алыш урындарына юлға сыға
24.04.08


       Бөгөн, 24 апрелдә, Башҡортостандан эҙәрмәндәр сираттағы "Хәтер вахтаһы"на юлға сыға. Йыл һайын апрель айынан ноябргә тиклем хәрәкәттә ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы алыштары үткән урындарға сыға, унда улар хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар һөлдәләрен эҙләй һәм уларҙың яҙмышына аҙ булһа ла яҡтылыҡ индерерлек башҡа мәғлүмәттәрҙе билдәләй. Архив мәғлүмәттәре буйынса ла, шулай уҡ граждандарҙың заявкалары буйынса ла эшләйҙәр. Быйыл яҙ Башҡортостандан эҙәрмәндәр отрядтарына Новгород, Смоленск, Ленинград өлкәләрендә эшләргә тура киләсәк. Йәйге ваҡытта эҙәрмәндәр ерҙә эшләй: урындарҙы йөрөп сығып, ҡаҙыныу эштәре алып баралар. Ҡышын архивта документтарҙы өйрәнәләр.
       Быйыл Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенә 20 йыл тулды. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа энтузиаст-эҙләнеүселәр һәр ерҙә булды, 1988 йылда ғына хәрәкәт рәсми статус алды, тип һөйләне алдағы "Хәтер вахтаһы"на арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының Төбәк йәмәғәт эҙәрмәндәр отрядтары фонды рәйесе Илдар Бикбаев.
       Йылдан-йыл эшкә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлеген хөрмәт итеүсе, тыуған илебеҙ тарихына вайымһыҙ булмаусылар иҫәбенән яңынан-яңы кешеләр өҫтәлә. Әгәр былтыр туғыҙ отряд эшләһә, быйыл уларға тағы бишәү ҡушылды: Стәрлетамаҡ, Межгорье, Күмертау ҡалаларынан, Нуриман һәм Дыуан райондарынан. Һуғыш үткән урындарға яҙғы экспедицияла бөтәһе 90-дан ашыу кеше ҡатнашасаҡ - башлыса, уҡыусылар, студенттар һәм уҡытыусылар. Ә эш барыһына ла етерлек. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: фронтҡа Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше китә. Һәр өсөнсөһөнә генә әйләнеп ҡайтырға насип була - был 230 мең тирәһе. 2008 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса республикала 14482 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы йәшәгән. Уларҙың иң йәшенә - 81 йәш. Фронтҡа киткән 700 меңдән 127 мең ярымы хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнә.
       Хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәттәр эҙләү эше, "2006-2010 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү" дәүләт программаһын һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының 2007 йылдың 16 июлендәге "1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү тураһында"ғы Указын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Президент һәм БР Хөкүмәте ярҙамында алып барыла. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар республика етәкселеге алдында даими отчет биреп тора, һәм уларға маҡтанырлыҡ урын бар. Айырым алғанда, Ленинград фронтының 11-се гвардия истребителдәр авиаполкынан ЛАГГ-3 самолеты летчигының фамилияһы билдәләнгән, уны эҙәрмәндәребеҙ Ленинград өлкәһенән балалар менән бергә һаҙҙан тапҡан. Летчик 1912 йылда Ленинградта тыуған, звено командиры гвардия өлкән лейтенанты Богомолов Владимир Сергеевич булған. 1926 йылда тыуған, Ленинградтан Башҡортостанға эвакуацияланған һәм Ҡырмыҫҡалы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алынған Советтар Союзы Геройы Белов Василий Михайловичтың артабанғы яҙмышы эҙләнде.
       - Советтар Союзы Геройҙары хаҡындағы белешмә әҙәбиәттә Василий Беловтың биографияһы уның яраланған мәлендә тамамлана. Башҡа мәғлүмәттәр юҡ, - тип һөйләне Башҡорт дәүләт университетынан "Ватан" эҙәрмәндәр отряды командиры Рәмил Вәхитов. - Беҙ иһә уның яраланғандан һуң 3-сө медсанбатҡа, һуңынан Чернигов госпиталенә ебәрелеүен асыҡлай алдыҡ. Хәҙер беҙҙең бурыс - Санкт-Петербургтағы госпиталь архивында эҙләүҙе дауам итеү. Бәлки, уның артабанғы яҙмышын билдәләй алырбыҙ.
       Дәүләкәндән "Факел" эҙәрмәндәр отряды ағзалары 311-се уҡсылар дивизияһының 1069-сы уҡсылар полкында һуғышҡан үҙ яҡташтарының яҙмышын билдәләү бурысын ҡуйҙы. Отряд вәкиле Александр Казанцевтың әйтеүенсә, полкта Дәүләкәндән 100 кеше була.
       - Архивта ике аҙна эшләү һөҙөмтәһендә беҙ бер көндә генә, 1941 йылдың 28 октябрендә, Чудов ҡалаһынан төньяҡтараҡ 48 Дәүләкән егетенең хәбәрһеҙ юғалыуын асыҡланыҡ, - тип һөйләне Казанцев. - Хәтер китабына индерелмәгән ике яҡташыбыҙҙың фамилияһын һәм һәләк булыу урынын таба алдыҡ - улар танкта янып һәләк булған.
       Быйыл көҙ Башҡортостан эҙәрмәндәр отрядтары Волгоград өлкәһенә, 214-се уҡсылар дивизияһы яугирҙары һуғышҡан урындарға экспедицияға барасаҡ. Бынан тыш, 20-се тау-уҡсылар дивизияһының 174-се һәм 265-се тау-уҡсылар полктары һуғышҡан Кавказға барыу планлаштырыла, уның составында Башҡортостан ир-егеттәре лә булған. "Хәтер вахтаһы-2008"ҙе ябыу октябрҙә Новороссийскиҙа үтәсәк. Ноябрҙә республиканың эҙләнеү-тикшеренеү экспедицияһы Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивы урынлашҡан Мәскәү эргәһендәге Подольскиға юл тотасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал