6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Күргәҙмәләр

"Китап" Мәскәү ҡалаһында иң яҡшы баҫмаларын күрһәтәсәк
11.03.04


       Мәскәү ҡалаһында барған "Рәсәй китаптары" күргәҙмәһендә
       Башҡортостан Республикаһының "Китап" нәшриәте 45 төрлө кит ап күрһәтәсәк.
       Нәшриәттең баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимова һөйләүенсә, улар а раһына тематикалары буйынса төрлө китаптар кергән. Ололар һ әм балалар өсөн художестволы әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары һәм мет одик ҡулланмалар, белешмәләр, энциклопедиялар, һүҙлектәр. Ки таптар үҙенең күләме, биттәр һаны буйынса ла төрлө. Күргәҙмә гә килеүселәрҙе һис шикһеҙ "Балыҡсы әлифбаһы", "Башҡорт поэз ияһы антологияһы", Булат Рафиҡовтың "Ҡараһаҡал" романы, Робе рт Байымовтың, Әмир Әминевтың яңы әҫәрҙәре, "Заһир Исмәғилев ", "Мостай Кәрим", "Шүлгәнташ" фотоальбомдары, "Башҡортостан
       мәҙәниәт" ( авторы Салауат Ғалин), "Башҡортостан үҫемлектәр е" ( Борис Миркин), "Башҡортостан тарихы" ( Марат Ҡолшәрипов ), "Музыка программаһы буйынса хрестоматия" әсбаптары ла ҡы ҙыҡһындырасаҡ.
       Рәсәй Матбуғат министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр и теүҙәренсә, "Рәсәй китаптары" милли күргәҙмәһе Мәскәүҙә етен се тапҡыр үткәрелә, унда Рәсәй төбәктәренән туғыҙ йөҙҙән ашы у китап эшҡыуарлығы вәкилдәре килгән һәм 10 000 квадрат метр
       майҙанда үҙ экспозицияларын урынлаштырып, 150 000 - дән ашы у китап тәҡдим итәләр.
       Башҡортостандың Китап палатаһы рәйесе Мөхтәрәмә Мөхтәрова
       һүҙҙәре буйынса, республикала 90 - ға яҡын нәшриәт китап сы ғарыу менән шөғөлләнә, уларҙың күп өлөшө, әлбиттә, "Китап" н әшоиәтенә тура килә. Үткән йыл, мәҫәлән, республикала 1 милл ион 656 мең экземпляр китап сығарылған, уларҙың 53 проценты "Китап" нәшриәтенә тура килгән.
       - Даими рәүештә халыҡ - ара һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләренд ә ҡатнашып, Башҡортостандың китап баҫыусылары, иң беренсе си ратта, әлбиттә, "Китап" нәшриәте призлы урындарҙы яулай, йөк мәткеһе, тышҡы биҙәлеше, дизайн буйынса яҡшы яҡтан билдәләнә , - тип һөйләй Мөхтәрәмә Мөхтәрова.
       "Рәсәй китаптары" күргәҙмә - йәрминкәһе 15 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал