6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Миллион километр һәм бер ғүмер
23.04.08


       Николай Яковлевич Узиков - Өфө аэропортында билдәле шәхес, хатта легендар тип әйтергә мөмкин. Ярты быуаттан ашыу ғүмерен ул авиация менән бәйләй. Летчик булып эшләгән йылдарында ул бер миллион километрҙан ашыу һауа юлынан оса, бының өсөн тармаҡтың осоштар километражы өсөн миҙалы менән наградлана. Бындай наградаға "Өфө" аэропортында ике генә хеҙмәткәр лайыҡ.
       Быйыл октябрҙә Николай Яковлевичтың Өфөгә авиаотряд командирының осоштар хеҙмәте буйынса урынбаҫары булып эшкә килеүенә 50 йыл туласаҡ. Аэропортта етәксе вазифаларҙа ул 1994 йылға тиклем эшләй, әммә әле лә туған коллективы менән бәйләнешен өҙмәй. Еңеү көнө алдынан отставкалағы майор Узиков бөтә регалийҙары менән парад формаһын кейә лә "Өфө" Халыҡ-ара аэропорты етәкселеге саҡырыуы буйынса һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары осрашыуына юл ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауала, һыуҙа һәм ҡоро ерҙә үҙҙәренең ҡаһарман хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусылар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Шуға ҡарамаҫтан, коллегалары менән һәр осрашыуҙы улар көтөп ала.
       Николай Яковлевич Узиков 1922 йылда Ленин менән бер көндә - 22 апрелдә донъяға килә. Уның тыуған ере - Вологда өлкәһендәге бәләкәй генә бер ауыл. Яҙмыш Николайҙы иркәләтмәй. Ул бик иртә етем ҡала: малайға өс йәше тулғанда әсәһе үлеп китә; 1933 йылда атаһы фажиғәле һәләк була. Етенсе класҡа тиклем уны үгәй әсәһе тәрбиәләй, һуңынан инде уның тураһында хәстәрлек күрер бер кем дә ҡалмай. Бер нисә һөнәрҙе һайлап ҡарай: пристанда ла, промартелдә лә эшләй, фотограф та була. Ул замандарҙа белемле кешеләр аҙ булыу сәбәпле, ете класс белемле егетте уҡытыусы эшенә лә, хатта политработник итеп тә йәлеп итәләр. Бында ул комсомолға инә. 1939 йылдың яҙында комсомол путевкаһы буйынса "Данилов-Архангельск" тимер юлы төҙөлөшөнә китә. Армияға алынғанға тиклем шунда эшләй. Уның бәхетенә ҡаршы, хәрби комиссариатта Волховта урынлашҡан хәрби-диңгеҙ летчиктары мәктәбенә саҡырыу иғлан ителә.
       Николай шатланып осоу эшенә өйрәнергә яҙыла, етмәһә, ул мәктәптә үк летчик йә... артист булырға хыяллана, мандолинала уйнай белә һәм Мәҙәниәт йортонда тамашасылар алдында сығыш яһарға ярата.
       Курсанттар тырыша-тырыша самолет-амфибияның ҡоролошон өйрәнә, ә өс айҙан һуң мәктәп ябылғас (ул Беломорканал төҙөүселәре тәьминәтендә була), иң зирәк егеттәрҙе Ленинградтың үҙендә урынлашҡан граждандар авиацияһы уҡыу эскадрильяһына тапшыралар. Тиҙҙән уларҙы Череповецҡа күсерәләр. 1941 йылдың 22 июнендә иртәнсәк Николай Узиков үҙенең тәүге осошон яһай. Ул һауаға У-2 (һуңынан уның исемен По-2 тип үҙгәртәләр) самолетында күтәрелә. Егет үҙенең тәүге уңышына шатланып та өлгөрмәй, гитлерсы Германия менән һуғыш башланыуы тураһында хәбәр килә. 1941 йылдың авгусына тиклем эскадрилья Череповецта була, һуңынан уны эшелон менән Новосибирск өлкәһенең Купино ҡасабаһына, Кулундин далаһына ебәрәләр. Фронт һыҙығынан алыҫта йәшәһәләр ҙә, шунан башлана ла инде курсанттар өсөн хәүефле һуғыш көндәре.
       Николай Яковлевич 112-се эскадрильяла хеҙмәт итә, ә 1942 йылдан уҡыу подразделениеларын осоу мәктәптәре йәки училищелары тип атай башлайҙар. Узиковты пилот-инструктор итеп ҡалдыралар. Һуғыш аҙағына тиклем тиерлек ул Купинола хеҙмәт итә, 1945 йылда ғына мәктәпте Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһына күсерәләр.
       Ул ваҡытҡа Николай Яковлевич өйләнгән була. Ҡатыны Анна Ивановна менән 56 йыл бик татыу йәшәйҙәр, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар бер-береһенә шул тиклем оҡшаған була, хатта уларҙы ағалы-һеңлеле тип ҡабул итәләр.
       - Ә һеҙҙең фронтҡа барғығыҙ килмәнеме? - тип һорау бирәм.
       - Күрәһең, юғарыла, мине тылда нығыраҡ кәрәкле, тип иҫәпләгәндәрҙер инде, - тип яуап бирә Николай Яковлевич. - Кемгәлер йәш егеттәрҙе осорға өйрәтергә кәрәк ине бит, ә мин ул саҡта ҙур ғәмәли тәжрибәгә эйә инем. Өҫтәүенә, барыһы ла миндә педагогик һәләт бар, ти торғайны. Ә һуңынан ни өсөн мине хәрәкәт итеүсе армияға ебәрмәүҙәренә төшөндөм: бер ваҡыт, үҫмер саҡта уҡ әле, анкета тултырғанда әсәйем милләте буйынса эстонка тип күрһәткәйнем. Ә һеҙ һуғыш ваҡытында Волга буйы немецтарына һәм сығышы менән Балтик буйынан булған кешеләргә нисек ҡарағандарын беләһегеҙ бит.
       Һуғыш йылдарындағы эше өсөн Николай Узиков "1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалы менән наградлана. Һуңынан юбилей миҙалдары, шул иҫәптән Жуков миҙалы ла була. Тыныс ваҡытта Николай Яковлевич "Намыҫлы хеҙмәт өсөн. В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә", "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалдары менән наградлана. Уға "Аэрофлот отличнигы" һәм "Граждандар оборонаһы отличнигы" тигән почетлы исемдәр бирелә. Рәсәй граждандар авиацияһының 75 һәм 80 йыллығына иҫтәлекле миҙалдар - айырым иҫәптә. Быйыл илебеҙ граждандар авиацияһының 85 йыллығын билдәләне инде.
       Һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайтып, әңгәмәсем халҡыбыҙға, шул иҫәптән училищелар курсанттарына ниндәй ауыр шарттарҙа йәшәргә тура килеүен хәтергә ала. Купинола улар ағас баракта йәшәйҙәр, һикелә йоҡлайҙар. Стипендия тик обмундированиеға китеп тора, сөнки бөтә осоу кейеме Ленинградта ҡалған була, унты звено командирында ғына була. Мех комбинезон бөтә төркөмгә берәү була. Быйма, тун, йылы әйберҙәр һатып алырға тура килә - Себерҙә ҡыш ҡаты булыуы менән айырылып тора бит. Ашау яғы ла бик наҡыҫ була.
       Летчик Узиков үҙенә эшләргә тура килгән часть адрестарын һәм бергә эшләгән күп кенә хеҙмәткәрҙәрҙең исемдәрен яҡшы хәтерләй. Себерҙән һуң - Егорьевск, Воронеж, Пенза, Һамар. 1947 йылда өлкән йәштәге хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе демобилизациялау тураһында Указ сыҡҡас, Николай Узиков хәрби хеҙмәттән сығарыла. Эшләү менән бер рәттән уҡыуын да дауам итә: Ульяновскиҙа Юғары авиация училищеһын, Свердловскиҙа (хәҙер Екатеринбург) Эске эштәр министрлығы мәктәбен тамамлай.
       - Николай Яковлевич, ә нисек Өфөгә килеп сыҡтығыҙ?
       - 1943 йылда уҡ миңә задание буйынса Башҡортостанға, Яңауылға барырға тура килгәйне. Өс самолеттан торған звено менән остоҡ. Өфө егете Гусев командир ине. Ул үҙ тыуған яғы тураһында байтаҡ яҡшы нәмәләр һөйләне. Башҡорт еренең ниндәй иркен һәм матур булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән дә күрҙек. Һуңынан авиация хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ниндәй перспективалар булыуы хаҡында белдек. Ғаилә менән даими йәшәү урынына ҡайҙа барырға, тигән һорау килеп баҫҡас, мин Өфөнө һайланым. Бында беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә тәүге айырым фатир алдыҡ!
       Ярты быуатҡа яҡын Узиков Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәй. Шул ваҡыттан алып уның биографияһы Өфө аэропорты менән тығыҙ бәйләнгән. Николай Яковлевич эшкә килгәндә иҫке аэродром ҡала һыҙығында, хәҙер Рихард Зорге урамы үткән урында була. Яуым-төшөмлө көндәрҙә тупраҡ япма батҡаҡҡа әйләнә, һәм самолетты ултыртыуы бик ҡатмарлы була. Шул саҡта уҡ яңы, заманса аэропорт төҙөү тураһында һүҙ алып барыла. Тәүҙә уны 1965 йылда сафҡа индерергә планлаштырыла. Әммә мегаполистың үҫеше һәм пассажирҙар ағымының артыуы яңы сроктар ҡуя. КПСС Өлкә комитетындағы кәңәшмәлә, аэропорт объекттарының беренсе сиратын төҙөүҙе 1962 йылдың 7 ноябренә тамамларға, ә декабрҙә инде иҫке аэродромдан күсергә, тигән ҡарар ҡабул ителә. Николай Узиков ул саҡта Өфө авиаотряды штабы начальнигы булып эшләй.
       Үҙенең оҙайлы профессиональ эшмәкәрлеге осоронда Николай Узиковҡа По-2, Р-5, Як-12, Ан-2, Ли-2 самолеттарында, Ка-15, Ка-18 вертолеттарында тиҫтә мең сәғәткә яҡын ғүмерен һауала үткәрергә тура килә. Иҫке аэродром эшләгән йылдарҙа Узиковҡа, тәжрибәле летчик булараҡ, партия Өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриевты йөрөтөүҙе ышанып тапшыралар. Ул бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарыу операцияларында ла ҡатнаша. Ҡатмарлы шарттарҙа Ли-2, Ан-2 самолеттарын килтерә. Уға реактив һауа судноларында ғына осорға тура килмәй: һаулығы ҡаҡшау сәбәпле комиссия рөхсәт итмәй.
       "Осошто тойоу - ул иҫ киткес тойғо, ләкин уны кисереү өсөн талапсан әҙерлек, ныҡышмалы хеҙмәт кәрәк" - Николай Узиковтың был һүҙҙәре Өфө авиаотрядының 50 йыллығына ҡарата сығарылған "Мирные крылья Башкирии" китабында килтерелгән.
       7 июлдә тағы бер түңәрәк дата - Башҡортостан авиацияһының  75 йыллығы билдәләнәсәк. Николай Яковлевич Узиков кеүек ветерандарҙың уға туранан-тура ҡатнашы бар. Ул хаҡлы рәүештә үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй ала. Ҙур һәм татыу ғаиләһе өсөн йорт һалған, ағас (һәм бер генә түгел) ултыртҡан, яҡшы балалар үҫтергән. Ҡыҙы Вера - химия фәндәре кандидаты, хәҙер ғаиләһе менән Австралияла йәшәй, унда Николай Яковлевич ете тапҡыр барып ҡайтҡан инде. Өлкән улы Сергей һәм кесеһе Евгений атаһының эшен дауам итә: икеһе лә летчиктар, береһе - Сочиҙа, икенсеһе Домодедовола эшләй. Николай олатайҙың дүрт ейәне һәм алты бүләһе бар. Тормош дауам итә!

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал