6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Балалар жюрийының ололарса фекерләүе
23.04.08


       Иртәнсәк тиҫтерҙәре мәктәпкә ашыҡҡанда был малайҙар һәм ҡыҙҙар театрға йыйына. Өфө мәктәптәренән ете уҡыусы аҙна буйы дәрес уҡымай, спектаклдәр генә ҡарап йөрөүҙәре менән маҡтана ала. Улар - "Ҡолонсаҡ" III Республика балалар өсөн спектаклдәр фестиваленең иң йәш жюри ағзалары. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, фестиваль был көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында үтә һәм проектта республиканың бөтә театрҙары ла ҡатнаша. Улар тамашасы һәм тәнҡитселәр хөкөмөнә тик балалар өсөн генә спектаклдәр күрһәтә.
       Фестиваль йома көндө Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының "Мөхәббәт һәм нәфрәт" спектакле менән башланды. Режиссер Гөлнара Вәлитова билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадына мөрәжәғәт итергә ҡарар иткән. Ләкин идеяһы буйынса ҡеүәтле, тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә пьеса ҡабул итеүгә бик ҡатмарлы булды. Яҡшы, тәрән мәғәнәле материал ролдәргә һалғанда бик ауыр һәм ҡыҙыҡһыҙ килеп сыҡҡан. Ҡуйыусы режиссерҙың фекере буйынса "Мөхәббәт һәм нәфрәт" - ул спектакль-тәүбә итеү. Төп герой Аманғол ҡартайғас бөтә тормошон күҙ алдынан үткәрә. Уның күңел төпкөлөндә ҙур гонаһ ята, был гонаһ уны яфалай һәм тыныс ҡына теге донъяға китергә ирек бирмәй. Күп йылдар элек ул йомшаҡлығы арҡаһында кәләше Зөлхизәнең үлемендә ғәйепле була. Боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса балыҡсыларға диңгеҙгә ҡыҙҙарҙы алырға рөхсәт ителмәгән. Ләкин Аманғол ошо яҙылмаған ҡағиҙәне һанға һуҡмай, Зөлхизәне үҙе менән ала. Диңгеҙ ҡотора башлай: нисек кеше уға ҡаршы барырға баҙнатсылыҡ иткән, шторм башлана. Диңгеҙҙе тынысландырыу өсөн балыҡсылар уға Зөлхизәне ҡорбан итеп килтерергә ҡарар итә. Аманғолдоң ҡото алына. Юҡ, кәләше өсөн түгел, ә үҙ ғүмере өсөн, диңгеҙ уларҙың кәмәһен йотһа, бөтәһе лә һәләк буласаҡ бит. Егетенең хыянатына түҙә алмай, Зөлхизә үҙе һыуға ташлана. Аманғол күп йылдар күңелендәге ошо төйөр менән йәшәй, ҡартайғас ҡына үҙенең был ҡылығына үкенә башлай.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спектаклде унда актерҙар ҙа, ҡурсаҡтар ҙа уйнауы ла йәнләндермәй. Зөлхизә менән Аманғол ролендә кешеләр ҙә, ҡурсаҡтар ҙа сығыш яһай. Ә диңгеҙ, ҡояш, ай, ел ролдәрен актерҙар ғына башҡара. Спектаклдә диңгеҙ - ҡатын-ҡыҙ образы. Диңгеҙ ҙә, ҡатын-ҡыҙ кеүек, яғымлы йә яуыз, ярата йә күрә алмай. Диңгеҙҙең кәйефе алмашыныуын, шуның менән бергә геройҙарҙың тойғоларын, кисерештәрен яҡшыраҡ биреү өсөн аҡ туҡыма һәм яҡтылыҡ уйнауы файҙаланылды.
       - Барыһы ла яҡшы. Актерҙарҙың уйнауы ла, музыка ла, ләкин спектакль оҙаҡҡа һуҙылған кеүек тойолдо, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты балалар жюрийы ағзалары беренсе актты ҡарағандан һуң. - Беҙҙеңсә, яҡтылыҡты алмаштырыу ҙа нисектер агрессивыраҡ килеп сыға.
       Бала уйлағанын һөйләй. Ләкин уларҙың эскерһеҙлегенә һәм зиһен сафлығына ҙур булмаһа ла тәжрибәһе лә өҫтәлә. Жюриға ете ағзаның һәр береһе осраҡлы ғына килеп эләкмәне. Балалар мәктәптә яҡшы уҡый, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Мәҫәлән, етенсе класс уҡыусыһы Ярослав Копычев артист һөнәре менән ишетеп кенә таныш түгел, үҙе бер нисә тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан кеше, йәки Владлен Ардисламов ҙур теләк менән "Ҡайнар йөрәктәр" театр студияһына йөрөй. Балаларҙан, ә үҙегеҙ күптән театрҙа булдығыҙмы һуң, тип ҡыҙыҡһынам. Ғәжәпләнеүемә ҡаршы, улар театрға даими йөрөй икән, хатта һуңғы ваҡытта үҙҙәре ҡараған спектаклдәрҙең исемдәрен дә атанылар.
       Балаларҙан, "Мөхәббәт һәм нәфрәт" спектаклен бигүк оҡшатмауҙары уларҙың ғөмүмән ҡурсаҡ театрына мөнәсәбәттәренә йоғонто яһамаҫмы, тип ҡыҙыҡһынам. Һәм улар бында ла мине хайран иттеләр.
       - Театр репертуарында күп яҡшы спектаклдәр бар, тип иҫәпләйем, - ти Владлен. - Мин бәләкәй саҡта ата-әсәйем ағайым менән мине театрға Колобок тураһында спектаклгә килтерҙеләр. Беҙгә шул тиклем оҡшаны, өйҙә беҙ үҙ ҡурсаҡ театрыбыҙҙы ойошторҙоҡ. Һуңынан күп тапҡырҙар ата-әсәйебеҙгә үҙ версиябыҙҙы күрһәтә торғайныҡ.
       Күреүегеҙсә, жюриға аҡыллы, фекерле, нескә тойғоло балалар йыйылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә мин уларҙың үҙем ҡараған башҡа спектакль буйынса фекерҙәрен белмәйем, ләкин мотлаҡ тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлашырбыҙ, тип уйлайым. Мин Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры ҡуйған "О-Цуру - торна ҡаурыйы" спектаклен күҙ уңында тотам. Пьеса япон хикәйәттәре мотивтары буйынса яҙылған, һәм ҡуйыусы режиссер Игорь Черкашин көнсығыш колоритын бирергә тырышҡан. Спектаклгә музыка ла иҫ киткес. Уны Мәскәү композиторы, "Незнайка на Луне" мультфильмына һәм "Остановка по требованию" телесериалына музыка авторы Юрий Прялкин яҙған. Спектаклде мин мюзиклға оҡшаттым - унда музыкаль композициялар шул тиклем күп яңғыраны. Балалар спектакле өсөн был бик шәп. Бәләкәй тамашасылар уны ҡарағанда һис тә арыманы, етмәһә, һәр музыкаль тайпылыуҙан һуң ҡул сабып алҡышланы. Тимәк, йырҙар уларҙың бәләкәй, саф йөрәгенә барып еткән.
       Алда әле ҡарайһы спектаклдәр байтаҡ. Шуға күрә ниндәйҙер һығымта яһау иртәрәк. III Республика балалар өсөн спектаклдәр фестивале был аҙна аҙағына тиклем барасаҡ, шунан һуң йомғаҡ яһалып, еңеүсе иғлан ителәсәк. Ә спектакле иң яҡшы тип танылған театр Рәсәй Федерацияһында үткәреләсәк Бөтә Рәсәй йәки халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал