6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Мәктәп юҡ
22.04.08


       "Салауат Юлаев" быйыл Третьяк кубогы уйындарының береһендә еңеү яуланы. Финалда Өфөнөң 90-91-се йылғы үҫмерҙәре Магнитогорскиҙың "Металлург"ын 1:0 иҫәбе менән еңде.
       Күптәр был еңеүҙе ғорурланыу өсөн сәбәп тип иҫәпләне. Ура. Әммә шатланыр өсөн артыҡ сәбәптәр юҡ. Ысынында иһә беҙ үҫмерҙәребеҙҙең икенсе сортлы турнирҙа нисек уйнауҙарын ғына күрҙек.
       Третьяк кубогына Рәсәй беренселеге финалына үтә алмаған командалар ғына эләгә. Быйыл Өфө командаларының береһе лә элитаға эләкмәне һәм миҙал өсөн көрәштә ҡатнашманы. Өфө мәктәбе өсөн Барнаул "Алтай"ына һәм Мәскәүҙең "Русь" командаһына ҡаршы уйындары ғына сик булып торор микән ни?
       Әлбиттә, команда сығыштары мөһим түгел. Иң мөһиме - бик көслө уйынсылар тәрбиәләү. Шунда уҡ һорау тыуа: үҫмерҙәребеҙҙе киләсәктә нимә көтә?
       Моғайын, яҡшы бер нәмә лә көтмәйҙер. Ысынбарлыҡта, хәҙерге "Салауат Юлаев"ҡа хоккей мәктәбе кәрәкмәй, шулай уҡ "Торос"ҡа, фарм-клубҡа ла бер ниндәй ихтыяж юҡ. Өфөнөң төп командаһы Өфө тәрбиәләнеүселәренән башҡа ла еңел генә йәшәй һәм алдынғы позициялар яулай ала. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа клубтары ла беҙҙең йәштәргә бик мохтаж түгел.
       Өфөлә хоккей мәктәбе ғөмүмән юҡ. Иҫәпкә бар, һанға юҡ, тигәндәй, улар бар, әлбиттә, бюджет аҡсаһын ашайҙар. Балалар шөғөлләнә, тренерҙары уларҙы өйрәтә, ата-әсәләре уларҙы күнекмәгә килтерәләр, алып ҡайталар, трибунала улар өсөн янып-көйәләр. Ләкин тыуған клубына һәм Рәсәй йыйылма командаһына файҙа күҙлегенән Өфөлә бер ниндәй хоккей мәктәбе юҡ.
       Элек тренерҙарыбыҙ һирәк булһа ла айырым балаларҙы юғары кимәлгә еткереп сығара ине. Һуңынан башҡа командаларҙа улар лидерға әйләнеп, йыйылма командаға сыға ине. Улар аҙ булһа ла, бар ине. Хәҙер Өфө мәктәбенең донъя класы уйынсыһына реаль кандидат үҫтереп сығарғаны күренмәй.
       Һуңғы йылдарҙа Александр Логинов, Дмитрий Зюзин, Артем Гордеев, Павел Доронин үҙ йәшендә лидер инеләр, ләкин һөҙөмтәлә хатта хоккей суперлигаһы кимәле өсөн дә йомшаҡ булыуҙарын күрһәттеләр. Аҙ мәрәйҙәр, хаталар, техник һәм тактик етешһеҙлектәр. Өфө тәрбиәләнеүселәре араһынан Игорь Волковтан һуң суперлигала бер кем дә аҙмы-күпме лайыҡлы кимәлдә уйнай алманы.
       Гордеев менән Доронин 1988 йылда тыуған. Өфө мәктәбенең ошо осорҙағы хоккейсылары Рәсәй беренселегендә еңеүсе булды. Ул составта бер нисә өмөтлө егеттәр бар ине. Хәҙер ҡайҙа улар? Хатта Артем менән Паша ла суперлигала насар уйнаны.
       Һеҙ, бәлки, йәштәрҙән нимә талап итәһегеҙ, уларға уйнарға ла уйнарға кәрәк, һуңынан өлгәшерҙәр әле, тиерһегеҙ.
       Килешмәйем. Канадала һәм АҠШ-та йәш уйынсылар бер ниндәй лимитһыҙ НХЛ клубтарының төп составтарына эләгеүе кеүек миҫалдарҙы байтаҡ килтерергә мөмкин. Патрик Кейнды ғына алайыҡ, ул буйға бәләкәй булһа ла, "Чикаго"ла 72 мәрәй йыйҙы. Әйткәндәй, ул да 1988 йылда тыуған.
       Кем үрҙәрҙе яуларға теләй, лимитсы булырға кәрәкмәй. Боҙға сыҡҡас, үҙеңдең иң яҡшы булыуыңды иҫбатларға ғына кәрәк.
       Өфө мәктәбенең өлкән тәрбиәләнеүселәре менән дә шундай уҡ хәл. Уларҙан бер кем дә Новогорскиға сборға саҡырылған Рәсәй йыйылма командаһының беренсе составына ла эләкмәне. Игорь Волков плей-оффта сығышы менән составҡа инеү шансын яулағайны кеүек, ләкин Вячеслав Быков уны саҡырманы.
       Йәштәребеҙ һуңғы миҙгелдә ҙур аҡса ала башлауы яҡшы, әлбиттә. Тик хикмәт бына нимәлә - бер миҙгел дә уйнап өлгөрмәй, егеттәребеҙ бик хәтәр машиналарҙа елдерәләр, ә "Запорожец" кеүек уйнайҙар.
       Балалар хоккейында ла - бәләкәйҙән үк шул уҡ зиннәт. Бер тренер менән һөйләшкәндә:
       - 200Х йылғы балалар менән күнекмә барғанда, "арена" эргәһендә автокүргәҙмә үткәрергә мөмкин. Бөтә команда тиерлек Өфөлә түгел, ә ҡаланан ситтә, коттедждарҙа йәшәй... - тине.
       Йә әйтәм, балалар тренерҙары бала-саға менән шөғөлләнеүгә теләп бара. Ижади эш, тиҙәр. Белмәйем инде, "күҙ нурҙары" менән өҫтәмә шөғөлләнгән өсөн хәҙер күпме түләйҙәр икән?
       Хоккей секцияларына балаларҙы ата-әсәһенең байлығына ҡарап түгел, ә етди фәнни рекомендацияларға ярашлы йыйырға кәрәк. Буласаҡ чемпиондарҙы асыҡлау методикаһы бар бит. Бала тест үтергә тейеш, һәм әгәр уның теге йәки был спорт төрөнә һәләте бар икән, шул саҡта ғына уны тренерға тәрбиәгә бирергә кәрәк.
       Физиологик һәләттәре, эшләргә һәм үҫергә теләге буйынса үрҙәргә өлгәшә алырлыҡ үҫмерҙәр бар. Тап улар яҡшы стипендия алырға, ҡиммәтле хоккей амуницияһы менән тулыһынса тәьмин ителергә һәм уларға тренерҙар һәр яҡлап ярҙам итергә тейеш. Һәләтле балалар өсөн ысын интернаттар асырға кәрәк - шул саҡта ғына уларҙан кемдер өҫкә үҙ юлын табыр, тигән ышаныс буласаҡ.
       Ә Третьяк кубогында еңгән составта мин әлегә яҡшы итеп теҙелгән тырыш команданы ғына күрҙем. Ә күҙгә күренеп торған йондоҙҙар юҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал