6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Өфө алыҫмы?
21.04.08


       Республикабыҙ баш ҡалаһына ватандаштарыбыҙ ғына түгел, сит ил ҡунаҡтары ла торған һайын йышыраҡ килә. Яратҡан ҡалабыҙға сит ил туристары күҙлегенән күҙ һалайыҡ әле. Уларҙы бында нимә ылыҡтыра, һәм баш ҡалабыҙ үҙенең иҫтәлекле урындары һәм милли үҙенсәлектәре менән ысын мәғәнәһендә таң ҡалдырһын өсөн беҙгә нимәгә күберәк иғтибар йүнәлтергә кәрәк? Үҙеңә ситтән ҡарау һәм тирә-йүндәгеләр һинең турала нимә уйлауҙарын белеү һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы бит. Түбәндә Рәсәйгә сит илдәрҙән килеүселәр өсөн тәғәйенләнгән инглиз телендәге сайтта үҙ фекерҙәрен белдергән Пирс Гледстоундың туристик отчетынан өҙөктәр килтерәбеҙ.
       Өфө мине иртәнге сәғәт 5-тә ҡараңғылығы, көҙгө һалҡын һауаһы, быҫҡаҡлап яуған ямғыры менән ҡаршы алды. Үҙ компаньондарымды көтөп, мин бында ике көн ваҡытымды үткәрергә тейешмен. Беҙ тыштан бик матур, яҡшы яҡтыртылған ҡунаҡханаға килдек, ләкин унда бер буш номер ҙа булмай сыҡты. Унан алыҫ түгел аҙыраҡ ҡайтышыраҡ ҡунаҡханала ла шул уҡ хәл. Иртәнге сәғәт 6-ға водителем бөтә үҙәк ҡунаҡханаларҙы йөрөп сыҡты, һәм ахыр килеп, мин арып-талып үҙәктән алыҫтараҡ Өфө санаторийҙарының береһенә килеп урынлаштым.
       Шифаханала иртәнсәк ауыҙҙарына тәмәке ҡапҡан һәм уңып бөткән пиджәктәренә миҙалдарын таҡҡан бабайҙарҙы, әбейҙәрҙе, ауырлы ҡатындарҙы һәм ауырыуҙан йонсоған ҡунаҡ-пациенттарҙы күреп, мин тиҙерәк үҙәккә китергә ҡарар иттем.
       Өфө - тәбиғи ресурстарға бай, географик сиге Европа менән Азияны айырып торған Урал тауҙарында урынлашҡан Башҡортостан автономиялы республикаһының баш ҡалаһы. Өфөлә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы кеүек, төҙөлөш бик әүҙем бара. Ҡаланың тарихи үҙәге, тура мөйөш системаһы буйынса төҙөлөү сәбәпле, йәйәү йөрөү өсөн уңайлы ғына.
       Ленин урамындағы ХIХ быуат сауҙа рәттәре - Өфөнөң иҫтәлекле урындарының береһе. Күптән түгел реставрацияланған рәттәрҙең ҡыйығы ябылып, хәҙер ул сауҙа мини-үҙәген хәтерләтә. Эстә периметры буйынса теҙелеп киткән бәләкәй магазиндар һәм бутиктар, киоскылар, күбеһендә косметика һәм кеҫә телефондары тәҡдим итәләр. Бәләкәй милли тирмәлә традицион башҡорт сувенирҙары һатыла; прилавка артындағы әсә менән ҡыҙ икеһе лә яулыҡ ябынған, был Башҡортостандың мосолман республикаһы булыуын иҫкәртә кеүек.
       Рәттәр алдындағы майҙанда йәштәр күп (Өфө - ул университеттар ҡалаһы). Был ҡалаға йәшлек һәм йәнлелек атмосфераһы бирә. Күптән түгел рус модерны стилендә матур итеп реставрацияланған биналар майҙанға сыға, ә майҙандың икенсе яғында һыра палаткаларында шашлыҡ бешерелә.
       Бынан бер нисә кварталда, Совет майҙанында, рус модерны архитектураһының икенсе бер матур өлгөһө бар, унда хәҙер Башҡортостандың Милли музейы урынлашҡан. Аҫтағы кимәлдә ҡәҙимге тейендәр һәм өйрәктәр, шулай уҡ айыуҙар һәм бүреләр коллекцияһы эшләнгән. Өҫтә инде иҫ киткес! Бер залда ҡаланың һәм Өфөләге төрлө персонаждарҙың элекке ҡара-аҡ фотографиялары экспозицияһы. Икенсе зал революцияға арналған, унда шулай уҡ социалистик реализм стилендә, скважиналарҙан урғылған нефть фонтаны һәм быға шатланышып ҡул сапҡан төрлө милләт кешеләре һүрәтләнгән ҙур картина ҡуйылған. Улар бер-береһен ҡосаҡлай, икенселәре баш кейемдәрен һауаға ырғыта. Шулай ҙа миңә бигерәк тә һуғышҡа һәм был төбәктәге алыштарға арналған зал оҡшаны.
       Коммунистик урамындағы ресторанда төшкө аш Рәсәйҙә мин ашаған аштарҙың иң тәмлеһе булғандыр (украин ашы булһа ла). Ресторан ауыл стилендә эшләнгән, официанттар украин милли костюмдарында. Меню ҙур, төрлө һәм бик арзан.
       Иртәгеһенә ҡала буйлап таксиҙа йөрөгәндә миңә Өфөлә, Рәсәйҙең күп кенә төбәк ҡалаларындағы кеүек үк, халыҡ аҙ һымаҡ тойолдо. Төп үҙәк бульварҙары һәм монументаль ҡоролмалар, башлыса, совет осоронда төҙөлгән. Бына юл аша ниндәйҙер йәнлелек күреп ҡалдым һәм водителдән туҡтауын үтендем. Хәрби тынлы оркестр уйнай, парад кейемендәге һалдаттар төркөмө мемориалға гөлләмәләр һалыу күнекмәһе үткәрә. "Бөгөн бында беҙҙең президент менән Лужков килә, - тип хәбәр итте миңә бер ир. - Президентыбыҙ республикаға күп йылдар етәкселек итә һәм уға бик бирелгән". Әлбиттә, Рәхимовтың идаралығы ҡалаға күп файҙа килтерә. Муниципаль проекттар төҙөлөшө тамамланыу стадияһында, яңы тимер юл станцияһы ла төҙөлөп бөтөп килә, Халыҡтар дуҫлығы йорто (хәҙер Конгресс-холл) бик матур.
       Халыҡтар дуҫлығы йортонан бер йөҙ метр алыҫлыҡта иң символик һәм мөһабәт һәйкәл тора. Башҡорттарҙың ХVIII быуаттағы милли батыры, үрәпсеп торған атҡа һыбай атланған Салауат Юлаевтың ҙур статуяһы бейек ярҙан аҫҡа Ағиҙел йылғаһына һәм офоҡтарға олғашыусы урман ландшафтына баҡҡан. Йылға байып барыусы ҡояш яҡтыһында алтын юл кеүек ялтырай. Әммә күп кешеләр ниңәлер һәйкәл эргәһендә түгел, ә күптән түгел төҙөлгән фонтан эргәһендә йөрөй.
       Өфөлә заманса архитектура үҫешкән ваҡытта уның тарихи биналарының күбеһе ҡалдырыла һәм һаҡлана. Нәҙек рәшәткәле тәҙрә ҡапҡастары һәм кәрниздәре менән яҡшы һаҡланған традицион ағас йорттарҙан торған тотош урамдар бар. Крупская урамындағы 45-се йортта Лениндың Йорт-музейы тора. Урамдың исеме бында бер нисә йыл буйына йәшәгән Лениндың ҡатыны Надежда Крупская хөрмәтенә аталған. Ленин үҙе бында, Псковҡа пароход көтөп, өс аҙна ғына йәшәгән. Йорттоң төп залында уның иҫтәлекле әйберҙәре бик күп: статуялар, бюстар, картиналар һәм башҡалар, уларҙың барыһы тураһында музейҙы ҡараусы ялҡынланып һөйләй. Әммә ысынында иһә өҫтәге тығыҙ бүлмәлә генә уның китаптары, ҡағыҙҙары ятҡан яҙыу өҫтәле артына ултырып ҡына кешенең үҙен тойорға мөмкин.
       Өфө Мәскәү менән сағыштырғанда тыныс, яҡты һәм ҡыҙыҡлы тәьҫир ҡалдыра. Кешеләр бер-береһенә йылмая, автомобилдәр йәйәүлеләргә урам аша сығырға мөмкинлек бирә, бында таҙа һәм ысын прогресты тояһың. Ике сәғәт осоп килеп, ял көндәрен үткәреү һәм, осраҡ менән файҙаланып, тирә-яҡ ауылдар ерен өйрәнеү өсөн ифрат яҡшы урын.
       Рәсәйҙең төп компаниялары Өфө аэропортына туранан-тура рейс яһай. Ҡунаҡханалар комплексы лайыҡлы кимәлдә, номерҙар артыҡ ҡиммәт түгел.

Татьяна Аксютина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал