6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Үлән хаҡлы, йәки алкоголизмды дауалап була
21.04.08


       Алкоголизм - илебеҙҙә төп социаль проблемаларҙың береһе. Һандар ҡот осҡос. Рәсми статистика буйынса ғына Рәсәйҙә алкоголизм менән сирләүселәр һаны - ике миллион 400 меңгә яҡын. Ысынбарлыҡта иһә улар тағы ла күберәк. Былтыр 51 мең рәсәйле алкоголь менән ағыуланыуҙан үлде. Сер түгел, бөтә халҡы эскелеккә бирелгән ауылдар бар, ә ҡалаларҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары эскелек нигеҙендә арта барыусы енәйәтселеккә ҡаршы көрәшә. Балаларҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эскелеккә һалышыуы айырыуса тетрәткес.
       Иң мөһиме, эскелек рәсми медицина тарафынан дауаланмай бит. Эйе, күпмелер ваҡытҡа "код ҡуйҙыртырға", йәғни спиртлы эсемлеккә тартылыуға блок яһап, мейенең билдәле бер өлөшөнә йоғонто яһарға мөмкин. Эйе, "тегеү" яһарға, йәғни тире аҫтына көслө химик матдә менән ампула тектертергә мөмкин, ул алкоголгә ҡушылһа, организмды ағыулаясаҡ, шуға күрә кеше эсергә ҡурҡа. Был матдәне туранан-тура ҡанға ебәрергә мөмкин, был "ҡойоу" тип атала. Ләкин бөтә был саралар, беренсенән, ваҡытлыса, икенсенән, хәүефһеҙ түгел. Хатта был процедураны яһаусы врачтар үҙҙәре йәшермәй, быны туғандарыбыҙға кәңәш итмәҫ инек, тиҙәр.
       Алкоголизмдан алкоголиктар үҙҙәре генә түгел, ә уларҙың ғаилә ағзалары - ҡатыны, балалары, ата-әсәһе лә яфа сигә бит. Йыш ҡына өмөтһөҙлөккә бирелеп, ғаиләләр тарҡала.
       Шул уҡ ваҡытта гәзитебеҙ бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡан Өфө фитотерапевты Михаил Гордеев алкоголизмды уңышлы дауалай. Уның үләндәре был сирҙе тыуҙырыусы сәбәптәрҙе һәм ул барлыҡҡа килтергән эҙемтәләрҙе еңеп сыға.
       Кеше ни өсөн эскесегә әйләнә? Күптәр, ауыр тормош, насар компания, нәҫелдән килгән ауырыуҙар, тип әйтер. Гордеев, был яуап бик ябай һәм бөтә был сәбәптәр икенсел, тип иҫәпләй. Эскелеккә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе тип ул мейе ҡан әйләнешенең боҙолоуын атай. Мейенең кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр менән дөрөҫ тәьмин ителеүен боҙоусы факторҙар күп. Был әсә ҡарынында уҡ үҫеш осороноң уңышлы бармауы, ҡатмарлы бәпесләү, имгәнеүҙәр, олоғая бара тамырҙарға шлак ултырыуы һәм башҡалар.
       Мейе ҡан әйләнеше менән эскелек араһында ниндәй бәйләнеш булыуы мөмкин, тип һорарһығыҙ һеҙ. Гордеев яуап бирәсәк. Һау кеше, йәғни ҡан әйләнеше яҡшы булған кеше һәр ваҡыт үҙ алдына реаль маҡсаттар ҡуя һәм уларға ирешеү өсөн үҙендә көс таба.
       Ә бына мейеһенә ҡан килеү боҙолған кешене һау тип атап булмай, һәм ул, әлбиттә, был бурыстарҙы башҡарып сыға алмай. Әгәр баш мейеһенең уң ярымшарына ҡан килеү ҡыйынлашһа, оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыу, интуиция яғынан проблемалар тыуа. Әгәр һул ярымшарына икән - ошо минуттағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, үҙ-үҙеңә ышаныс яғынан проблемалар.
       Мейе ҡан әйләнеше боҙолған кеше нимә тоя һуң? Эске дискомфорт, борсолоу, юҡҡа-барға ҡыҙып барыу, агрессивлыҡ. Бындай кешелә кире эмоциялар туплана, үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйы, проблемаларҙан ваҡытлыса ҡотолоу теләге тыуа. Иртәнсәк телевизорҙы тоҡандырыу менән, башлыса, ҡайҙа кемде үлтергәндәр, кемде талағандар, нимә шартлаған, кемде ултыртҡандар хаҡында мәғлүмәт ишетәһең. Етмәһә, аҡса етмәү, эштәге проблемалар, шәхси мөнәсәбәттәрҙәге көсөргәнеш кеүек һынауҙар аҙым һайын.
       Бындай кеше, әгәр берәйһе рәсәйҙәргә хас ысул - араҡы менән дауаланырға тәҡдим итһә, баш тартмаясаҡ. Эсеп алғас, проблемалар һәм ҡыйынлыҡтар хаҡында ваҡытлыса онотоп торорға мөмкин, әлбиттә. Аҙаҡтан иһә эсеү өсөн һылтауы табылып ҡына тора.
       Михаил Викторович, был һәләкәттән ҡотолоу өсөн, иң элек, мейе ҡан әйләнешен дауаларға кәрәк, тип иҫәпләй. Мейенең дөрөҫ эшләүе - кешенең ыңғай, конструктив фекерләү нигеҙе.
       Гордеевтың алкоголизмды дауалау методикаһы башҡаларынан нимәһе менән айырыла һуң?
       Ҡайһы бер үлән белгестәре нимә эшләй һуң? Улар ауырыуға йәки туғандарына ҡоҫтортҡос үләндәр бирә. Был үләндәр - токсиканттар, улар организмды бик ныҡ ағыулай һәм ысынлап та алкоголгә тартылыу теләген һүндерә, ләкин эскелектең сәбәбен бөтөрмәй. Ҡоҫтортҡос үләндәр менән дауалау психологик кризистың тәрәнәйеүенә һәм ауырыуҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуына килтереүе мөмкин.
       Гордеевтың алкоголгә ҡаршы программаһы бөтә организмды сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән. Һау кешегә араҡы эсеүҙең кәрәге юҡ. Ҡоҫтортҡос үләндәргә килгәндә, алкоголгә ҡаршы үләндәр йыйылмаһына улар индерелгән, ләкин аҙ ғына күләмдә, ә организмды етди ағыуларлыҡ дәрәжәлә түгел.
       Гордеев эскелекте ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмына бүлә. Билдәле булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда эскелеккә - тиҙерәк, ә дауалауға ауырыраҡ бирелә. Михаил Викторович ирҙәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы эскелеккә этәргән сәбәптәрҙе лә айыра.
       Тормоштоң төп ҡиммәте булып мөхәббәт тороуын бер кем дә инҡар итә алмай. Ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше - яратыу һәм балалар табыу, Тормошто дауам иттереү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәшәү темпы, стрестар, насар экология, иң элек, гормональ статусты ҡаҡшата, бала табыу системаһы эшен боҙа, ҡатын-ҡыҙҙы түлһеҙ һәм тормош менән ҡәнәғәт булмаған йән эйәһенә әүерелдерә.
       Билдәле булыуынса, спирт гормондарҙы стимуллаштырыусы тәьҫиргә эйә. Алкоголь ҡанда ҡатын-ҡыҙ гормондары - экстрагендар кимәлен күтәрергә һәләтле. Спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланып, ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына үҙенең "ялҡау" гормондар системаһын әүҙемләштерә. Нисек кенә сәйер булмаһын, спиртлы эсемлектәр менән мауыға башлаған ҡатын үҙенең нәфислеген ҡайтарырға, ҡайтанан яратылырға маташа, үҙен ул иҫ киткес тип тоя башлай, борсолоуҙары юҡҡа сыға. Эскелеккә һалышҡан ҡатын бик тиҙ түбән тәгәрәй, башҡаларҙа ул ерәнеү һәм асыу ғына уята.
       Бындай ҡатындарҙы эскелектән дауалау үҙ эсенә гормондар системаһын аяҡҡа баҫтырыуҙы индерергә тейеш. Гормондар системаһы тигеҙ булған ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт маҡсат менән йәшәй. Ул, алкоголь ҡулланмайынса, стресс һәм көсөргәнеште еңерлек энергетикаға эйә. Бындай ҡатын-ҡыҙ үҙ энергетикаһы менән арбай, кешелә һоҡланыу уята.
       Ирҙәргә алкоголь кире йоғонто яһай - ирҙәр гормондары кимәле кәмей, аҙ ғына дозанан ирҙәр тыныслана, йомшара. Иҫерек ир проблемалары тураһында уйламай, бөгөнгө көн менән йәшәй. Социаль яуаплылыҡ зонаһы тарая, ҡурҡыу һәм борсолоуҙар юғала, ҡәнәғәтлек тойғоһо барлыҡҡа килә - шулай итеп унда эсеп стресты бөтөрөү ғәҙәте барлыҡҡа килә.
       Алкоголдең шәхескә һәм психикаға йоғонтоһо емергес, был юл менән стресс бөтөрөү ғәҙәте тиҙҙән сиргә әүерелә, шул саҡта инде кешенең бар мәнфәғәте эсемлек эҙләүгә генә ҡайтып ҡала.
       Мейе ҡан әйләнешен аяҡҡа баҫтырыуҙан, күңел бошонҡолоғон бөтөрөүҙән һәм алкоголгә нәфрәт уятыуҙан тыш, Гордеев ирҙәргә ҡандағы тестостерон кимәлен күтәреү өсөн сәй тәҡдим итә. Тестостерон - ул лидерлыҡ гормоны. Тестостерон кимәле яҡшы булған ирҙәр һәр ваҡыт беренсе булырға: уйлап табырға, асыш яһарға, камиллашырға, маҡсат ҡуйырға һәм еңергә ынтыла. Бындай ирҙәр бер ваҡытта ла эскелеккә бирелмәйәсәк.
       Үләндәр кешенең шәхси үҫешенә булышлыҡ итә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә, тулы ҡанлы тормош тәмен тойоп йәшәргә ярҙам итә.

Сюткина Евгения.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал