6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Икмәгебеҙ булырмы?
18.04.08


       Ябай ҡала кешеһе яҙғы баҫыу эштәренең ҡасан башланасағы хаҡында уйлап та бирмәй. Ул бынан бик алыҫ. Әммә уға өҫтәлендә һәр ваҡыт икмәк буласағына, төп ауыл хужалығы продуктына хаҡтар арзан булыуына ышаныс кәрәк. Ә өҫтәлебеҙҙә икмәк булыу-булмауы тап ураҡтың ҡасан башланыуына, ауыл эшсәндәренең сәсеүгә ваҡытында төшөүенә бәйле бит.
       Сәсеү-2008 үҙенсәлектәре тураһында БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары бүлеге баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев һөйләй.
       - Һәр яҙҙың үҙ үҙенсәлектәре. Бына быйылғыһы ла бынан алдағыларына оҡшамаған. Ул республиканың бөтә тәбиғи-климат зоналарында сәсеү эштәренең иртә башланыуы менән айырылып тора. Быйыл сәсеү эштәре былтырғынан бер айға тиерлек алдараҡ башланды, ә уртаса срок менән сағыштырғанда - 10-12 көнгә алдараҡ. Был ҡарҙың иртә иреп бөтөүе һәм көндәр йылыныуы менән бәйләнгән.
       Хәтеремдә, ошондай иртә яҙ 1995 йылда булғайны, ул саҡта апрель аҙағына республика сәсеүҙе тамамлағайны инде.
       - Быйыл ниндәй ҡыйынлыҡтар осрай?
       - Быйыл төп проблема - дымдың аҙ булыуы. Әлегә хәл бик ҡатмарлы. Тупраҡтың дым менән тәьмин ителеше уртаса күрһәткестәрҙең 30-40 процентын ғына тәшкил итә. Шуға күрә бөтә агротехник алымдар тап дымды һаҡлауға йүнәлтелергә тейеш. Һөрөлгән ҡатламдағы аҙ ғына дым запасы иҫәбенә беҙ мөмкин тиклем иртәрәк тигеҙ шытым алыуға өлгәшергә тейешбеҙ. Ә бының өсөн тупраҡты күп тапҡырҙар эшкәртмәҫкә, тупраҡты әҙерләү менән сәсеү араһындағы ваҡыт айырмаһын кәметергә кәрәк.
       Әгәр яуым-төшөм булһа, улар хәлде яҡшыртасаҡ, әлбиттә, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡҡа түгел. Ә ер аҫты һыуҙары тиҙ осоп бөтә. Шуға күрә сәсеүҙе тиҙ арала үткәрергә кәрәк.
       - Республикала сәсеү майҙандарының структураһы ниндәй? Быйыл ул нисек үҙгәрҙе?
       - Республика хужалыҡтарына бер миллион 950 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрергә кәрәк, шул иҫәптән яҙғы иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары - бер миллион 264 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө - 72 мең гектар, май орлоғона көнбағыш - 112 мең гектар.
       Бөгөн республиканың 25 районы сәсеү эштәрен башланы. Көндән-көн күберәк хужалыҡтар ылыҡтырыла. Планлаштырылған майҙандың тәүге 20 мең гектарына сәселде лә инде.
       Хәҙерге ваҡытта игенселәргә ниндәй ҙә булһа культураға өҫтөнлөк биреүе ауыр, сөнки ауыл хужалығы продукттары баҙары бик тотороҡло түгел. Ләкин хәҙер иген, май һәм техник культуралар баҙарында хәл уңышлы булыу сәбәпле, сәсеү майҙандары структураһы шуны иҫәпкә алып төҙөлдө. 2008 йыл уңышына сәсеүлектәр структураһын планлаштырыу барышында беҙ иген баҫыуҙары күләмен кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа тырыштыҡ, тулайым иген йыйып алыуҙы арттырыуға баҫым яһаныҡ. Ужым культураларының һаҡланыу кимәлен иҫәпкә алып, иген культураларының дөйөм майҙаны бер миллион 691 мең гектар тәшкил итәсәк, был былтырғы кимәлдән 12 мең гектарға күберәк.
       Ҡуҙаҡлы иген культуралары, яҙғы рапс, май орлоғона көнбағыш, картуф һәм йәшелсә баҫыуҙарын да арттырырға планлаштырабыҙ.
       Малсылыҡты үҫтереүҙең төп факторы булып мал аҙығы базаһы тороуын иҫәпкә алып, беҙ мал аҙығы культуралары структураһын тулыһынса яңынан ҡараныҡ. Майҙандың 70 проценты мөһим ҡуҙаҡлы культураларға бүленәсәк. Быйыл ҡалдау ерҙәрҙе әйләнешкә индерергә планлаштырабыҙ, улар 10 мең гектарға яҡын. Былар элекке йылдарҙа тупраҡтың уңдырышлылығын юғалтыу сәбәпле әйләнештән сығарылған ерҙәр.
       Һуңғы өс йылда төп ауыл хужалығы культураларын сәсеү майҙандары тотороҡло үҫә бара, был уларҙы файҙаланыуҙың артыуы менән бәйләнгән.
       - Һеҙ ужым культураларының торошон нисек баһалайһығыҙ?
       - 2008 йыл уңышына 454 мең гектар ужым культуралары сәселгәйне, шул иҫәптән, ужым арышы, ужым бойҙайы һәм тритикале - яңы культура, арыш менән бойҙай гибриды.
       Әйткәндәй, гибридтар менән беҙ күптән түгел генә шөғөлләнә башланыҡ. Тритикале - ул ватан селекцияһы гибриды. Икмәк бешереүҙә, спирт сәнәғәтендә ҡулланыла, үҙен яҡшы мал аҙығы итеп тә танытты. Иген культураһының был яңы төрө беҙҙең өмөттәрҙе аҡлай, тип әйтергә мөмкин.
       Көҙөн дым етешмәү арҡаһында 80 мең гектар майҙанда ужым шытымдары булманы йә һирәк булды. Был бигерәк тә Урал аръяғы һәм Урал алды дала зоналарында күҙәтелде.
       Ужым культураларының торошон агрономия хеҙмәте даими контролдә тота. Ужым насар ҡышламаны, хәҙерге ваҡытта уларҙы ашлау бара.
       Хужалыҡтарҙың отчеты буйынса, уңыш йыйыуға 350-370 мең гектар тирәһе ужым культуралары һаҡланасаҡ, был былтырғынан 100-120 мең гектарға күберәк. Хатта йыл ҡоро булған хәлдә лә, был беҙҙең икмәкһеҙ ҡалмаясағыбыҙҙы гарантиялай.
       - Уңыш-2008 ниндәй буласаҡ? Һауа торошо факторҙарын һәм төрлө хәүеф-хәтәрҙе иҫәпкә алып, һеҙ нисек күҙаллайһығыҙ?
       - Күҙаллау ул һәр ваҡыт ҡатмарлы. Шулай ҙа буласаҡ уңыш нигеҙе яҡшы, тип әйтергә мөмкин. Баҫыуҙарҙың күбеһе көҙҙән яҡшы итеп туңға һөрөлдө. Орлоҡ материалы етерлек, сәсеү стандарттары буйынса яраҡлы. Техника ремонтланған, яғыулыҡ- майлау материалдары бар.
       Уңыштың төп критерийы булып дым торасаҡ. Игенсе хеҙмәте - ул һәр ваҡыт тәүәккәллек, ә беҙҙең ауыл хужалығы былай ҙа хәүефле игенселек зонаһында. Игенсе өсөн йыл еңел булырға оҡшамай. Күптәр буласаҡ йәйҙе 1965, 1975, 1987, 1998 йылдар менән сағыштыралар, ул саҡта республикала ныҡ ҡоролоҡ булғайны, иген культураларының уңышы гектарынан ете-һигеҙ центнерҙан ашманы (ә был һуңғы биш-алты йылдағынан өс тапҡырға кәмерәк), мал аҙығы етешмәү үҙен ныҡ һиҙҙерҙе.
       Халыҡ әйтмешләй, яҡшыға өмөтләнеп, насарға әҙерләнергә кәрәк.
       - Һуңғы ваҡытта икмәккә хаҡ артыуы тураһында күп һөйләйҙәр. Һеҙҙеңсә хаҡ артыу сәбәптәре нимәлә, һәм ниндәй ашығыс саралар уларҙың үҫешен туҡтата алыр ине икән? Мәҫәлән, Петербургта сираттағы тапҡыр хаҡтарҙы туҡтатыу тураһында килешеүҙе оҙайттылар, Алтай крайында һәм Астрахань өлкәһендә икмәк пекарняларына льготалы хаҡ буйынса он бирҙеләр, ә Тверҙа "социаль икмәк" сығара башланылар.
       - Икмәккә һәм икмәк-булка изделиеларына хаҡтар артыуының төп сәбәбе булып республика буйынса ла, шулай уҡ бөтә Рәсәй буйынса ла, нефткә һәм газға донъя хаҡтарының күтәрелеүе тора. Тыйыу, сикләү, өҫтән диктат юлы менән икмәккә хаҡ артыуын тотоу файҙаһыҙ ул. Былар барыһы ла ваҡытлыса саралар, киләсәктә хәл ҡатмарлашыуы ғына мөмкин.
       Беҙҙең ҡарашҡа, проблеманы дотация, икмәк бешереүселәргә дәүләт ярҙамы һәм халыҡтың ярлы ҡатламын социаль икмәк менән тәьмин итеү юлы менән хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ ҡалдау ерҙәрҙе әйләнешкә индереү, ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығын күтәреү икмәккә хаҡ артыуын тотҡарлаусы фактор булып торасаҡ.
       Тағы бер мөһим факт бар. Донъяның күп илдәрендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсеһенең рентабеллелек кимәле - күпме, һәм эшкәртеүсенең күпме процент тәшкил итергә тейешлеген билдәләгән закондар бар. Беҙҙә бындай закон акттары юҡ. Ғәмәлдә иһә продукция ауыл хужалығы етештереүсеһенән кәштәгә барып еткәнсе, уға хаҡ байтаҡҡа арта.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал