6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Иң яҡшы спектаклде балалар һайлаясаҡ
18.04.08


       Бөгөн Өфөлә "Ҡолонсаҡ" III Республика балалар өсөн спектаклдәр фестивале башлана. 25 апрелгә тиклем ҡала театрҙарында иртәнге һәм көндөҙгө сәғәттәрҙә бәләкәй тамашасылар өсөн спектаклдәр барасаҡ. Был фестиваль традициялары, премьера спектаклдәре, конкурс жюрийы тураһында матбуғат конференцияһында журналистарға уны ойоштороусылар - БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары, фестивалдең ойоштороу комитеты рәйесе Зинфира Әбделмәнова, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры, фестиваль директоры Алмас Сәйетов, Өфө ҡала округы хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Татьяна Калинина, БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары, фестиваль тәнҡитселәре коллегияһы секретары Ирина Бондарева һәм фестиваль координаторы Эльза Ҡарамурзина һөйләне.
       Биш йылға бер тапҡыр - "Ҡолонсаҡ"
       - Балалар өсөн спектаклдәр фестивале республикала өсөнсө тапҡырына үткәрелә. Беренсеһе - 1996 йылда, икенсе 2001 йылда үткәрелгәйне. Был юлы оҙаҡҡараҡ һуҙылып китте, ләкин киләһендә дүрт-биш йылға бер тапҡыр үткәрергә тырышасаҡбыҙ, - тине фестивалдең ойоштороу комитеты рәйесе Зинфира Әбделмәнова. - Был фестивалдең концепцияһы республикала иғлан ителгән Ғаиләгә социаль ярҙам йылы Комплекслы программаһына тулыһынса тап килә. Башҡортостанда үткән бөтә фестивалдәрҙән ул иң изгеһе, иң ыңғайы, сөнки ул балалар өсөн үткәрелә. Фестивалдең үҙенсәлеге шунда - театрҙар тик балалар спектаклдәрен генә күрһәтә.
       Барыһы ла ҡатнаша!
       - Фестивалдә ҡатнашырға тигән тәҡдимде республиканың бөтә театрҙары ла хуплап сыҡты. Беренсенән, балалар һәм йәштәр театрҙары, ә улар беҙҙә өсәү - Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, "Сулпан" Сибай башҡорт дәүләт балалар театры һәм Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры. Балалар өсөн спектаклдәрҙе шулай уҡ драма театрҙары ла күрһәтәсәк - баш ҡала ғына түгел, ә республиканың Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы ҡалаларының да. Ун ике театрҙың туғыҙы премьера спектаклдәре күрһәтеүе лә беҙҙең өсөн бик мөһим. Һәр театр бер көн эсендә үҙ спектаклен ике тапҡыр күрһәтәсәк. Бер тапҡыр - хәйриә нигеҙендә, уны балалар ҡараясаҡ, икенсеһен - конкурсҡа, унда спектаклгә тәнҡитселәр баһа ҡуясаҡ. Конкурс спектаклдәренән тыш, ҡунаҡ спектаклдәре лә бар - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры "Том Сойер" спектаклен күрһәтәсәк һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерҙар бүлексәһе театр факультетының дүртенсе курс студенттары "Ҡәҙимге эш" спектакле менән сығыш яһаясаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ тәнҡитселәрҙән был спектаклдәр тураһында ла үҙ фекерҙәрен әйтеүен үтендек, был актерҙар өсөн дә, ҡуйыусы режиссерҙар өсөн дә бик мөһим. Фестиваль бер ни тиклем фәнни-методик характерҙа буласаҡ, сөнки спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң тикшереү үткәреләсәк.
       Конкурсант спектаклдәр
       Шулай итеп, фестивалдә ниндәй спектаклдәр ҡатнашасаҡ һәм бәләкәй тамашасылар ҡала театрҙарында нимәләр ҡарай аласаҡ һуң? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры - Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса "Серле көршәк", БР Рус дәүләт академия драма театры - "Толпар ат", Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры - "Яланғас король" (рус труппаһы) һәм "Ғимаҙи мажаралары" (башҡорт труппаһы), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры - "Пиноккио" (рус труппаһы) һәм "Мөхәббәт һәм нәфрәт" (башҡорт труппаһы), Өфө "Нур" татар дәүләт театры - "Йөрәк барҙа - йәшәү бар", Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры - "Серле моң", Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры - "О-Цуру - торна ҡаурыйы", Салауат дәүләт драма театры - "Урам сатында", Туймазы татар дәүләт драма театры - "Ялтырап янған уттар сере", Арслан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры - "Ҡурай моңо" һәм "Сулпан" Сибай башҡорт дәүләт балалар театры "Ҡот ҡайтарыр Айсыуаҡ" спектаклен күрһәтәсәк.
       Жюри икәү - өлкәндәр һәм балалар
       - Фестиваль беҙҙең театрҙар яҙмышына, балалар репертуарына, балалар драматургияһына күҙ һалырға һәм ике төрлө ҡарашты белергә ярҙам итәсәк. Беренсенән, спектаклдәр тураһында балалар үҙҙәре ни уйлай. "Ҡолонсаҡ" - ул ике жюри булған берҙән-бер фестиваль. Береһенең составында - балалар, икенсеһендә - өлкәндәр. Беҙ үҙебеҙ, балаларға яҡшы спектаклдәр күрһәтәбеҙ, тип уйлаһаҡ та, драматургтарыбыҙ, яҡшы пьесалар яҙабыҙ, тип ышанһа ла, спектаклдәрҙе балалар нисек баһалауын белеү бик тә мөһим. Балалар жюрийы яҡшы уҡыған, ижад менән дә шөғөлләнгән ете уҡыусынан тора. Улар конкурс нигеҙендә һайлап алынды. Беҙ нимә ҡуйыуыбыҙҙы, ниндәй пьесалар яҙыуыбыҙҙы балалар күҙлегенән ҡараясаҡбыҙ. Тәнҡитселәр ярҙамында беҙ балалар репертуарының, милли драматургияның торошо тураһында беләсәкбеҙ. Фестиваль эшендә, һәр ваҡыттағыса, Рәсәй һәм Башҡортостандың төп театр тәнҡитселәре ҡатнаша. Тәнҡитселәр коллегияһы исемлегенә быйыл Мәскәүҙән ҡунаҡтар, Рәсәйҙең төп театр эшмәкәрҙәре Александр Иняхин һәм Людмила Остропольская инде. Был танылған театр эшмәкәрҙәре беҙгә беренсе тапҡыр ғына килмәй.
       Тамашасылар залында...
       - ... балалар ғына буласаҡ. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башланған спектаклдәр йәш тамашасыларға тәғәйенләнә. Бер аҙнала (фестиваль 18 апрелдән 25-енә тиклем барасаҡ) һигеҙ меңгә яҡын бала спектакль ҡараясаҡ. Билеттарҙы беҙ мәктәптәргә тараттыҡ, ләкин уларҙы театр кассаларында ла һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, фестиваль хәйриә маҡсатын да күҙ уңында тота, һәр спектаклгә 100 урынды фестивалде ойоштороу комитеты күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, етем һәм ғәрип балалар өсөн ҡалдыра. Билеттар һатыуҙан йыйылған аҡсаның 25 проценты Республика балалар клиник дауаханаһының расчет иҫәбенә күсереләсәк.
       "Иң яҡшы спектакль" - берәү генә
       - Быйыл бер генә номинация - "Иң яҡшы спектакль". Бынан алдағы балалар өсөн спектаклдәр фестиваленән "Ҡолонсаҡ-2008"-ҙең айырмаһы шунда. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы еңеүсе спектаклде илебеҙ территорияһында үтәсәк Бөтә Рәсәй йәки халыҡ-ара фестивалгә ебәрәсәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал